Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һынмаҫ рухлы ҡатын
Һынмаҫ рухлы ҡатын Еңеү көнө етә башлаһа, һәр саҡ яҡын кешем, нәнәйем Гөлмаһира Фәрхетдин ҡыҙы Мөхәмәҙиеваны хәтеремә төшөрөп, балауыҙ һығып алам. Дөрөҫөн әйткәндә, уны күңелдән сығарған да юҡ инде ул, ә бына илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат иткән көндә иҫтәлектәр тағы ла яңыра. Юҡ, ул һуғышта ҡатнашмаған, әммә тылдағы хеҙмәте, донъя көтөү һәләте, балаларына, ейәндәренә мөнәсәбәте һәр кемгә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ.

Ҡартатайыбыҙ 1942 йылдың февралендә һуғышҡа китә. Уларҙың хушлашыу мәле шундай тетрәндергес була. Нәнә­йебеҙ был хаҡта һәр саҡ йө­рәк­һенеп һөйләр ине. “Миң­нислам, иҫән-һау әйләнеп ҡайт инде. Барыбыҙ ҙа һине көтәбеҙ!” – тигән ул, биш балаһына әйләнеп ҡарап. “Әй, Гөлмаһира, бына был беләктәр менән беҙ Гитлерҙың үҙен туҡмап, дөм­бәҫ­ләп ҡайтасаҡбыҙ!” – тип һалдат йоҙроғон төйнәп юғарыға күтәрә һәм “Иҫке ҡара урман” йырын һуҙып ебәрә. Ат санаһына ултырып, 1930 йылғы ҡыҙы Рәшиҙә менән нәнәйем ҡартатайҙы оҙата бара. Йырлай-йырлай хуш­ла­шыу­ҙары юҡҡа булмаған икән шул: ҡартатайыбыҙ Миңнислам Хәмәҙийәр улы Мөхәмәҙиев яу яланында башын һала. 36 йәшендә нәнәйебеҙ биш бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Төпсөгө Заһираға ни бары 2 йәш була.
Рәшиҙә һәм Рәйсә исемле ҡыҙ­ҙарына 12-13 йәш тулыу менән әсәй кеше уларҙы үҙе менән бергә урманға йөрөтә башлай. Йәйен нисек тә йәйләрмен тигәндәй, ҡышҡы һыуыҡтарҙа яғыр өсөн утын кәрәк бит. Ҡыҙҙар бәләкәйҙән арҡаһына утын те­йәп, һалҡын миҙгелдәргә әҙер­ләнгән. Нәнәйебеҙ һис ҡасан балаларын аҡтан өҙмәгән. Бесән әҙерләүе, уны алып ҡайтыуы нисек кенә ауыр булһа ла, һыйыр тотҡан. Биш баланы ашатырға ла кәрәк бит! Мал булғас, ҡыҙҙары һәм улдарының тамағы туҡ булған, етмәһә, ҡатыҡ, һөт һа­тып, аҡса эшләргә лә өлгөргән нәнәйем. Өфө баҙарына көйән­тәләп һөт ризыҡтары ташыған. Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме: 50 саҡрымдан ашыу юлды йәйәүләп кенә түгел, тауар йөк­мәп атлаған әсәй кеше. Ул заманда поездар ҙа һирәк йөрөгән. Арыҫлан ауылынан Шишмә ҡаса­баһына йә Туҡран туҡталышына тиклем йәйәү килеп, ултырып киткән саҡтары ла булған. Былай юллана алһаң, үҙе бер бәхет инде. Ә был туҡталыштарҙа ха­лыҡ шул тиклем күп йыйыла торған булған, шуға күрә ултыра алмай ҡалған саҡтарҙа баш ҡалаға йәйәүләп атлағандар. Шунан нәнәйем был хәлдән дә сығыу юлын тапҡан: кистән Алкиндағы “знакум”дарына килеп ҡунып, иртәнге поезға өлгөргән. Етмәһә, был станцияла “тимер ат”тар ҙа оҙағыраҡ туҡтап торған.
