Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Саҡырып тора “Морат”
Саҡырып тора “Морат” “Морат” тау саңғыһы үҙәге уҙған быуаттың 60-сы йылдарында барлыҡҡа килә. Заманында унда тәрбиәләнгән спортсылар Башҡортостанда ғына түгел, тотош Советтар Союзында танылыу яулай. Ә инде ошонда оҫталыҡ дәрестәре алған Ольга Логвинова, Людмила Реус (Кедрина) һәм Максим Кедрин Олимпия уйындарында ҡатнаша.

Бай тарихлы тау саңғыһы базаһы бынан бер нисә йыл элек хәүеф аҫтында ҡалғайны. Үҙәктең заман талаптарына яуап бирмәүе, кәрәкле йыһаздың булмауы спортсыларҙы әҙерләүгә лә, ял ойоштороуға ла ҙур кәртәләр ҡуйҙы. Мәсьәләне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙ иғтибарына алғас ҡына, комплекстың яҙмышы ҡырҡа үҙгәрҙе.
Хәҙер “Морат”ты танырлыҡ та түгел. Халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән тау саңғыһы үҙәге әллә ҡайҙан балҡып, саҡырып торғандай. Ундағы ете трасса ла уңышлы эшләй. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн күтәргестәр ҙә бар, шыуыу урыны яҡтыртыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бынан тыш, яһалма ҡар яуҙырыу ҙа ойошторолған. Был иһә октябрҙән апрелгә ҡәҙәр саңғыла шыуыу мөмкинлеген булдырҙы.
– База ҡыҫҡа ғына арала танымаҫлыҡ үҙгәрҙе, – ти “Морат” комплексының директор урынбаҫары Валентина Носова. – Ял итергә теләгәндәр бермә-бер артты. Мәҫәлән, Яңы йыл байрамы осоронда беҙҙә биш меңдән ашыу кеше булып китте. Хәҙер Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә киләләр.
Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов белдереүенсә, бындай комплекстың эшләүе төбәктең иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индерә.
– Ауыр хәлдә ҡалған базаны тергеҙгәне өсөн район халҡы республика етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтле, – ти Владислав Геннадьевич. – Рөстәм Зәки улы төҙөкләндереү эштәре менән килеп танышып киткәйне. Хәҙер “Морат” тау саңғыһы комплексы гөрләп тора, туристарҙың яратҡан урынына әүерелде.
Әйткәндәй, базалағы төҙөкләндереү эштәре бының менән генә сикләнмәй. Киләсәктә инвесторҙар ҡатнашлығы менән яңы административ корпус, кафе, ресторан, ял итеү бүлмәләре төҙөү күҙаллана.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518