Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Атай нигеҙе Еңел машина Ағиҙел күперен үтте лә тиҙлеген кәметә төштө. Рулдә ултырған сал сәсле уҙаман уң яҡ ишектең тышындағы көҙгөгә күҙ һалды. Тыуған яҡтарына ҡайтырға ашҡынған һайын Ағиҙелдең бейек ярындағы Салауат һәйкәленә ана шулай һоҡланып баҡмай ҡалғаны юҡ уның. Яңынан осрашҡанға тиклем барыбыҙ ҙа иҫән-һау йәшәйек, донъялар имен торһон, тормоштарыбыҙ һил булһын тип, күңеленән генә батырға өндәшә, изге теләктәр теләй ул. Ә ярһыу баҡыр арғымағына атланған егерме ике йәшлек баһадир, ҡамсы тотҡан уң ҡулын юғары күтәреп, сабып барған ыңғайға уға ла хәйерле юл теләй кеүек. Башҡаларға нисектер, ә Марат Талғат улына гелән шулай тойола.


Йыш ҡына бына ошондай татлы хис-тойғо кисерә ул тыуған яҡтарына, Оло Көйөргәҙе буйҙарына, ҡайтырға сыҡ­ҡа­нында. Бындай бәхетле мәлдәрҙән, ихтимал, башҡа юлсылар ҙа мәхрүм түгелдер. Улар ҙа тыуған яҡтарына юлланғанда үҙҙәрен бик тә бәхетле тоялыр. Ә бына Марат Аҙнабаев икеләтә бәхетле!
Тыуған яҡтары менән бәйләнеште һис кенә лә өҙгәне юҡ. Яҙмыш уны Ер шары­ның ҡайһы ғына ҡитғаһына, иленә, ҡала­һына, быға тиклем ул күрмәгән, белмәгән ер-һыуҙарына илтһә лә, тыуған тупра­ғынан, туған халҡынан айырылғаны юҡ. Шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән тағы? Уның ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергә­нен һиҙгән һымаҡ, радиоалғыстан күре­нек­ле башҡорт шағирәһе Кәтибә Кинйә­­бу­лато­ваның шиғырына яҙылған йыр ағылды:
Икһеҙ-сикһеҙ киң баҫыуҙар
Аҡһыл-йәшел тулҡын ҡаға…
Иҫең китер, ҡарап торһаң,
Булғанмы тип бында дала.
Бойҙай үҫә туҡ башаҡлы,
Арыш үҫә ап-аҡ сәсле.
Елдә улар тирбәләләр,
Әйтерһең дә, кинәнәләр…
Башаҡтарын шыптырҙатып,
Әйткән төҫлө ергә ятып:
“Бындай оло хөрмәтеңә,
Тыуған ерем, рәхмәт һиңә!”
Ғүмере буйы рәхмәтле Марат Талғат улы Башҡортостанына, уның бер өлөшө, бер төбәге булған тыуған төйәге Оло Көйөргәҙе буйҙарына.
Еңел машина Өфө – Ырымбур юлынан әкрен генә елдереүен белә. Әйтерһең, ул да баҫыу киңлектәрен, урман-болон­лоҡ­тарҙы күҙәтеп, бергә шатлыҡ-ҡыуаныстар кисерә. Әле ул боронғо Табын иләүе ер­ҙәренән бара. Боронғо тип ни, табындар­ҙың, башҡа башҡорт ҡәбиләләре кеүек үк, әле лә үҙ ерендә, үҙ Ватанында йәшәп ятҡан көндәре. Был тарафтар – милләт­тәш­тә­ребеҙ араһынан үҫеп сыҡҡан мәш­һүр башҡорт мәғрифәтсе-шағиры һәм ғалимы Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған яғы, әхирәттә ятҡан ере, изге тупрағы.
Беҙҙе Йомран иле, тиҙәр,
Ағиҙелдең буйы, тиҙәр.
