Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урман тип йән аталар
Урман тип йән аталар Мөхәммәт Ғәлиулла улы Сафин Ҡалҡан ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Үҫмер сағынан уҡ “Баш Урал” колхозында төрлө эштә йөрөй. 1953 йылда Ҡалҡан ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Ул саҡта егет-ҡыҙҙар көндөҙ колхозда тырыша, ә кисен мәктәпкә уҡырға йөрөй. Икенсе йылына Мөхәммәтте хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ул дүрт йыл Владивосток ҡалаһында, Тымыҡ океан флотында матрос булып хеҙмәт итә.

Сынығыу алған егетте ҡайтҡас колхоздың комсоргы итеп һайлайҙар. Яҡташтарының ышанысын аҡлай Сафин: колхоз комсомолдары эштә лә, йәмәғәт тор­мо­шон­да ла әүҙем ҡатнаша, район буйынса йәштәр араһындағы социалистик ярыштарҙа еңеп сыға.
Йәш саҡ — дәртле саҡ, тиҙәр. Мөхәммәт донъя көтөргә көсө ташып торған, уңған Ҡалҡан ауылы һылыуы Клараға ғашиҡ була. Йәштәр бер-береһен яратып, матур итеп туй үткәрә. Клара тәүҙә колхозда, аҙаҡ почтала эшләй. 1958 йылдарҙа Учалы тимер юл стан­цияһы төҙөлгәс, унда эшкә урынлашып, хаҡлы ялға сыҡҡансы тырышып эшләй. Сафиндар ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.
1961 йылда Мөхәммәт Ғәлиулла улын Өргөн урмансылығына эшкә алалар. Көн һайын үҙенә берке­телгән урман-тау биләмәләрен бай­ҡап, ул ысын күңелдән тәбиғәткә, ундағы тереклеккә ғашиҡ була. Күңеленә ята был изге һөнәр, тәбиғәтте насар уйлы кешеләрҙән һаҡлау уның тормош рәүешенә әүерелә. Ул заманда урмансылар иңенә тубырсыҡ йыйыу, ағас үҫен­теләре ултыртыу кеүек эштәр ҙә йөкмәтелгән була.
– Беҙ ултыртҡан ҡарағайҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ, ике йыллыҡ ҡына үҫентеләр ине — бура бурарлыҡ дәү урманға әйләнделәр. Үҙебеҙ тәрбиәләп үҫтергән ағастар эргә­һенән үткәндә, күңел күтәрелеп, ҡыуаныс артып китә, — ти райондаштары араһында абруй ҡаҙанған Сафиндар. Ысынлап та, яҡташ­тары өсөн күпме изге эш ҡылған улар!
1990 йылда Мәскәүҙең Союздар йортонда тәүге тапҡыр ил буйынса урмансылар съезы була. Унда Башҡортостандан урман хужалығы министры менән бөтәһе ете кеше делегат булып бара. Ярыштарҙа ал бирмәгән Мөхәммәт Ғәлиулла улы­на ла ошо сарала ҡатнашыу бәхете тейә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн ағай бик күп миҙал, иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Эйе, ғүмер — сикле, ваҡыт — сикһеҙ, шуға күрә изге эштәр атҡарып ҡалыу үҙе бер бәхеттер. Мөхәммәт ағайҙың йорто тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Урман шауын, урман йырын тыңлап, ба­лаларының игелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, ҡыуанып йәшәй Сафиндар. Үҙ ҡулдары менән тәрбиәләп үҫтергән мөһабәт ҡарағайҙар — уларҙың ҡыуанысы, йыуанысы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509