Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨ ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРА
ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨ ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРА Яҙ һулышын тойоу менән баҡсасылар эшкә тотона. Март айы — үрсетмәләр сәсеү осоро. Тәжрибәле баҡсасыларҙың үрсетмәләре күптән баш ҡалҡытҡан да инде. Шулай ҙа сираттағы сығарылышыбыҙҙы тап ошо тармаҡҡа арнарға теләүебеҙ юҡҡа түгел. Белгән белгәнен эшләр, ә белмәгән өйрәнер.
Иң мөһиме — үрсетмәләрҙе ваҡытында сәсеү. Уларҙы алданыраҡ ултыртһаң, яҡшы уңыш алырға була, тип һанау дөрөҫлөккә тап килмәй. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Беҙҙә киң таралған бөтә йәшелсәләр ҙә тиерлек үрсетмә менән үҫтерелә. Помидор, борос, баклажан, патиссон кеүек йәшелсәләр бик алыҫтан — йылы илдәрҙән — килгән. Шуға ла улар һалҡынды яратмай. Ә Башҡортостанда көндәр май урталарына тиклем йылынмай. Тәбиғәт йәшелсәләрҙе асыҡ ерҙә генә үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырмағас, йылы климатты тәҙрә төптәрендә, парниктарҙа, теплицаларҙа булдырырға тура килә.


Күпме орлоҡ алырға?

Орлоҡ алыр өсөн магазинға юлланыр алдынан баҡсағыҙға күпме йәшелсә-емеш ултыр­тыр­ға йы­йы­ныуығыҙҙы аныҡ план­лаш­ты­ры­ғыҙ. Уны артыҡ алыу бө­­төнләй кәрәкмәй — икенсе йыл улар әллә үҫеп сыға, әллә юҡ. Аҙыраҡ та булмаһын – үрсетмә әҙерләү өсөн ҡиммәтле ва­ҡыттың үтеп китеүе ихтимал. Орлоҡто 15 процент тирәһе артығыраҡ алырға кә­рәклеген генә билдәләргә бу­ла, быны страховка фонды өсөн тип әйтергә кәрәк. Әл­биттә, хаҡ­тары ҡиммәтерәк булһа ла, орлоҡтарҙы махсус ма­газиндарҙан алыу яҡшыраҡ – яҙ ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек кү­бәй­гән ваҡ-төйәк кибеттәрҙәге тауарҙың сифаты өсөн яуап биреүсене ҡайҙан табаһың? Ғәҙәттә, тәжрибәле баҡса­сы­лар орлоҡтарҙы үҙҙәре әҙерләй, ә магазинға өр-яңы сорт йәки гибрид алыр өсөн генә бара.
Әйткәндәй, барлыҡ культураларҙың да сортлыларға йәки гибридтарға бүленеүен һәр баҡсасы белә. Тик бына уларҙың айырмаһын ныҡлап аңлап бөтөүселәр генә аҙ. Ә быны белеү һәр кемгә кәрәк.
Орлоҡтар өс категорияға бүленә:
Оригиналдар,
Элиталылары,
Репродукцион орлоҡтар.
Оригинал орлоҡтар саф сортлы тигәнде аңлата, уларҙы оригинаторҙар барлыҡҡа килтергән. Сорттың оригинаторы булып граждандар ҙа, ойошмалар ҙа теркәлә ала.
Элиталы орлоҡтар оригинал орлоҡтарҙан сығарыла. Элитаның сифатын белер өсөн орлоҡтоң ҡабында яҙылған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ — элитаның заты S хәрефе һәм һан менән күрһәтелә. “S1” тип яҙылғаны “S2” тип яҙылғандан затлыраҡ. Бындай орлоҡтар ҡиммәт кенә һәм шәхси хужалыҡтарҙа ҡулланылмай тиерлек.
“Репродукцион” тип элитанан һуң килгән быуынға ҡараған орлоҡтарҙы атайҙар. Шәхси хужалыҡтарҙа, башлыса, тап ошондай орлоҡтар сәселә. Гибридтар ҙа репродукцион булып һанала, уларҙы орлоҡтарҙың ҡаптарына “F1” тип билдәләп яҙалар.
Репродукцион орлоҡтар өсөнсө категорияға ҡарай. Шулай ҙа уларҙы сифатһыҙ тип билдәләү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Улар ҙа тейешле контролде үтә. Ләкин был орлоҡтарҙы етештереүселәргә булған талаптар аҙыраҡ. Шуға ла, бәләһенән баш-аяҡ, орлоҡтарҙы аҡсаны йәлләмәй генә махсус фирма магазиндарынан алыуҙан да ҡулайырағы юҡ, тип ҡабат-ҡабат билдәләге килә. Ни тиһәң дә, ғаиләне туйҙырырлыҡ йәшелсә менән тәьмин итеү тураһында һүҙ бара.

Сифаты төҫөнә сыға


Орлоҡтарҙың төҫөнә лә иғти­бар итегеҙ – уларҙың яңылары сағыу була, иҫкеләренең төҫө тоноҡлана. Һәйбәт орлоҡтарҙың еҫе ҡырҡыу булыуы менән айырылып тора, бигерәк тә кишер, петрушка һәм әнистеке. Шулай уҡ орлоҡтарҙы тотҡолап та ҡарайҙар – улар дымлыраҡ, һалҡынса була. Кибеп бөткәндәрен уйлап та тормай сүп һауытына ырғытырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, орлоҡтарҙың ҡабына яҙылған яҙыуҙарға ныҡлы иғтибар итегеҙ – теплицағыҙ булмаған осраҡта оҙаҡ өлгөрә торған сорттарҙы алмай тороғоҙ.

