Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерһеҙ халыҡ — илһеҙ халыҡ
(И. Миҙхәтов, “Бығау, алтын булһа ла, бығау ул”; Р. Ураҙғолов, “Ер пайҙарын дәүләт һатып алырға тейеш”, 2015 йыл, 16 ғинуар)
Башҡорт бөгөн үҙ ерен сит-яттар ҡулынан һатып алырға мәжбүр. Тубал йылғаһынан Каспий диңгеҙенә тиклем иркен йәшәп өйрәнгән аҫаба халҡым революциянан һуң бөтөнләй ерһеҙ ҡалды. Ярай әле Совет власы колхоздар, күмәк хужалыҡ ойоштороп, шул ерҙә үҙҙәренә эшләү хоҡуғы бирә, һәм халыҡ ХХ быуаттың 90-сы йылдарына тиклем уртаҡ хужалыҡта уртаҡ килем, уртаҡ байлыҡ менән ҡәнәғәт көн итә.


Ләкин Б.Ельцин тарафынан үткәрел­гән ҡыйралыш халыҡтың бәкәленә һуҡты. Был йылдарҙағы реформаларҙың яҡ­шыға алып бармаҫы шул ваҡытта уҡ көн кеүек асыҡ ине. А. Чубайс менән Е. Гай­дарҙың шәхси мәнфәғәттәргә ҡорол­ған реформалар үткәреүе Рәсәйҙе ауыр көрсөккә килтерҙе. Тәүҙә ваучер менән халыҡты алдаһалар, инде колхоз-совхоздарҙы таратып, ауыл халҡын эшһеҙ ҡалдырҙылар, ерҙәр хужаһыҙға әйләнде. Аптырағас, кешеләргә йән башына ер пайҙары таратырға тырыштылар, әммә был ниәт тә селпәрәмә килде. Хәҙер пайсыларҙың ҡайһы берҙәре ауылдағы берҙән-бер фермерына ерен ҡуртымға биргән була, тик тауыҡ туйҙырырлыҡ та файҙа күрмәй.
Башҡортостан етәкселеге был мәсьә­лә­нең уйламай эшләнеүен аңланы: шул сәбәпле 2006 йылға тиклем республикала колхоздар йәшәп килде, бөгөн дә ҡайһы бер айырым ауылдар күмәк хужа­лыҡ­тар­ҙы һаҡлай, уңышлы көн итә. Ә инде Рә­сәй­ҙең ошо реформаларҙы беренсе көн­дән үк ҡабул иткән төбәктәре күптән бөлгөнлөккә төштө, ауылдары бөт­тө. Аңҡы-тиңке йөрөгән ир-егеттәр ситкә ки­тә, ҡырҙа эшләп, ғаилә ҡарарға тырыша.
Илебеҙҙә мәктәптәрҙең, дауаханалар­ҙың, китап­ханаларҙың, мәҙәниәт йорт­тарының ябылыуы, уйлап еткерелмәгән реформалар арҡаһында бөтөн халыҡ ғазаплана.
Радил Мөхәмәтдинов үҙ сығышында шул тиклем тулы һәм асыҡ кәңәштәр бирә. Ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләп, ваҡытында аҡыллы тәҡдимдәр әйткән ғалимдың һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. “Әгәр бөгөн, — ти ул, — тағы халыҡ мәнфәғәтенән тыш, халыҡ фекеренән башҡа ер реформаһы ҡабул ителһә, сираттағы ҙур яңылышлыҡ буласаҡ”.
Ысынлап та, таяҡты тотҡан еренән һындырып, эшлекһеҙ реформалар ҡабул ителә ҡалһа, ил тағы ла аяуһыҙыраҡ һынауҙарға дусар ителәсәк. Профессор Ғарифулла Япаров та гәзиттә үҙ тәҡдимен, фекерҙәрен белдерә. Ул ер мәсьәләһен кисектермәй юлға һалыуҙы Хөкүмәттең пайҙарҙы халыҡтан һатып алыуында күрә. Халыҡ менән кәңәшләшмәй тороп закон ҡабул итеү төптө яңылыш буласаҡ, ти ул.
Был ике ғалимдың фекере буйынса, Хөкүмәт ерҙе 49 йылға ҡуртымға бирә ала. Ләкин был да ер һатыуҙың аҫтыртын ысулы булыуы ихтимал. Халыҡтың тағы алданып ҡалыуы бар. Радил Мөхәмәтдинов әйтмешләй, ер пайҙары, ысынлап та, ауыл халҡы өсөн алтын ялатылған бығауға тиң булып сыҡты. Әлбиттә, Хөкүмәт теләгән кешегә ерҙе ҡуртымға биргән хәлдә лә, уны беҙҙең халыҡ ала алырмы, әллә әлеге шул ситтән килгәндәр эләктерерме? Ябай кеше тағы ялсы булып кемгәлер тамаҡ хаҡына бил бөгәсәк. Ғалимдар ерҙе дәүләткә кире ҡайтарыу тураһында ла һүҙ алып бара, был халыҡтың бойондороҡһоҙлоғон юҡҡа сығарыу була түгелме һуң? Был үҙе бер ҙур һорау.
Әлегә ер мәсьәләһен хәл итеү — Башҡортостан ҡарамағында, шуға күрә был ҡатмарлы мәсьәләне халыҡ менән кәңәшләшеп, тарихи юлыбыҙға таянып, ғилми яҡтан нигеҙләп, ил мәнфәғәтенә тура килерлек эшлекле закондар ҡабул итеү зарур.
Күмәк хужалыҡтарҙы юҡҡа сығарып, үҙебеҙҙе үҙебеҙ туйҙыра алырлыҡ бай дәүләткә сит илдән яһалма аҙыҡ ташыу — туҙға яҙмаған эш. Рәсәй әле килеп аңланы шикелле.
Бөгөн шул хоҡуғыбыҙҙы, Башҡорт­остан Респуб­ликаһы тигән исемебеҙҙе, башҡорт халҡы тигән есемебеҙҙе, еребеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап ҡала алыу — иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Бының өсөн, һис шикһеҙ, бер туҡтауһыҙ аңлатыу эше алып барыу, фәһемле фекерҙәр туплау кәрәк. Юғиһә халыҡ бөтөнләй бита­рафҡа әйләнеп, ил яҙмышы тураһында уйлауҙың, һөйләүҙең файҙаһы юҡлығын аңлап, тынып ҡалды. Бөгөн өндәшмәһәк, иртәгә һуң булыуы бар.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840