Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Беҙҙең илдә ниндәй генә “изация” булып үтмәне. ИндустриалИЗАЦИЯ, коллективИЗАЦИЯ… Быларын яҡшы беләбеҙ. Атай-олатайҙарыбыҙ улар өсөн үткән быуатта аҙ тир түкмәгән, аҙ ҡан ҡоймаған.
ПриватИЗАЦИЯ… Быныһына инде үҙебеҙ шаһит. Ата-бабаларыбыҙ тир түгеп, ҡан ҡойоп барлыҡҡа килтергән ил байлығын ҡомһоҙ ҡараҡтарҙың, хәйләкәр жуликтарҙың нисек ҡармағандарын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Егерменсе быуат аҙағында Рәсәйҙең аҫтын-өҫкә килтергән ошондай ғәҙелһеҙлекте халыҡ хаҡлы рәүештә ПРИХВАТИЗАЦИЯ тип атаны.
Аптырарһың, был ниндәй хәлдер инде, Рәсәй кешеләре ғүмер буйы шулай төрлө “изация”лар менән ыҙа сигә. Әле бына йәнә бер “изация” килеп сыҡты. ОптимИЗАЦИЯ тип атала ул.
– Уныһы нимә тағы? – тип һораһағыҙ, һөйләп бирәм.
Хәҙер күп урында ыҙалы оптимизация, йәғни оптимЫҘАция бара. Мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә лә, һаулыҡ һаҡлау системаһында ла, бүтән тармаҡтарҙа ла, бюджет аҡсаһын ҡыҫып тотонайыҡ тип, үткәрәләр уны. Маҡсаттары изге, әлбиттә. Хөкүмәт аҡсаһын әләф-тәләф итергә, юҡҡа-барға туҙҙырырға ярамай бит!
Төшөмлө урындарҙы биләгән һәм бөтә ҡанундарҙы урап уҙа белгән ҡараҡтарҙың бармаҡтары гелән үҙҙәренә табан кәкре. Улар хатта бәләкәй төҙөлөштән дә майлы ҡалъя ҡаптыра. Әгәр берәй учреждениеға бюджет иҫәбенә ремонт үткәрелһә, уның етәксеһенә “повезло” тип иҫәплә. Учреждение хужаһы кәттижен дә төҙөп ҡуйыр, квартирына евроремонт та яһап ебәрер. Йылғыр булһа. Ана бит, төрлө эреле-ваҡлы сараларҙан аҙмы түрә-ҡара байып ҡала. Азия-Тымыҡ океан иҡтисади саммитының Алыҫ Көнсығыштағы төҙөлөш­тәренән урланған миллиондарҙы әле булһа иҫәпләп бөтөрә алмайҙар Иҫәпләү палата­һында.
Миллиондарҙы ғына түгел, миллиардтарҙы ла рәхәтләнеп сәлдерәләр был заманда. Юҡ, ундайҙарҙы тотмайҙар. Тотһалар ҙа, төрмәгә япмайҙар. Япһалар ҙа, үҙҙәренең зиннәтле йорттарына ғына ябалар. “Домашний арест”та яманһыулап ятырға мәжбүр була бахыр бурҙар. Теге элекке оборона министрының оҙон ҡуллы әхирәте шикелле…
– Ә һуң беҙҙә, беҙҙең үҙебеҙҙә нисек эштәр? – тиһегеҙме.
О, юҡ! Беҙҙә ундай урлашыуҙар юҡ. Ҡайҙан булһын, Башҡортостанда Оборона министрлығы юҡ таһа!
– Уның ҡарауы, башҡа министрлыҡтар бар, – тиерһегеҙ.
Эйе, бар улар. Һәм уларҙың барыһында ла оптимизация бара.
– Нисек? – тиһегеҙме.
Еңел һорау. Уға яуап биреүе түрәләргә бер ни тормай. Һәм был еңел һорауҙы мин бер район башлығына бүләк иттем.
– О-о-оптимизация шәп бара беҙҙә! – тип талпынып һөйләп китте ул. – Уның шулай шәп барыуы һөҙөмтәһендә беҙ фәләнсә һум бюджет аҡсаһын янға ҡалдырҙыҡ.
– Ә һеҙ быға нисек ирештегеҙ?
– Еңел генә! – Хужа үҙенең эштәрен һанап китте: – Беренсенән, алыҫ ауылдарҙағы өс мәктәпте яптым… Икенсенән, биш бәләкәй ауылда медпункттарҙы яптым… Өсөнсөнән, районда алты клубты яптым… Йәнә туғыҙ китапхананы яптым… Почтаны яптым! Уныһын яптым, быныһын яптым...
– Туҡта, туҡта, – тинем уға. – “Яптым” да “яптым”, тиһең. Һуң, был бит оптимизация түгел – ЯПТЫМизация!
– Шулайыраҡ килеп сыға шул, – тип килеште башлыҡ. – Ләкин минең бында ғәйебем юҡ. Заман талабы шулай, тиҙәр…
Башлыҡтың башы эшләй. Ләкин, минеңсә, заманға һылтанып, мәктәптәрҙе, дауахана­ларҙы, клубтарҙы, китапханаларҙы ябырға түгел, ә уларҙы ябырға ҡушҡан чиновник­тарҙың ауыҙҙарын ябырға, ришүәт алырға теләүселәрҙең кеҫәләрен ябырға, коррупцио­нерҙарҙың үҙҙәрен тотоп төрмәгә ябырға кәрәк. Бына шундай була ул ысын ЯПТЫМИЗАЦИЯ!
ОПТИМИЗАЦИЯ тиһәң дә ярай уны.


Автор: Мар. Сәлим.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 442

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513