Ҡасан ҡулайыраҡ?

Үрсетмәләрҙе өс этапта сә­сә­ләр.
Иртә сәсеү ваҡыты 10 фев­ралдән 10 мартҡа тиклем дауам итә. Был ваҡытта теплицалар өсөн борос, баклажан, помидор сәселә, иртә өлгөрөүсән аҡ күсәнле кәбеҫтә, артишок, тамырлы сельдерей орлоҡтары ла ергә төшә. Үрсетмәләрҙе, ҡояш яҡтылығынан тыш, өҫтәмә яҡтылыҡ менән дә тәьмин итергә тура киләсәк. Шулай уҡ өҫтәмә йылылыҡ та талап ителә. Уларҙы тәҙрә төптәрендә, йылытылған балкон һәм верандаларҙа үҫтерергә мөмкин.
Икенсе этап — 15 марттан 10 апрелгә тиклем. Был ваҡытта уртаса өлгөрөүсән аҡ күсәнле кәбеҫтә, помидор, борос, баклажан, ҡыяр, ташҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын, башлы һуған, брокколи, ҡыҙыл күсәнле, сәскәле, Пекин һәм Брюссель кәбеҫтәһе, аш сөгөлдөрө ултыртыла. Ошо осорҙа һауа йылына башлағанлыҡтан, үрсетмәләрҙе парниктар­ҙа, теплицаларҙа сәсергә була. Ундағы ерҙе тиреҫле һалам кеүек органик материалдар менән байытырға тура килә.
Һуңғы этап — 25 апрелдән 20 майға тиклем. Был ваҡытта һуң өлгөрөүсән кәбеҫтә төрҙәре, ҡыяр, ташҡабаҡ, патиссон, ирәүән орлоҡтары йылытылмаған теплицаларға, парниктарға сәселә.
Орлоҡтарҙың ҡаптарына уңыш алғанға тиклем күпме вегетация осоро үтәсәге хаҡында яҙыла-яҙылыуын. Мәҫәлән, помидор гибридтары өсөн был яҡынса 100 көн тәшкил итә. 20 июль тирәһендә помидор ашай башлайым тиһәң, үрсетмәне 110 көн тирәһе алдан сәсергә кәрәк. Сөнки орлоҡ шытҡанға тиклем һәм түтәлгә күсереп ултырт­ҡандан һуң өйрәнеп китеү осоро бул­ғанлығын иҫәпкә алырға тура килә. Тимәк, помидор үрсетмәләрен 20 апрелдән дә ҡалмай сәсәләр.
Үрсетмәләрҙе түтәлгә күсереп ултыртыу ваҡыты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ашыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ — уларҙы түтәлгә 10 июнь тирәһендә генә күсерергә кәрәк.

Нисек сәсһәң, шулай урырһың

Уңыштың күләме тәбиғәттең йыл дауамындағы торошона, ерҙең сифатына бәйле булһа ла, сәселгән орлоҡтоң сифаты бик ҙур әһәмиәткә эйә. Һатып алған орлоҡтар сәсергә тулыһынса әҙер тип әйтергә була. Шулай ҙа уларҙы дезинфекциялап алыу артыҡ булмаҫ. Әллә ни мәшәҡәтләнмәҫкә теләгәндәр орлоҡтарҙы марганцовка иретмәһенә булһа ла һалып тороп, йә­шел­сәләрҙе төрлө сирҙәргә дусар итеүселәрҙән ҡурсалай ала.
Үрсетмәләр үҫеүсе тупраҡ дымға ғына түгел, төрлө микроэлементтарға ла мохтаж. Тик шуны белһәк ине – микроэлементтарҙың етмәүе тупраҡтың артыҡ ашлан­ған булыуына ҡарағанда күпкә һәйбәтерәк. Шуға ла микроэлементтар менән артыҡ мауыҡмағыҙ – улар үҫем­лектәргә мотлаҡ кәрәк, ләкин бик-бик аҙ дозала ғына.
Буталмаҫ өсөн үрсетмәләргә ниндәй микроэлемент етешеп, нимә етмәүен тышҡы билдәләренә ҡарап асыҡларға өйрәнәйек.
Тупраҡта азоттың аҙлығы яп­раҡ­тарҙың аҡһылланыуы, ваға­йыуы менән билдәләнә. Шулай уҡ улар аҡрын үҫә башлай.
Азот күп булһа, япраҡтар ҡуйы йәшел төҫкә инә, артыҡ әүҙем үҫеүенә килтерә.
Калий етмәүе арҡаһында үрсетмәләрҙең япраҡтары сит­тән һарғая башлай, бөгәрләнә. Тора-бара улар янған кеүек була.
Фосфор етмәһә, япраҡтар ҡыҙ­ғылт-көрән төҫкә инә. Улар ҡороған осраҡта һарғаймай, ә ҡа­рая.
Магний етмәһә, япраҡтарҙа аҡһыл йәшел таптар барлыҡҡа килә.
Кальций аҙ булһа, үҫемлектәрҙең тамыр­ҙары зыян күрә, йомшара, быжый.
Бор етмәүе арҡаһында үҫемлектәрҙең сәскәләре ҡойола, һабаҡтары ҡорой.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518