Шишмә элеваторына иген илтергә барғандарын һөйлә­гән­дә, нәнәйемдең йөрәге урынынан ҡупҡандай була торғайны. Ҡыҙы Рәшиҙә менән улар үгеҙҙәр егелгән арбала юлға сыҡҡан. Ирек ауылы янына килеп еткәс, хайуандар ни сәбәптәндер тау­ҙан елдереп төшкән дә киткән. Һөҙөмтәһен күҙ алдына кил­тереүе лә ауыр: барлыҡ иген ергә һибелгән, ҡоттары осҡан әсәле-ҡыҙлы нимә эшләргә белмәй ҡалған. Нәнәйем, һәр ваҡыт­та­ғыса, үҙен тиҙ ҡулға алған: ҡы­ҙына үгеҙҙәрҙе тотоп торорға ҡушып, бойҙайҙы бөртөкләп тупраҡ араһынан сүпләй баш­лаған. Балаһы ҡый менән бергә йыйыр тип, бар эште үҙе генә атҡарып сыҡҡан. Ул ваҡытта тәртип ҡаты, һәр грамм ғына түгел, бөртөк ярма өсөн дә яуап биргән шул халыҡ. Нәнәйем бар эшен еренә еткереп башҡарып, игенде Шишмә элеваторына илтеп тапшырып ҡайтҡанда таң атыуға табан барған булған инде. Ана шулай тырышып-тырмашып йәшәп, биш балаһын да аяҡҡа баҫтырып, уҡытып, кеше иткән ул.
Нәнәйем бик уңған, тәртипле, бөхтә ҡатын булды. Ошо сифаттарын ул балаларында ғына түгел, ейәндәрендә лә тәрбиә­ләне. Нәнәйемдең “намыҫ кодекс”ы һәр беребеҙгә таныш.
Һәр йыл 9 Май етеү менән Арыҫлан ауылы мәктәбе уҡыу­сылары нәнәйемде осрашыуға саҡыра торғайны. Ул бындай кисәләрҙе ҡалдырмаҫҡа тырышты. Нәнәйем ире, ҡарта­та­йыбыҙ Миңнислам Хәмәҙийәр улы Мөхәмәҙиевтең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы менән сикһеҙ ғорурлана торғайны. Ватан азатлығы, ил именлеге өсөн барған яуҙа һөйөклө ире, балаларының атаһы юҡҡа һәләк булмаған, ошо бәхетле көндө яҡынайтыуға йәнен биргән, тип үҙен йыуатты.
1999 йылда 93 йәшендә яҡты донъя менән хушлашты ҡәҙерле кешебеҙ. Аллаһ Тәғәлә ишетте уның үтенестәрен: ике аҙна тирәһе ауырыны ла июлдә күҙҙәрен мәңгелеккә йомдо. Йыназаһына кеше шул тиклем күп йыйылды. Ғәм халыҡ нәнәйебеҙ менән хушлашырға аҡтан кейенеп килгәйне, әйтерһең, динебеҙ өйрәткәнсә, уның һуңғы туйына йыйылды. Ошо мәлдә мин яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендәге Оло инәйҙе иҫкә төшөрҙөм. Ул да бит ауылдаштары, яҡташтары менән шул тиклем яҡшы мөғәмәләлә йәшәй, хушлашырға килгән һәр кем ниндәй яҡшы кешене оҙатыуын тәрән аңлай... Беҙ нәнәйебеҙҙе үҙенең теләге буйынса ата-әсәһе ерләнгән Арыҫлан ауылы зыяратында ер ҡуйынына ҡәҙерләп тапшырҙыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ул яҡты донъянан киткәс, минең өсөн тотош бер быуат һүнгәндәй булды. Бар асылы, булмышы менән һуғыш осорондағы ғына түгел, барлыҡ тарихи осорҙар­ҙағы тол ҡатындарҙың тырыш­лыҡ, сабырлыҡ, тоғролоҡ, саф­лыҡ, дөрөҫлөк өлгөһө ине ул. Көслө рухлы ҡатын ине ҡәҙерле нәнәйем Гөлмаһира Фәрхетдин ҡыҙы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840