Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүтергә... Һүтмәҫкә...
Һүтергә... Һүтмәҫкә... Майя Малина Өфөләге тарихи йорттарҙың береһендә йәшәй. Революцияға тиклем үк төҙөлгән бинаны иҫке тип әйтергә тел дә әйләнмәй. Ваҡыт ағышын тарихи ысынбарлыҡ, үткәндәр заңы баҫа төҫлө. Хәйер, баш ҡалабыҙҙа Майя Владимировнаныҡы ише йорттар — мәҙәни мираҫ ҡомартҡылары — бихисап. Ленин, Аксаков урамдарындағы биналар, 1890 йылда төҙөлгән Штехерҙар йорто, 1872 — 1874 йылдарҙа нигеҙ һалынған Уҡытыусылар йорто (бөгөн бында
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы урынлашҡан), Пушкин урамындағы Краевский ҡунаҡһарайы... Һәр ҡайһыһы үҙе бер сәнғәт өлгөһөнә бәрәбәр, әммә уларҙың киләсәктә ниндәй төҫ алыуы — икенсе мәсьәлә.


Башта телгә алынған Аксаков урамындағы бина йәшәүгә яраҡ­һыҙ тип табылып, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса төбәк адреслы программаһына инде­рел­гән. Әлбиттә, Майя Владими­ровнаға өйө һүтеләсәк тип бор­солаһы түгел. Сауҙагәр Анна Лопатина төҙөткән йорт – баш ҡала­ның мәҙәни мираҫ объект­тары исемлегендә. Ул закон ни­ге­ҙендә һаҡлана. Ләкин ха­ным­ды ошондай башҡа өйҙәр­ҙең дә яҙмышы әсендерә. Һәр тарихи ҡомартҡы ла бындай исем­леккә индерелмәгән бит. Ғө­мүмән, баш ҡалала был мәсьә­ләгә ҡағылыш­лы бәхәстәр ҡыҙа. Торлаҡ тө­ҙөү­се­ләрҙең Өфө­нөң тарихи үҙә­ген­­дәге ер участкаларына күҙе ҡыҙһа, ха­лыҡ архитектура сәнғәте һанал­ған йорт­тар­ҙы һаҡлау һәм рес­тав­рациялау яҡлы.
– Кешеләр иҫке йорттарҙа йә­шәп йонсоған инде. Әммә бина­ларҙы тө­ҙөк­ләндереп, оҫталар ҡалаһы ойоштороп ебәргәндә ҡайһылай яҡшы булыр ине. Баш ҡалабыҙ­ҙың боронғо төҫө килә­сәк быуын өсөн һаҡланып ҡалыр­ға тейештер бит, – ти Майя Малина.
Әйткәндәй, уның Иҫке Өфө­нөң тарихи йөҙөн юғалтмау те­ләге Башҡортостан Башлы­ғына ла барып етте. Рөстәм Хә­митов тәнҡит һүҙҙәре менән ризалаш­ты. Шулай ҙа, республика етәк­се­һе билдәләүенсә, архитектура ҡомартҡылары һа­нал­ған йорттар­ҙа йәшәгәндәрҙе күсе­реү, ха­лыҡ­ҡа уңай­лы шарттар тыуҙырыу зарур. Ә иҫкеләрен төҙөклән­де­реп, йәмә­ғәт ойошмаларына йәки учреж­дение­ларға тапшырырға кәрәк.
Ғөмүмән, мәҙәни мираҫ ҡо­март­ҡыларын һаҡлау мәсьәләһе бер Өфөгә генә ҡағылмай. Стәр­летамаҡ, Бөрө, Белорет, Бәлә­бәй, Баймаҡ һәм башҡа ҡа­ла-район­дарҙа ла ошо йүнәлештә эште әүҙемләштерергә ваҡыт. Юҡһа, кем белә, тарихсылар мәсьә­ләне өйрәнгәнсе, төҙөүселәр свай ҡаға ла башламаҫ тимә...


2015 йылдың ғинуар айына ҡарата Өфө билә­мәһендә 874 мәҙәни мираҫ объекты теркәлгән. Уларға архитектура, ҡала төҙөлөшө, тарих, сәнғәт, археология һәйкәлдәре, иҫтәлекле урындар инә. Шуларҙың 307-һе Рәсәй Федера­цияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объект­та­рының (тарих һәм мәҙәниәт ҡо­март­­ҡыла­рының) берҙәм дәүләт реестрында теркәлгән, ҡалған 567-һе асыҡланған мәҙәни мираҫ объекты һанала.

Владимир ЗАХАРОВ, тирә-яҡты өйрәнеү­се, “Өфөнөң архитектураһын яҡлау” йәмә­ғәт хәрәкәте етәксеһе:
– Октябрь революцияһы, Гоголь, Аксаков урам­да­рындағы Иҫке Өфөнө хәтер­ләт­кән ҡайһы бер ҡоролмаларҙы һаҡлап ҡалыу мөһим. Баш ҡалала архитектура һәйкәлдәрен үҙ эсенә алған туристик кластер булдырырға кәрәк.

Александр ЛЕБЕДЕВ, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ кафедраһы доценты:

– Өфө ҡалаһының тарихи йөҙөн һаҡлау – бик ауыр һәм ентекле ҡараш талап иткән эш. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, боронғо Өфөнөң архитектур йөҙөн һаҡлап ҡалыу өсөн төҙөүселәр менән кө­рәш алып барырға тура килә. Яңы йорттар, әл­бит­тә, кәрәк, әммә ҡала үҙәгендә үткән быуат ру­хында тотош бер квартал булһа, туризм да үҫешер ине. Ҡала халҡына ял итерлек, һоҡла­нырлыҡ урындар ҙа булыр.

Клавдия МОРОЗОВА, Өфө ҡала­һы:

– Мин дә мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы һаналған йортта йәшәйем. Әлеге мәсьәлә бер бөгөн генә күтәрелмәй. Белә-белгән­дән алып, ошо проблема өҫтөндә баш ватабыҙ. Иң ҡыҙғанысы шул: быны даими күҙәтеүҙә тотҡан белгестәр юҡ. Күптән түгел Рөстәм Хәмитов бюджет һәм бюджеттан тыш аҡсаларҙы үҙендә туплаясаҡ Архитектура һәйкәлдәрен тергеҙеү буйынса махсуслаш­ты­рыл­ған фонд булдырырға тәҡдим итте. Ул тергеҙеү эштәрен тиҙ­ләтергә, фонд иҫәбенә ошо тармаҡ өсөн махсус белгестәр әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк, тиҙәр. Яҡшыға өмөт итәйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510