Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Крәҫтиән дәүләт ярҙамынан тыш йәшәй алмай
Крәҫтиән дәүләт ярҙамынан  тыш йәшәй алмай Бөгөн ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең үҙ көсөнә генә ышанып, мал аҫрап, донъя көтөүе бер кемгә лә сер түгел. Тап шундайҙар — ауылдың тотҡаһы һәм киләсәге лә. Тап улар – ауылдаштарын эшле, ашлы иткән, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙған ышаныслы терәк тә. Шундай мал йәнле, бәләкәйҙән “ат ене” ҡағылған ағайҙарҙың береһе Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан Илдар Рахманғолов булыр.

Ул хеҙмәт юлын туған колхозында электрик булып башлай. Илдә колхоз-совхоздар бө­төрөлөп, ауыл халҡы аптырап ҡалған бер мәлдә Илдар Хөсәйен улы тәүәккәлләп фермерлыҡҡа тотона. Тәүҙә, әлбиттә, ауыр була. Ул саҡта барыһы ла эшҡыуарҙарҙы алыпһатар булараҡ ҡабул итә. Закондарҙың эшләмәүе, фермер­ҙарға кире ҡараш яңы эш башлағандарға ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Тиҙҙән барыһы ла артта ҡала. Бөгөн “Таштуғай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте —районда иң уңышлы эшләгәндәрҙең береһе. Малсылыҡ менән йылҡысылыҡ йүнәлешен һайлаған фермер ит етештереү тармағына өҫтөнлөк бирә.
Малдың һаны менән ҡыҙыҡһынғас, Илдар Рахманғолов йылмайып ҡуйҙы. Билдәле булыуынса, күп фермерҙар ошо хаҡта мәғлүмәт биреүҙән тартына, сөнки улар араһында шундай юрау йәшәй: малыңдың күпме булыуын кешегә һөйләргә ярамай. Шулай ҙа белешә алдыҡ: 50-гә яҡын башҡорт тоҡомло аты һәм 100-ҙән ашыу һыйыры бар. Ун биш кешегә эш урыны булдырылған. Уңған эшҡыуар 1 мең 150 гектар майҙанда иген һәм мал аҙығы культуралары сәсә. Башҡорт аттары үҙҙәренең сыҙамлы һәм түҙемле булыуын дәлилләй, улар тибенлектә тиерлек ҡыш сыға.
— Һыйырҙарығыҙ бар, һаумайһығыҙ, йыл­ҡығыҙ бар, ҡымыҙ етештермәйһегеҙ, – тигәнгә, “Файҙаһы юҡ”, — тип яуап ҡайтарҙы Илдар Хөсәйен улы.
— Ысынлап та, һөт тапшырыу үҙен аҡла­май, – тип яуапланы фермер. – Беренсенән, уны ҡайҙа тапшыраһың? Ауыл район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан, етмәһә, Аҡъярҙа һөт йыйыу пункты юҡ. Һөттө Мәләүезгә йәки Белоретҡа алып барыр кәрәк, юл сығымдарын ғына һал­ғанда ла, табышһыҙ килеп сыға. Шуға күрә малды иткә оҙатыу күпкә отошлораҡ.
— Итте тапшырыу ауырлаштымы? — тип һораным.
— Шулай шул. Кемдеңдер “шәп” башы менән ҡабул ителгән закондың ауылда мал тотҡандар өсөн йәпһеҙ булыуын һәр кем аңлай, әммә ярҙам итеүсе юҡ. Осһоҙ хаҡҡа һатырға, кемдеңдер кеҫәһен байытырға тура килә инде тағы ла, — тип уфтанды ул.
Ҡымыҙ етештереү буйынса ла проблемаларына туҡталды. Үҙҙәре өсөн, ауыл халҡына тәҡдим итерлек ҡымыҙ әҙерләргә була, әммә уны һатам тиһәң, тағы юл сығымдары бәкәлгә һуға.
Шулай ҙа заман менән йәнәш атлаған, бар ауырлыҡты үҙ көсө менән еңеп сығырға күнеккән, күптән инде эшҡыуарлыҡтың ҡаты ҡанундарына бешеккән Илдар Рахманғоловтың киләсәккә пландары ҙур. Нисек тә мал һанын арттырыу, йылҡысылыҡты үҫтереү уйы менән яна ул. Тик ауыл бөгөн дәүләт ярҙамынан башҡа йәшәй алмай. Яғыулыҡ-майлау материалдарына, орлоҡ һатып алыуға йылдағыса субсидия бүленмәһә, яҙ күп фермерҙарҙың баҫыуға сыға алмаясағы көн кеүек асыҡ. Банк фермерлыҡты үҫтереү буйынса кредит бирә, тип күпме генә һөйләһәк-яҙһаҡ та, бөгөн дә ябай ауыл кешеһенә, хатта аяғында ныҡлы баҫып торған фермерға уның ишеген асып инеү мөмкин түгел.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840