Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Боҙҙа балыҡ тотоу күңеллерәк
Ҡалала тормош гел генә ҡайнай, күңелле һәм файҙалы ял итеү өсөн һәр саҡ ваҡыт табыла. Ҡыш көнө лә күңел асыу саралары күп. Ә ҡаланан ситтә, ауылда йәшәүселәргә ни эшләргә? Әлбиттә, ауылдағы эш ҡыш көнө лә бөтмәй: мал ҡарарға, һыу ташырға, мунса яғырға тигәндәй... Шулай ҙа йәйге кеүек түгел — теләһәң, буш ваҡыт ҡала. Донъяны ҡышҡы һиллек баҫып алғанда тәбиғәт матурлығына күңелең булғансы һоҡланырға мөмкин. Балалар менән бергә рәхәтләнеп сана шыуып килеү ҙә ҙур ҡәнәғәтлек килтерә. Шулай уҡ саңғы, конькиҙа йөрөү өсөн шарттар күп, киңлек тә етерлек: яҡын-тирәләге урман-баҫыуҙар — һинең ҡарамаҡта.
Ә һунарсылар менән балыҡсылар нисек рәхәтләнгәнен белһәгеҙ икән! Барыһы ла аусы булып бөтә алмаһа ла, ҡармаҡ һалырға яратыусылар бихисап. Бөгөнгө кәңәштәребеҙ — уларға.
Ҡышын да үҙенең мауығыуын ташламаусы балыҡсылар күп. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, ҡышын балыҡ тотоу йәйгегә ҡарағанда мауыҡтырғысыраҡ та. Йәйен барып булмаған күп урындарға боҙ өҫтөнән атлап юлланыу бер ауырлыҡ та тыуҙырмай: күңелең тарта икән, күлдең уртаһына уҡ барып ултыр. Ҡышҡы балыҡ тотоу ҡомар ҙа өҫтәй. Сатлама һыуыҡтарҙа ла был шөғөлдән ҡәнәғәтлек алыр өсөн бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тотоу ғына кәрәк.
Тәү сиратта ҡармаҡ һалыу урынына иғтибар итергә кәрәк. Ҡорамалдарҙы һәм кейемде дөрөҫ һайлағыҙ. Боҙҙо бик яҡшы итеп тикшереү ҙә кәрәк. Иң яҡшыһы — һыуы яйлап ҡына алмашынып торған быуаларҙа ҡармаҡлау, сөнки унда боҙ ныҡлыраҡ. Һәм, әлбиттә, яҡшы табыш алыу өсөн балыҡтың миҙгелгә ярашлы холоҡ-ҡылыҡтарын өйрәнеү зарур.
Был ябай ғына ҡағиҙәләрҙең һәр береһенә ентекләберәк туҡтап китәйек.
Урын һайлау. Ҡышҡы балыҡ тотоу — бер ни тиклем хәүефле шөғөл, шуға күрә һаҡ булырға кәрәк. Күбекһеҙ ҡараңғы боҙ ныҡлы, ә күбекле аҡһылы яҡшылап ҡатмаған була. Боҙ артыҡ ҡараңғы күренһә лә, ул тирәне урап үтегеҙ, сөнки артыҡ шәп ағым йәки шишмә булыуы ихтимал. Шулай уҡ боҙ өҫтө ҡар менән ҡапланған ерҙә лә балыҡ тоторға урынлашмағыҙ. Тышта һауа температураһы минус 12 градустан да түбәнерәк була икән, өйҙә ҡалыу хәйерлерәк. Беренсенән, өшөйәсәкһегеҙ, икенсенән, балыҡ ҡапмаясаҡ.
Өшөү тигәндән, кейем һайлау ҙа мөһим. Әлбиттә, иң яҡшыһы — йылыраҡ кейенеү. Бында йөн кейем, мамыҡ салбар, тун яҡшы. Аяҡҡа быйма кейеү уңышлы. Һыу үтмәй торған кейем алһағыҙ ҙа була. Хәҙер тән йылыһын һаҡлаусы термокейемдәр ҙә күбәйҙе. Уңайлылыҡ өсөн бирсәткәләрҙең ҙур, урта һәм һуҡ бармаҡтарын ҡырҡып ташлағыҙ. Термоста ҡайнар эсемлек алырға онотмағыҙ. Ултырырға уңайлы булһын өсөн йәшник йәки махсус ултырғыс бик кәрәк. Шулай уҡ үҙегеҙ менән бырау, боҙ ҡырҡыусы балта, эхолот (һыуҙың тәрәнлеген үлсәү ҡорамалы) булыуы мотлаҡ.
Ҡыш көнө балыҡ әүҙем түгел. Йылдың был миҙгелендә уларҙың һирәге генә ҡармаҡҡа эләгә. Сабаҡ, шырт балыҡ, шамбы, табан балыҡ, алабуғаны эләктерергә мөмкин. Ҡышын суртан яҡшыраҡ ҡаба. Балыҡ тотоу өсөн тәрән урындарҙы йәки ҡатмарлы рельефлы ерҙәрҙе һайлағыҙ, сөнки, һыуыҡ еткәс, балыҡ шәп ағымлы урындан ҡаса. Яҡты ваҡытта улар әүҙемерәк эләгә. Балыҡ ямғыр селәүсенен, ҡарышлауыҡты яратып ауыҙ итәсәк.
Йылы кейенгәндә һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгәндә ҡыш көнө балыҡ тотоу бик яҡшы ял итеү һәм тәмле табыш алыу сараһына әйләнә. Бының менән файҙаланмай ҡалмағыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518