Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батырлыҡ һуҡмағы ҡайҙа башлана?
Батырлыҡ һуҡмағы ҡайҙа башлана? Бынан бер нисә йыл элек батырлыҡтары менән бар республиканы шаулатҡан Илшат Мөхәмәтшин һәм Айнур Ғәлиев хаҡында байтаҡ мәҡәлә-яҙма донъя күрҙе. Ҡулға ҡәләм алып, тағы ла шул теманы ҡуҙғатҡас, әлбиттә, егеттәргә бер туҡтауһыҙ иғтибарҙан “күҙ теймәһә” ярар ине, тип хафаланып та алдым. Тик, икенсе яҡтан уйлағанда, Батырлыҡты, Кешелеклелекте данлау бер ҡасан да “ташмай” бит ул, бигерәк тә ошо төшөнсәләрҙең “төҫө уңа” барған беҙҙең заманда. Хәйер, һүҙем ваҡиға хаҡында ғына түгел.

…Каникул етеүгә шатланып туя алмаған бер төркөм уҡыусы Кузьминовка быуаһына йүгерә. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй һыу инә улар. Ҡапыл ел сығып киткәс, үҫмерҙәр ҡайтырға йыйына башлай. Тик шул ваҡыт үҫмер­ҙәр …өрөп тултырмалы матраста йөҙөп барған бәләкәй генә малай менән ҡыҙҙың (быуаға ситтән ял итергә килгән бер ғаи­ләнең балалары), ҡупҡан ел­дән “кәмәләре” әйләнеп китеү сә­бәпле, һыуға ҡолағанын күреп ҡала. Кескәйҙәр үлемгә ҡаршы көрәшеп, тыпырсына башлай. Секунд та үтмәй(!) уҡыусы­лар­ҙың араһынан өс туған ағалы-ҡустылы Илшат менән Айнур һыуға һикерә. Ошо мәлдә малай менән ҡыҙҙың аталары ла быуаға сума…
Балаларҙы ҡотҡарып ҡала үҫмерҙәр! Тик сабыйҙар үлем­дән ҡотола алһа ла, аталары әжәлен һыу төбөндә таба. Бына шулай, артыҡ күңел асыу (эскелек), яуапһыҙлыҡ арҡа­һында бер юлы өс кеше батып үлер ине… Ҡыйыу үҫмерҙәр бул­маһа.
Илшат менән Айнурҙың ике­һе­нең дә аталарын шәхсән бе­ләм. Шуға күрә ғаиләгә ҡы­лыҡ­­һырлама биреүе ауыр түгел. Ә ҡайһы бер кешене һы­нау өсөн тәү күреү ҙә “баштан ашҡан”. Мәҫәлән, Руслан Мөхә­мәт­шинды белгәндәр һүҙемде ҡеүәтләр — бәләгә тарығанды бер ҡасан да ситләп үтмәҫ. Улай ғына ла түгел, ниндәй ярҙам һораһаң да, һис ҡасан “юҡ” тип әйтмәҫ ир-егет ул. Ғөмүмән, ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул булыр, ти халыҡ. Илшатҡа ата-әсәһенең ябайлығы, ярҙам­сыллығы, мәрхәмәтлелеге ор­лоҡ булып күсмәй ҡалма­ғандыр. Иң мөһиме — батыр егет был төшөнсәләрҙе һеңдереп, үҙендә үҫтерә алған. Уратып алған донъяһына битарафлығы таша барған йәш быуынды уйлап ҡайғырғанда, ошо егеттәр иҫкә төшһә, ирекһеҙҙән: “Ә шулай ҙа өмөт бар әле…” – тип йылмайып ҡуям.
Айнурға килгәндә, батырҙың ата-әсәһенә генә туҡталып ҡал­май, уның белем алған мәктәбен дә телгә алып китеү ғәҙел булыр. Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се баш­ҡорт гимназия-интернатында уҡый ул. Ә был белем усағының даны бар яҡлап та таралған. Шулай уҡ уҡыусыны илһөйәр, кеше яҙмышы өсөн борсола белгән ысын шәхес итеп тәр­биәләү буйынса ла.
Ысынлап та, нисәмә быуынды республиканың терәге, илдең таянысы итеп үҫтерҙе был уҡыу йорто коллективы. (Иң ҡыуа­ныс­лыһы шул: бындай күренеш изге йола булып үҫә бара.) Хәйер, ил таянысы итеп кенә түгел, ә кешелек тотҡаһы итеп тә.

Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 612

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505