Беҙҙең дә бар гүзәл ерҙәр,
Ҡолаҡ тот, тыңла беҙҙәрҙән, –
тип яҙғаны булыр уның. Мараттың күңе­ленә уның шундай хикмәтле һүҙҙәре би­герәк тә ныҡ яғылып ҡалған: «Аҫаба башҡортҡа өс нәмә мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды өйрәнеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө… риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү». Марат был яҡлап йәштән ҡыҙыҡһыныусан, рухлы егет бул­ды. Ир аҫылы, ил ағаһы ҡатарына ингәс тә халҡының, зат-ырыуының тарихи тамыр­ҙарына ҡарата булған һөйөүе, ғорурлығы, милли рухы һүрелмәне уның, киреһенсә, утын өҫтәгән һайын нығыраҡ дөрләп янған усаҡты хәтерләтте.
Марат Аҙнабаев атлы был уҙаман – күп һанлы, күп тармаҡлы Ҡыпсаҡ ҡәбилә­һе­нең Һыуын-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорто. Исеме башҡорт халыҡ тарихына инеп ҡалған Мешәүле Ҡарағужаҡ тоҡомонан. Уның атаһының, Талғат Әхмәтғәлим улы­ның, барлыҡ ғүмере тиерлек Оло Кө­йөр­гәҙе буйында, “Искра” хужалығы ерҙә­рен­дә үтте.
Яҡшымбәт Көйөргәҙе районының Ырым­бур далалары менән сикләшкән ерендә урынлашҡан. Уның барлыҡҡа ки­леү тарихы тураһында легендалар ҙа ижад ителгән, халҡының шәжәрәһе лә һаҡлан­ған. Ауылды күп һанлы Ҡыпсаҡ ҡәбилә­һе­нең Һыуын-Ҡыпсаҡ ырыуынан Яҡ­шым­бәт атлы олатайыбыҙ нигеҙләгән, тип бара ололар. Ул Туҡ-Соран яҡтары­нан килгән. Марат Талғат улы – бына шул нәҫелдән. Атаһы бөтә ғүмерен колхоз төҙөүгә, ауыл тормошон тамырынан үҙгәр­теп ҡороуға бирҙе. Ул тәү башлап тәпәй баҫҡан тыуған ерендә икмәк тәмен таты­ны, бәрәкәтле лә, һутлы ла сөм-ҡара дала тупрағында уны үҙе үҫтерергә, үҙе игергә өйрәнде. Талғат ағай ғаилә бәхетен дә әллә ҡайҙан, ситтән эҙләмәне: 1934 йылда Хупъямал исемле етем ҡыҙға үҙенә ке­йәү­гә сығырға тәҡдим яһаны. Оҙаҡ та тормай, ике йәш йөрәк, 8 Март байрамына тура килтереп, ауыл клубында комсомол туйы үткәрҙе. Уларға ата-әсәләре, ауыл Сове­ты, колхоз етәк­селәре, туған-тыумасалары йылы ҡотлау һүҙҙәре әйтте, ғаилә бәхете теләне.
Талғат ағай менән Хупъямал апай, ғүмер буйы мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, береһенән-береһе һөйкөмлө балалар үҫтерҙе, тамаҡтарын туйҙырып, өҫ-баштарын бөтәйтеү менән генә сикләнеп ҡалма­йынса, тейешле тәрбиәһен дә, белемен дә бирергә тырышты улар улдары менән ҡыҙҙарына. Балалары ла үҙҙәренә ҡарата ышанысты аҡланы: бөтәһе лә юғары бе­лем алды, башлы-күҙле булды. Өлкән улда­ры Марат – медицина фәндәре док­торы, профессор, академик, икенсе улы Румил – һөнәре буйынса инженер, йә­мәғәт эшмәкәре, ҡыҙҙары Рәй­сә – уҡытыусы, Хәмисә – врач-педиатр.
