Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әбйәлилдәр, көйөлдөнө һаҡлағыҙ!
Әбйәлилдәр, көйөлдөнө һаҡлағыҙ! Һуңғы йылдарҙа ҡоштар һанының бермә-бер кәмегәнен һиҙәһегеҙме? Экологик хәлдең насар булыуымы, тәбиғәт шарттарының үҙгәреүеме, әллә инде кешенең тирә-йүнгә битарафлығындамы сәбәп? Был һорауҙарға аныҡ ҡына яуап биреп булмай. Шуныһы айырыуса үкенесле: хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй. Киреһенсә, насарая ғына бара. “Ҡоштар көнөндә ошо турала оран һалмау ҙур ғәйеп булыр һымаҡ”, – ти Башҡортостан орнитологтар йәмғиәте етәксеһе Виктор ВАЛУЕВ. Уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Әбйәлилдәр, көйөлдөнө һаҡлағыҙ!– Һеҙҙең ойошма ҡасан барлыҡҡа килде?
– 2004 йылда ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһынған, уртаҡ ниәт менән янған кешеләр бергә йыйылдыҡ та ойошма булдырҙыҡ. Беҙҙең маҡсат – халыҡҡа ҡа­натлы йән эйәләре тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт еткереү, уларҙы танып белергә өйрәтеү. Ойошманың иң әүҙем ағзалары ярҙамында ҡоштар тауышы яҙҙырылған CD дисктар сығарҙыҡ, бынан тыш, Башҡортостанда таралған ҡоштарға, экологияға арналған фильм­дар төшөрҙөк. 2004 йылдан даими рә­үештә “Башҡортостандың орнитология яңылыҡтары” тигән журнал нәшер итә­беҙ. Экспедицияларға ла йыш сыға тор­ғай­ныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай сә­фәрҙәр һирәгәйҙе. Сәбәбе – әлеге лә баяғы аҡса етмәүҙә. Экспедициялар мә­лендә ҡоштарҙы һанайбыҙ, уларҙың ни­мә менән туҡланыуын, үҙ-үҙен тотошон күҙәтәбеҙ. Ойошманың сайтында мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө конкурстар үт­кәрелә. Балаларҙың ҡоштар донъяһы менән ихлас ҡыҙыҡһыныуы ҡыуандыра. Әйткәндәй, беҙҙең ойошмаға инеүе ҡы­йын түгел, шарттары менән сайтта (www.vk.com/sowjaka) танышырға була. Орнитологтар ойошмаһы ағзаһы булыр өсөн иғәнә түләргә кәрәкмәй.
– Бөтөн Рәсәй буйынса Башҡорт­останда ғына ҡоштарҙы реабилитациялау үҙәге бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны япҡан­дар тип ишеттем.
– Ҡулайлаштырыу еле ҡоштарҙы “осороп” алып китте. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Беҙ­ҙең үҙәккә яраланған ҡоштарҙы алып ки­лә торғайнылар. Уларҙың оса алған­да­рын кире тәбиғәткә ебәрә, ҡазалан­ған­дарын тәрбиәләй инек. Үҙәктә бер юлы 50-ләгән ҡошто дауаланыҡ. Улар ара­һында “Ҡыҙыл китап”ҡа ингәндәре лә бар ине. Бер мәл беҙгә ҡазаланған 22 өкөнө алып килделәр!
Шуныһы үкенесле: ҡоштар пробле­ма­һын власть органдары аңлап ҡабул ит­мәй. Ябай ғына миҫал: ҡоштар быяланы “күрмәй”, шуға уға бәрелеп яраланған­дары бихисап. АҠШ-та күптән, утыҙ йыл са­ма­һы элек үк, ультрафиолетты кире ҡаҡҡан тәҙрәләр етештерәләр. Был ысул беҙҙә миллионлаған ҡошто һаҡлап ҡа­лыр­ға ярҙам итер ине. Бөгөн “аҡыллы өйҙәр” тураһында күп һөйләйҙәр. Исма­һам, шуларға ошондай тәҙрә ҡуйғанда һәйбәт булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙе ишетеүсе юҡ. Ә һандарға ҡолаҡ һалыуы ҡурҡыныс: бер метр квадратлыҡ тәҙрә өлгөһөнә ике ҡош бәрелеп үлә. Тимәк, баш ҡалабыҙҙың бейек өйҙәрендә генә лә күпме хәүефле урын бар!
