Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “һәр дәрес асыш булырға тейеш”
“һәр дәрес асыш булырға тейеш” “Балалар ҡанатлы булып тыуа, ә уҡытыусылар уларҙы осорға өйрәтә”, тигән бер аҡыл эйәһе. Күрәһең, был ҡанатлы һүҙҙәр Миңзилә Муллағолова кеүек белем биреүселәр хаҡында әйтелгәндер. Уңған ханым бына инде егерме йыл Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбендә ғилем нурҙарын сәсә.

– Мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы­лыҡ­ҡа барырға уйлағайным, – ти, хә­тирәләргә бирелеп, Миңзилә Зөфәр ҡы­ҙы. – Тик әсәйем ҡаршы сыҡты: “Етәр, барығыҙға ла уҡытыусы бу­лырға тимә­гән! Ана, бухгалтерға уҡы. Харап йәтеш эш”. Һүҙен йыҡманым, бер аҙ бухгалтер булып та эшләп алдым. Тик был һөнәр ниңәлер күңелгә ятманы. Барыбер уҡытыусылыҡта үҙемде таптым...
Шулай итеп, Зөһрә Арғынбай ҡыҙы менән Зөфәр Ғәлиәхмәт улының ғаилә­һендәге алты баланың бишәүһе педагог һөнәрен һайлай. Бындай күре­нешкә һис тә аптырарлыҡ түгел. “Атайым менән әсәйем әҙәбиәтте, мә­ҙә­ниәтте шул тиклем яратты. Үҙҙәре лә халыҡ ижады хазинаһын һаҡлаған һандыҡ кеүек ине. Үҙ-ара мәҡәлдәр, әйтемдәр менән һөй­ләшерҙәр ине”, – тип хәтерләй Миңзилә ханым.
Бөгөн Миңзилә Зөфәр ҡыҙы мәктәптә Башҡортостан мәҙәниәтен, тормош һа­баҡтарын уҡыта.
– Һәр дәрес уҡыусы өсөн асыш булырға тейеш, — ти ул. – Шуға ла уны мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп үткәрергә тырышам. Мәҫәлән, төрлө темаға арналған викторина, “Мөғжизәләр яланы” телеуйыны һымаҡ конкурстар уҡыусыларҙы бигерәк тә йәнләндерә.
Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе уҡыусылары районда ғына түгел, республикала үткәрелгән ижади бәйгеләрҙә лә көсөн һынап ҡарай. Яңыраҡ ҡына Розалия Солтангәрәева ойошторған сәсәндәр бәйгеһендә уҡыусылары ла, Миңзилә Зөфәр ҡыҙы үҙе лә ихлас ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә уҡытыусы өсөнсө урынды яулаһа, уҡыусылар әйтеш буйынса алдынғылыҡты бирмәгән.
...Йылдар үткән һайын Миңзилә Муллағолованың нәҡ уҡытыусылыҡ һөнәрен һайлағанына ҡыуанысы арта ғына. Тормошта үҙ юлын тапҡан уҡыусыларыңдан рәхмәт һүҙе ишетеүҙән, уларҙың уңыштарын күреүҙән дә оло һөйөнөс бармы?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509