Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көс сығармайынса, уңыш килмәй
Көс сығармайынса, уңыш килмәй Балтас районының Ҡомъяҙы ауылында йәшәгән Илнур Усманов кеүек аяғында ныҡ баҫып торған ир-егеттәр һоҡландырмай ҡалмай. Утыҙҙы аша атлаған йәш кеше кемгәлер бил бөгөүҙе кәрәк тип тапмаған, тотҡан да үҙ эшен башлаған. Былтыр яҙ ул крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәреп, ун биш тана һатып ала.
Илнурҙың хужалығына эш бө­төүгә генә килеп туҡтаныҡ: һы­йырҙар һа­уылған, малға ашар­ға һалынған, быҙауҙарға һөт эсерелгән. Мартта һыйырҙары быҙаулай башлаған – ҡурала туғыҙ быҙау уйнаҡлай ине. Йәш мал өсөн Илнур йылы, иркен һарай һалған. Бесәнен дә мул әҙер­ләгән: 250 төк өйөлөп ята.
– Әлеге көрсөк заманында бындай яуаплы эшкә тотон­ға­ныңа үкенмәй­һеңме? Һөҙөмтә­һе нисек?
– Былтыр ошо мәлдә көнөнә 24 литр һөт һауып ала инек. Быйыл инде – 100 литр самаһы. Быҙауҙарға ҡал­дырып, ҡалға­нын халыҡҡа һата­быҙ. Һөттән генә көнөнә ике мең һум­дан ашыу килем алабыҙ. Әл­бит­тә, ышаныслы ярҙамсыларың, ар­ҡа­ланыр кешең булмаһа, бындай эште ат­ҡа­рыуы еңел түгел. Үҙебеҙҙең трактор ҙа, комбайн да бар. Атайым Радик ғүмер буйы колхозда механизатор булып эшләне, шуға техника­ны көйләүсе лә эргәлә. Һы­йыр­ҙарҙы ҡатыным Ләйсән һауа. Уның эшен еңелләштерер өсөн һауын аппараты алдыҡ. Килә­сәктә иһә малды ишәй­тергә уйлайым. Һөт ризыҡтарынан тыш, ит етеш­терергә була, – тип һөйләй ул.
Был йәш ғаилә күптәргә өлгө бу­лырлыҡ: эш, аҡса юҡлыҡҡа зарланып ултырмай, ҡура тул­ты­рып мал-тыуар үрсетеп, көнө-тө­нө хәләл көс менән тор­мош­тарын алға һөрәләр. Донъя­ларына йәм өҫтәп ҡыҙ­ҙары Камилә, улдары Фәнис менән Раил үҫеп килә. Улар ҙа ҡул ара­һына инеп, ата-әсәһенә ярҙам­лашырға ашҡынып тора.
Яңы эш башлаған фермерға яр­ҙам рәүешендә бер мил­лион һум­лыҡ грант бирәләр. Усма­нов­­тарҙың үҙ хужалығын булды­рыу­ға бер йыл ғына ваҡыт үтһә лә, күҙгә күренерлек һөҙөмтә бар.
Ғаилә башлығы әйтмешләй, көс сы­ғармайынса, уңыш кил­мәй. Тир түгеп яуланғаны татлы ла була уның.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506