Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Упҡынға бер аҙым
Упҡынға бер аҙым Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн илебеҙҙә йәшәгән һәр унынсы уҡыусы наркотик татырға өлгөргән. Є колледждарҙа һәм техникумдарҙа хәлдәр бигерәк тә киҫкен. Университет, институттарҙа, айырыуса абруйлы тип һаналғандарында, студенттарҙың 30 проценты – ошо илерткес матдәнең ҡоло.

Балаларҙың наркотик йәки психотроп матдә ҡулланыу-ҡулланмауын асыҡлау өсөн тест үткәреү хәлде күпкә яҡшыртыр тип өмөт ителә. Єйткәндәй, Рәсәйҙә был хаҡтағы закон ғәмәлгә инде. Унда сараның ике этаптан тороуы хаҡында әйтелә. Беренсеһе социаль-психологик күҙәтеү булһа, икенсеһе – медицина тикшереү­ҙәре үткәреү һәм кәрәкле анализдар тапшырыу. Єлбиттә, был эш уҡыусының теләгенән тыш атҡарылырға тейеш түгел. Єгәр балаға 15 йәш тулған икән, тест үткәреү өсөн унан яҙма рөхсәт алыу кәрәк. Тулмаған осраҡта ата-әсәнән ризалыҡ һорау мөһим. Мәктәп директоры, колледж йәки юғары уҡыу йорто етәксеһе бындай исемлекте һәм уҡытыусыларҙан торған комиссия составын раҫларға бурыслы. Ошо төркөм мәғариф ойошма­һында тесты үткәрергә тейеш.
Сарала ата-әсәләр ҙә ҡатнаша ала. Є уҡыусыларға тест үткәрелгән бүлмә буйлап йөрөргә, аралашырға һәм бер-береһенең һорауҙарға яуабын ҡарарға ярамай. Єйткәндәй, кемдеңдер ниндәйҙер һорауға яуап биргеһе килмәһә, баш тартып сығып китеү мөмкинлеге бар. Аҙаҡ барлыҡ анкеталар ике төркөмгә – 15 йә­ше тулғандарҙыҡына һәм тулмаған­дарҙыҡына – бүленә.
Тест һөҙөмтәләрен урындағы мәғариф бүлегенә йәки министрлыҡҡа тапшыралар. Унда белгестәр 30 көн эсендә мәғлү­мәттәрҙе тикшерә. Єйткәндәй, тестарҙа уҡыусының исем-шәрифе ҡуйылмай, әммә уҡыу йорто, класы күрһәтелә. Мәғариф учреждениеһында асыҡланған һөҙөмтәләр уҡыу йортондағы хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында урындағы Ћаулыҡ һаҡлау министрлығына йәки Ћаулыҡ һаҡлау комитетына ебәрелә. Белем биреү учреждениеһында уҡыусы­ларҙан, уларҙың ата-әсәләренән йәки студенттарҙан тест үткәреүгә ризалыҡ алынған рөхсәт документтары ғына ҡалдырыла. Улар йыл әйләнәһенә сер итеп һаҡланасаҡ. Єлегә анкеталарҙың ниндәй булыры аныҡ ҡына билдәле түгел. Улар өлгө рәүешендә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының сайтына ҡуйылған. Ћүҙ Кеттелл һорау алыуҙары хаҡында бара. Улар хис-тойғо тотороҡлолоғон, әхлаҡи нормаларҙы ҡабул итеү кимәлен һәм үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙенә контроллек итә алыу-алмауын асыҡларға ярҙам итә.

Тест алғанда ниндәй һорауҙар бирелеүе ихтимал?

(Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы сайтына ҡуйылған анкетанан өҙөк)

[Кәрәк осраҡта иптәштәреңдән ярҙам һорарға уңайһыҙланаһыңмы?
[Йоҡлап китер алдынан күҙ алдыңда кеше йөҙҙәре һәм һындары күренмәйме?
[Кемдеңдер серен башҡаларға әйткән осраҡ булдымы?
[Үҙең түгел, башҡа кеше булыу теләге уянғаны бармы?
[Класташтарыңдың күбеһе һине үҙенең яҡын дуҫы тип иҫәпләйме?
[Кешеләр алдында ахмаҡлыҡ ҡылһаң, үҙеңде бер ни ҙә булмағандай хис итә йәки шаярта алаһыңмы?
[Башҡалар эшеңә ҡыҫылһа, уларҙы төртөр хәлгә еткәнсе асыуланғаның бармы?
[Үткән көн тураһында уйланып бор­солаһыңмы?
[Кемдер һинән нимәлер эшләүеңде һораһа, киреһен атҡарғың киләме?
[Љайһы ваҡыт шул тиклем йәнең көйгән, хатта ҡапыл ишетелгән тауыштан да асыуланған осраҡтарың буламы?
[Дуҫтарың башҡаларға оҡшамаған­лы­ғыңдан, бигерәк тә кейемеңдән көлгәндә үпкәләйһеңме?

Ауыл коммунаһы

Єйткәндәй, наркомандарҙы реабилитациялау буйынса беренсе ауыл коммунаһы Мәскәү эргәһендәге Мытищи ҡала­һында, йәғни элекке совхоз биләмәһендә бар­лыҡҡа киләсәк. Ѓәҙәти булмаған бындай хужалыҡ тормошон наркотиктан тыш күҙ алдына килтермәгәндәр өсөн ойошторола. Берлектәге хеҙмәт, саф һауала йәшәү алама ғәҙәттән ҡотолорға ярҙам итер тип көтөлә. Был – наркомандарҙы реабилитациялау буйынса дәүләт програм­маһына индерелгән ҙур проект­тарҙың береһе.
Наркотиктар әйләнешенә контроллек буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Виктор Иванов әйтеүенсә, аҡса бүленгәс, йылына 150 меңгә яҡын наркоман реабилитацияланасаҡ. Єйткәндәй, илдәге 8 миллион наркомандың 1,5 миллионы афған героинын ҡуллана. Йыл һайын наркотиктан илдә 80 мең ҡыҙ һәм егет вафат була. Наркополицейскийҙар, ғәҙәттәге реабилитациялау үҙәктәренән тыш, махсус ауыл коммуналарында ла наркомандарҙы заман афәтенән дауалау менән шөғөлләнмәксе. Бынан тыш, Наркотиктар әйләнешенә контроллек буйынса федераль хеҙмәт Рәсәйгә наркотик индереүҙе кәметеү буйынса ла ныҡлап эшләй. Мәҫәлән, күптән түгел Мәскәүҙә 10 миллион дозалыҡ 178 килограмм героин тартып алынған. Әйткәндәй, НАТО көстәрен Афғанстанға индергәндән һуң был наркотик Рәсәйгә күпләп ағыла башлаған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840