Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәк халҡы уға күҙ төбәй
Төбәк халҡы уға күҙ төбәй Бала саҡтың шундай бер мәле иҫтә ҡалған: Силәбе өлкәһендәге техникумға уҡырға ингән ағайым ауылға ҡайтҡас, ҡартатайым: “Ниндәй һөнәр аласаҡһың инде, улым?” – тип һораны. Ағайым ғорур ғына: “Таусы-механик!” – тине. “Шәп һөнәр, улар бит аҡсаны ла көрәп ала, беҙҙең яҡтарҙа абруйлы эш”, – тине күпте күргән аҡһаҡал. Учалы тау сәнәғәте колледжы директоры Дмитрий Абдрахманов менән әңгәмә барышында ла шул тарих хәтергә килде.

Ике мөһим бурыс

– Эш хаҡының башҡа тармаҡтарҙыҡы менән сағыш­тыр­ғанда юғарыраҡ булыуы йәштәргә һеҙҙең уҡыу йортон һайларға этәргес бирәлер тип уйлайым. Бәлки, яңы­лышамдыр? – тип һорайым директорҙан.
– Был өҫтөнлөк һөнәр һайлауға күпмелер дәрәжәлә йоғонто яһай, әлбиттә, – тине Дмитрий Игоревич. – Рәсәйҙәге бөгөнгө иҡтисад тармаҡтарын алып ҡарағанда, ҡаҙып сығарыу менән шөғөлләнгән предприятиеларға сағыштырмаса ҙурыраҡ эш хаҡы хас. Ләкин уны ла үтә юғары тип әйтмәҫ инем. Шулай ҙа һеҙҙең менән килешәм: башҡа тармаҡтарҙа хеҙмәт иткән ата-әсәһенең эш хаҡы тағы ла түбәнерәк булыуын күреп-белгән уҡыусылар килә бит беҙгә. Хәйер, ҡалабыҙ халҡына таусы һөнәре яҡын, учалылар өсөн төп шөғөл бит ул.
Уҡыу йорто алдына ике бурыс ҡуйылған – һөнәргә өйрәтеү һәм хәҙерге заман кешеләре тәрбиәләү. Стратегик партнеры – ошо ҡаланы барлыҡҡа килтергән Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, белгестәр ҙә, нигеҙҙә, ошо предприятие өсөн әҙерләнә. Бөгөн бында 1 165 уҡыусы шөғөлләнә – тимәк, республика кимәлендә алғанда, бәләкәй уҡыу йорто түгел.

Тарих

Учалы тау сәнәғәте колледжы 1967 йылда Баймаҡ тау-металлургия техникумының филиалы булараҡ барлыҡҡа килә. Бер йыл үтеүгә, ул тау технигы-механигы һөнәре буйынса 17 белгес әҙерләп тә сығара. Бөгөн был колледж – ҙур белемгә, тәжрибәгә эйә педагогик коллективлы һәм һөнәргә өйрәтеү буйынса заманса программаларҙы даими үҙләштергән уҡыу йорто. Эшмәкәрлек осоронда ул һигеҙ меңдән ашыу юғары квалификациялы белгес әҙерләгән.

Маҡсаты

Тау-руда сәнәғәте предприятиелары һәм төбәк иҡтисадының башҡа тармаҡтары өсөн белгестәр әҙерләү.

Уҡытыу йүнәлештәре

l Ер аҫты файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эшкәртеү
l Проходкалаусы
l Тау ҡорамалдарын ремонтлаусы
l Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыусы
l Электр һәм электр-механика ҡорамалдарын техник ҡулланыу, хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау
l Электромонтер

Һөнәргә өйрәтеү үҙенсәлектәре

Ер аҫты шахтаһы белгесе булыр өсөн колледж класында теорияны өйрәнеү генә етмәй, ә шахтаның үҙенә төшөргә, йәғни практик дәрестәрҙә шөғөлләнергә кәрәк. Ләкин Рәсәй закондары буйынса 18 йәшкә саҡлы ер аҫтында эшләү тыйыла. Уҡыу курстарының тәүге йылын­да күберәк дөйөм белем биреү нигеҙҙәре бирелһә, артабан киләсәктә башҡарасаҡ эшеңде үҙләштерә башларға кәрәк. Шунһыҙ һөнәргә өйрәнеү килеп сыҡмаясаҡ, ә был дәүләт аҡсаһын юҡҡа туҙҙырыуға тиң.
Колледж етәкселеге мәсьәләне тиҙ хәл итә – заманса уҡыу полигоны булдыра. Унда барыһы ла шахта эсенә оҡшатып эшләнгән, ер аҫты цехтарынан сығарылған ҡорамалдар ултыртылған. Тимәк, үҫмер буласаҡ хеҙмәт шарттарына күнегә башлай, шахтаға төшкәндә ҡаушап ҡалмаясаҡ.
Эште башлағанда Рәсәйҙең һәм яҡындағы сит илдәрҙең тәжрибәһе ентекләп өйрәнелгән. Ләкин ундай алымдар менән яһауҙың бик ҡыйбатҡа төшөүен, был полигондарҙың квалификацияны арттырыу өсөн генә файҙаланылғанын, йәғни ололар ғына уҡый аласағын аңлағандар. Ә бында балаларҙы һөнәргә өйрәтергә кәрәк. Шуға күрә Учалы колледжы үҙ ихтыяжына ярашлы полигон эшләргә була. Яңы уҡыу программаһы менән сығыш яһап, белем учреж­дениеһы республика конкурсында 11 миллион һум грант алыуға өлгәшкән, тау-байыҡтырыу комбинаты ла ҙур ярҙам күрһәткән. Һөҙөмтәлә сит илдән килтерелгән заманса ҡорамалдар менән йыһазлан­дырылған полигонда күнекмә үтә Учалының буласаҡ таусылары. Тимәк, бында сифатлы белгестәр әҙерләнә.

Ҡабул итеү шарттары

Колледжға 15 июндән 30 авгусҡа саҡлы уҡырға инергә мөмкин. IX класты тамамлағандар – аттестаттағы уртаса балл нигеҙендә, ә урта белемлеләр Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә ҡарап ҡабул ителә.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840