Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨ ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРА
ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨ ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРАПомидор
Помидорҙы үр­сет­мәһеҙ үҫтереү мөмкин түгел. Уның вегетация ваҡыты оҙаҡҡа һуҙы­ла, беҙҙең йәйҙә уңыш бирергә өлгөр­мәй ҡала. Ҡағиҙә бу­ла­раҡ, күптәр по­ми­дорҙы күпләп ултырта. Шуға ла тәүҙә орлоҡтарҙы ҙур киң һауытҡа сәсәләр, үҫкәсерәк айырым-айырым бәләкәсерәктәргә күсерәләр. Орлоҡтарҙы 1 сан­тиметр тирәһе тәрәнлеккә сәскәндән һуң тупраҡты һәйбәтләп дымландырып, ҡапҡас йәки пленка менән ҡаплап ҡуялар. Улар шыта башлау менән ҡапҡасты асырға кәрәк. Әгәр помидор оҙонлоҡҡа ныҡ тартыла икән, уның сәсмәлектәрен ҡырҡып алалар. Быны үрсет­мәнең ҡеүәтле япраҡтары күренә башлағас ҡына эшләргә була.
Помидор — “ашарға яратыусы” үҫемлек. Шуға ла уны үҫтергәндә комплекслы ашламалар ҡулланыу артыҡ булмаҫ. Тупраҡты ашла­ғанда ул дымлы булырға тейеш.

ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨ ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРАҠыяр
Ҡыяр үрсетмәләрен бер үк күләмдә алын­ған тиреҫ, ҡара тупраҡ һәм ағас онтағында үҫтереү һәйбәт. Теплица өсөн үрсетмәне бер ай алдан, парник өсөн — 25 көн, түтәлдәргә күсерер өсөн 15 – 20 көн ҡалғас сәсәләр.
Нәҙек кенә һәм оҙон (0,5 сантиметр һәм унан да артығыраҡ булған) ҡыяр орлоҡтарын ташларға кәрәк. Уларҙан йүнле уңыш алырмын тимә, үҫенте сирле һәм мөсһөҙ генә буласаҡ.
Ҡыяр дымлы һауаны ныҡ ярата. Шуға ла уның үрсетмәләре янында биҙрә менән һыу тотоу ярҙамға килер. Уға һыуҙы ла йыш ҡына һибәләр, әлбиттә, артыҡ булып стакандар төбөндә йыйылып тормаһын. Һыуҙың йылымысы ғына ярай.
Ҡыяр үрсетмәһе тупрағын ашлау өсөн тауыҡ тиреҫен һыуға бутап һибәләр. Үрсетмәләрҙе ашлағанда тупраҡтың дымлы булыуы шарт.
Ҡыяр үрсетмәһен асыҡ тупраҡҡа күсерер алдынан сыныҡтырыу мотлаҡ. Бының өсөн тәүҙә аҙ ғына ваҡытҡа форточканы асып торорға, мөмкинлек булһа, йылытылмаған балконға сығарырға кәрәк. Тик иғтибарлы булығыҙ: тәүге өс көндә үҫентеләргә тура ҡояш нуры төшмәһен. Һуңынан ҡояшҡа сығарып ҡуйырға ла була.
Үрсетмәнең сифатын күрһәтеүсе билдәләр — ҡуйы йәшел төҫтәге япраҡтар, улар ҡыҫҡа ғына һәм ергә һылашыбыраҡ тора. Тамыр­ҙарының аҡ һәм күп булыуы ла — сифат бил­дәһе. Асыҡ тупраҡҡа күсерер алдынан ҡыяр үрсетмәләренең ныҡлы ғына ике – өс япрағы булырға тейеш.

ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨ ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРАКәбеҫтә
Кәбеҫтәнең бө­тә төрҙәре өсөн дә үрсет­мә­ләр әҙерләү бер үк төрлө баш­ҡарыла. Шуға ла уларҙың һәр бе­реһенә айырым туҡталып үтеүҙең кәрәге юҡ.
Кәбеҫтә орлоҡтары яҡшы магазиндан алынған йә яҡшы итеп үҙегеҙҙә һаҡланған икән, сәсер алдынан әллә ни мәшәҡәтләнеү талап ителмәй, 50 градус эҫелектәге һыуҙа 20 минут самаһы тотоп тороу ҙа етә. Был процедура кәбеҫтәне төрлө сирҙәргә бирешмәҫкә өйрәтә.
Кәбеҫтә үҫентеһе тупрағының тиреҫле булыуы бик яҡшы. Шулай уҡ уға көл өҫтәргә лә кәрәк. Был тупраҡты микроэлементтарға ба­йытасаҡ һәм төрлө сирҙәрҙән дә һаҡлаясаҡ. Орлоҡтар, араһында 3 сантиметр ҡалды­рылып, 0,5 – 0,7 сантиметр тәрәнлектә сәселә. Кәбеҫтә шытып сыҡҡансы тупраҡты ҡаплап торалар. Үрсетмәләрҙе иң яҡты урынға ҡуялар.
Кәбеҫтә үрсетмәләренең сифаты яҡты­лыҡтың етеү-етмәүенә ныҡ бәйләнгән. Ҡеүәтле үрсетмәләр алыр өсөн лампалар ҡулланырға тура киләсәк.
Кәбеҫтә асыҡ тупраҡта һыуҙы ат кеүек күп эсһә лә, үрсетмәләре уға артыҡ мохтаж түгел.
Үрсетмәләрҙе күсереп ултыртыр алдынан мотлаҡ рәүештә сыныҡтыралар. Бының өсөн көндөҙ форточкаларҙы асып тороу ярҙам итә.
БЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨ ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРАорос
Боростоң вегетация осоро бик оҙаҡҡа һуҙыла, 140 көн булыуы ла ихтимал. Ә беҙҙең йәй ҡасан башланып, ҡасан бөт­кәнен үҙегеҙ беләһегеҙ. Борос йылыны ярата. Тупраҡҡа йылға ҡомон ҡушыу яҡшы. Сәсер өсөн айырым һауыттар кәрәк.
Боросто үҫтереү технологияһы помидор­ҙыҡы менән оҡшаш. Уның орлоҡтарын сәсер алдынан 1 литр һыуға 1 грамм марганцовка һалынған иретмәлә зарарһыҙландырып алалар. Был иретмә өсөн ямғыр йәки ҡар, шишмә һыуын ҡулланыу дөрөҫөрәк булыр. Сөнки башҡа һыуҙа хлор булғанлығы билдәле.
Борос — бик иркә йәшелсә. Уға бер генә нәмә оҡшамаһа ла, үҫеүҙән туҡтай ҙа ҡуя. Был йәшелсәне үҫеүҙән туҡтатҡан иң насар сәбәп — тупраҡтың етерлек кимәлдә йылынмауы. Шуға ла тикшереп тороғоҙ — тупраҡтың температураһы 13 градустан да түбән булһа, борос үҫеүҙән шыпа туҡтаясаҡ.
Үрсетмәләрҙең оҙонлоғо 16 – 20 санти­метрға еткән, 8 – 10 япрағы булған осраҡта борос асыҡ һауала үҫергә әҙер тигәнде аңлата. Уны, ҡағиҙә булараҡ, май аҙағы – июнь башында күсереп ултырталар, ул ваҡытта ҡырау төшөүҙән туҡтай тиерлек. Үрсетмәләрҙе тәрәнгә генә, беренсе япраҡтарына тиклем ултырталар.

ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨ ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРАБаклажан
Беҙҙә популяр булған йәшелсәләр араһында баклажан кеүек үк йылыны һәм яҡтылыҡты яратҡандарҙы таба алмаҫһың. Бынан тыш, ул аҡрын үҫеүе менән дә айырылып тора, иң шәп өлгөрөүсе сорттар ҙа уңышты 100 көн үтмәйенсә бирмәй тиерлек. Шуға ла үрсетмәләрҙе март баштарынан да ҡалмай сәсәләр. Был культураның орлоҡтары ла марганцовка иретмәһендә 20 минут тирәһе зарарһыҙландырыла.
Орлоҡтарҙы һирәк сәсәләр. Үрсетмәләргә һыу һибеү ҙә айырым иғтибар талап итә. Был мөһим эш өсөн иртәнге ваҡытты һайларға кәрәк. Ул артыҡ дымды ла, һыу наҡыҫлығын да ауыр кисерә. Шуға ла һыу һибер алдынан тупраҡтың дымын ҡул менән тикшерергә кәрәк. Бынан тыш, баклажан һауаның бысраныуын да яратмай. Шунлыҡтан, үрсетмәләрҙе ҡаплап тороп, бүлмәне йыш ҡына елләтергә тура килә.
Тупраҡты ашлап алыу ҙа талап ителә. Бының өсөн тауыҡ йәки һыйыр тиреҫе ярай, уны һыуға һалып бутап һибәләр. Ләкин арттырып ебәрмәгеҙ, һәр нәмәлә сама кәрәк.
Баклажанды баҡсаға күсерер алдынан сыныҡтырып алырға онотмағыҙ. Бының өсөн үрсетмәләргә һыуҙы һирәгерәк һибәләр, бүлмәне йыш елләтәләр. Асыҡ урынға күсерерлек баклажан үҫентеһенең оҙонлоғо — 20 – 25 сантиметр, 6 – 7 ҡара йәшел япрағы, ҡеүәтле тамыры була. Яҡынса алғанда, үрсетмәләрҙе йылы урында 50 көн тирәһе тоталар.

ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨ ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРАҠауын
Был татлы аҙыҡты хәҙер Баш­ҡорт­ос­тан­да ла күпләп үҫтерә башланылар. Әл­биттә, ул беҙҙә йылы яҡтағы кеүек үк уңыш бирмәй-биреүен, ләкин күптәрҙе йәлеп итә.
Ҡауын да үрсет­мәләр ярҙамында үҫтерелә. Уны үҫтереү ауыр мәсьәлә тип әйтеп булмай. Ләкин был эштең дә үҙенсәлектәре бар. Ҡауын дымды яратмай, шуға ла уға һыу аҙ һибелә. Беҙҙә тик тиҙ өлгөрөүсән ҡауын сорттарын һәм гибридтарын ғына үҫтереп була, башҡалары өсөн ваҡыт етмәйәсәк. Атап әйткәндә, золушка, мечта, алтайская, самарская, янтарная, лимонно-желтая сорттары, розовое шампанское, гермиус, кримс­тар, подарок северу кеүек гибридтар Башҡортостанда үҫергә яраҡлы. Әйткәндәй, ҡауындың яңы сорттарын сығарыу буйынса селекция эше бер ваҡытта ла туҡтамаған һәм әле лә дауам итә.
Иртә өлгөрөүсе ҡауын эре булмай, әллә ни күп тә түгел. Оҙаҡ һаҡланмайҙар ҙа, етмәһә. Улар йәй көнө генә ашарлыҡ татлыҡас. Ләкин йәйге кистәрҙә баҡсаңда үҫтергән ҡауын менән һыйланыу үҙе бер оло шатлыҡ бит.
Ҡауындың орлоҡтарын сыныҡтырыу мот­лаҡ. Бының өсөн уларҙы ҡарҙа йәки иреңкерәп торған боҙҙа 10 сәғәт самаһы тоталар. Беҙҙә был үрсетмәләрҙе июнь урталарында парник­тарға күсерергә була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840