* * *
Машина убалы-далалы ерҙәрҙән тыу­ған яҡтарға яҡынлашҡандан-яҡын­лаша. Ҡа­ра­уыл тауынан төшә башлауға Оло Кө­йөргәҙе буйына теҙелешеп ултырған ауылдар күҙгә ташлана. Ана, Яҡшым­бәт­тең мәсет манараһы алыҫтан уҡ күренә. Был яҡтарҙың һәр урыны тигәндәй, һәр сәскә-үләне, йәнлек, ҡош-ҡорто уға бала сағынан яҡшы таныш. Кеше олоғайған һайын, уны тыуған ере, тыуған тупрағы үҙенә нығыраҡ тарта, тиҙәр. Шулайҙыр. Марат Аҙнабаев та тормошоноң асылын баш ҡала менән бер рәттән тыуған ауылынан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай, сөнки бында уның ата-бабаларының 300 йыллыҡ тарихы бар, уны үҫтергән, кеше иткән атаһының нигеҙе бар, хатта ул үҫкән урам да бөгөн атаһы Талғат Аҙна­баевтың исемен йөрөтә. Марат ағай һуңғы йылдарҙа атаһының нигеҙендә бына тигән ҡарағай буранан өй һалдыртты, хәҙер ун­да бер туған апаһы йәшәй, ә үҙе ғаиләһе, туғандары менән бында йыш ҡайтып йө­рөй. Был йортҡа, тыуған ауылына шат­лыҡ-ҡыуаныс, һағыныу тойғолары менән ҡайта ул. Атаһы төҙөшкән, оҙаҡ йылдар етәксе­лек иткән “Искра” ауыл хужалығы етеште­реү кооперативы (элекке колхоз) – ра­йон­да иң алдынғыларҙан. Яҡташтары ла башҡа яҡтар менән сағыштырғанда бында күпкә яҡшыраҡ йәшәй. Ауыл да йылдан-йыл ҙурая, күркәмләнә бара. Ма­рат Талғат улы, ауылдаштарының был уңыштарын күреп, ҡыуанып бөтә алмай. Үҙе лә уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Мәҫәлән, Яҡшымбәттә үҙ аҡсаһына балалар музыка мәктәбе ас­тырҙы, был яңы уҡыу йортон музыка ҡоралдары менән тәьмин итте.
Ысынлап та, тотош донъяға билдәле офтальмолог, Башҡортостандың Фәндәр академияһы ағзаһы булыуы өҫтөнә уның төрлө яҡлы эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Марат Аҙнабаев атлы ысын ир-уҙаман, аҡһаҡал айырыуса үҙ халҡының социаль-иҡтисади һәм де­мог­рафик үҫеше, уның сәләмәтлеген, генофондын һаҡлау, туған телде өйрәнеү, этносты йәшәтеүҙә Хөкүмәттең һәм дәү­ләтселектең бурыстары мәсьәлә­ләренә тыныс ҡына ҡарай алмай. Улар һәр саҡ – ғалимдың иғтибар үҙәгендә. Ә уның ғилми эшмәкәрлеге, ойоштороу һәләте алдында, таң ҡалып, баш эймәй булдыра алмай­һың. Фән менән шөғөлләнеүҙән тыш, бындай эштәргә батырсылыҡ итеү өсөн дә талант, йөрәк кәрәк бит әле!
Марат Талғат улының офтальмология өлкәһендәге асыш-ҡаҙаныштарын сит ил­дәрҙә лә яҡшы беләләр һәм медицина практикаһында киң ҡулланалар. Шуға бәй­ле уны төрлө илдәргә ғилми-ғәмәли конференция, симпозиумдарға саҡырыуҙары бер уның өсөн генә түгел, республикабыҙ халҡы өсөн дә үҙенә күрә бер ғорурлыҡҡа әүерелде. Марат Талғат улы ҡайһы ғына тарафтарҙа эш буйынса йөрөһә лә, уның күпселек юлы Ер шарының бер нөктә­һенә – тыуған ауылы Яҡшымбәттәге атай нигеҙенә – әйләнеп ҡайта. Бында уны олоһо ла, кесеһе лә яҡшы белә, ихтирам итә. Шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән ул донъяла? Юҡтыр. Тыуған ауылына ҡайтҡан һайын Марат Аҙнабаев яңы дәрт-көс, илһам алып китә баш ҡалаға.
Бына әле лә уны ауылдаштары яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алды. Мә­ҙәниәт йорто алдына әллә күпме кеше йыйылған. Сөнки Марат Аҙнабаев бөгөн бабаһы Мешәүле Ҡарағужаҡ кенәзгә үҙ аҡсаһына яһатҡан һәйкәлде тантаналы асыу сараһына ҡайтты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 31.03.2015, 16:05
    Ҡайһылай матур яҙылған,уҡыуы рәхәт ! Марат Аҙнабаев тураһында күп яҙалар, ләкин быныһы башҡа мәҡәләләрҙән бер - ике башҡа юғарыраҡ кимәлдә ( минең ҡарашҡа). Рәхмәт !






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512