Үҙәккә килгәндә иһә, уның ябылыуы беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу булды. Әле ике бөркөт һәм бер диңгеҙ бөркөтө Йоматау­ҙағы өйөмдә йәшәй. Ҡалған ҡоштарҙы таратып бөттөк.
– Бынан бер нисә йыл элек Ҡоштар көнөндә буклеттар таратҡайнылар. Унда һағыҙҙы юлға ташламаҫҡа өн­дәйҙәр ине. Ҡоштар шуны ашап та ҡырыла икән.
– Был проблема менән күптән шөғөл­лә­нәбеҙ. Һағыҙҙы ҡайҙа етте шунда ташлап китәләр шул. Ә улары ерҙә серемәй ти­ерлек. Шуға ла тиҙ тарҡалған, экологик яҡтан таҙа һағыҙ уйлап сығарҙыҡ. Патент та алдыҡ. Әммә уны етештереүгә бер эш­ҡыуарҙың да тотонғоһо килмәй, әҙер шарт­тар булғанда ғына башларға уйҙары.
– Ҡоштарҙы оҙаҡ ваҡыт өйрәнә­һе­геҙ. Ойошма асылыуға ла 15 йыл тула. Ошо арауыҡта ҡоштар һаны кәме­неме?
– Мин ҡоштар менән бала саҡтан ҡы­ҙыҡ­һынам. Уларҙы күҙәтергә яратам. Үке­несле: ҡоштар ҡырҡа кәмене. Акса­ковтың, Пушкиндың Башҡортостан тура­һын­дағы яҙмаларын алып уҡығыҙ. Улар­ҙа беҙҙең төбәктең ҡырағай ҡошҡа ифрат бай булыуы тураһында телгә алына. Ә хәҙер... Һуйыр менән ҡор маши­на йөрө­мәгән ерҙә генә ҡалды. Дөрө­ҫөн әйт­кән­дә, ҡырағай ҡоштарға ҡа­ра­ғанда, уларҙы аулаусылар күберәк. Ғөмүмән, ҡоштар­ҙың кәмеүендә экология проблемалары ғына сәбәпсе түгел, кешеләрҙең дә өлө­шө ҙур. Ауыл хужалығында пестицидтар менән гербицидтарҙы әүҙем ҡулланыу уларҙың ағыуланып үлеүенә килтерә.
– Айырыуса һаҡлауға мохтаж ҡош­тар тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Яр һалып ҡысҡырырҙай мәсьәлә – көйөлдө, йәғни кәкре суҡыштың көнсы­ғыш ярым төрөнөң юҡҡа сығыуы. Был ҡоштарҙың дүрт кенә пары Әбйәлил ра­йонының Байым ауылы тирәһендә ҡал­ған. Ауырлығы 300 грамм тирәһе тартҡан әлеге йән эйәләренә урындағы халыҡ иғ­тибарлы булһын ине. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн бөгөн бер сара ла күрелмәй...
– Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар, тип ҡабат­ларға яратабыҙ. Әңгәмәбеҙ күңелһеҙ төҫ алды бит әле...
– Ҡоштар тураһында йылына бер тап­ҡыр ғына әңгәмә ҡороп, алыҫ китеп булмай. Эште даими рәүештә алып барырға кәрәк тә бит... Ҡырағай ҡоштарҙы һаҡлап ҡалыу – беҙҙең ҡулда. Быны иң ябай ысулдан – тәҙрә төбөнә тағараҡ элеүҙән – башларға кәрәк.
Әлбиттә, матур саралар үткәрелә-үткә­ре­леүен. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек Өфө­лә сағыу төҫтәге сыйырсыҡ оялары элеп сыҡтылар. Әммә был ҡошсоҡ ун­дай­ҙы үҙ итмәй. Һөҙөмтәлә меңләгән оя буш ҡалды. Ниндәйҙер сара үткәрер алдынан беҙҙең менән кәңәшләшеп, ҡоштарҙың үҙенсә­лектәре тураһында һорашырға кәрәк ине лә бит...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840