Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәҙеллек тантана итергә тейеш!
Ғәҙеллек  тантана  итергә  тейеш!112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветеранының яңыраҡ “Юлдаш “ радиоһы аша әйткән һүҙҙәре мине ныҡ тулҡынландырҙы. Генерал М. Шайморатовҡа ваҡытында Герой исемен бирмәнеләр, бөгөн уның хаҡында матбуғат биттәрендә лә аҙ яҙалар, ҡаһарманыбыҙ онотолоуға бара, тигәйне яугир. Уның менән тулыһынса килешәм, сөнки Шайморатовҡа ни өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәүе мине лә күптән борсой.
Һүҙемде бала саҡ хәтирәләренән башлайым. Һуғыш башланғанда Күгәрсен районының Ибрай мәктәбендә директор булып Хисам ағай Ғөбәйҙуллин эшләй ине. Хәтеремдә, Өфөгә китешләй ул бер нисә иптәше менән мәктәпкә хушлашырға һуғылды, улар барыһы ла хәрби кейемдә, һыбайлы ине. Хисам ағай яуҙан ҡайта алманы. Олатайым Сәхи Рөстәмов һуғыштан слесарь ҡорамалдары һалынған тимер һандыҡ менән немец һалдатының кителен алып ҡайтҡайны. Тимерсе булғайны ул, шуға ла ошо трофейҙы ҡулына төшөргәндер.
Бер нисә көндән халыҡ магазин янына йыйылды, мин дә ҡыҙыҡһынып шунда йүгерҙем. Матур ир баҫып тора, хәрби кейемдә: башында кубанка, күкрәк тулы орден-миҙал, ҡыҙыл лампаслы галифе, итектәре ялтыратылған, билендә ҡылысы ла күренә. Һәр кем уның менән күрешергә ынтыла, ситкә этһәләр ҙә, мин дә ҡулымды һуҙа алдым һәм ҙур устың йылыһын тойҙом. “Кем ул, ҡайҙан?” – минең башта һорауҙар бихисап. Өлкәндәрҙең: “Генерал Шайморатов,” – тип үҙ-ара һөйләшкәне ҡолаҡҡа салынды. Минең өсөн таныш булмаған ағай: “Их, күрһә ине генерал Еңеү байрамын, халыҡтың нисек шатланғанын!” – тине йөрәк түренән.
Йылдар үтте, олоғайҙым инде, әммә бөгөнгәсә уның ҡулдарының йылыһын онотмайым, әйтерһең, көн дә генерал Шайморатов менән күрешәм. Баҡһаң, ул кавалерист Рәшит ағай Иҡсанов булған. Шунда уҡ ат килтерә һалып, ике сумаҙан әйберҙәрен тейәп, уны өйөнә тиклем алып барып ҡуйҙылар. Кискеһен Рәшит ағай ҡатыны менән урамға сыҡты. Барыһының да иғтибары – уларҙа. Һәҙиә еңгәнең өҫтөндә ап-аҡ күлдәк, башында – аҡ эшләпә, аяғында –туфли, ҡулына сумка элгән, үҙе балалар һымаҡ атлаған һайын һөрлөгә. Яугир ире уның немец ҡатындары кеүек шулай матур күренеүен талап итте. Бахырҡайҙар, башҡаларға ҡайҙа инде үҙҙәрен ҡарау: кемеһе – яланаяҡ, кемеһе – сабатала, кемеһелер — туҙған итектә. Бөтә нәмә фронтҡа ебәрелгәс, илдә аслыҡ, яланғаслыҡ, ярлылыҡ хөкөм һөрҙө бит.
Рәшит ағайҙың минең йәштәрҙәге Роза исемле ҡыҙы ла бар ине, уны ла ҡурсаҡ кеүек кейендерҙеләр. Көнләшеү ҙә булғандыр инде, йәш ҡыҙҙар хатта таҡмаҡ та сығарҙы:
Һин дә баҫтың таҡтаға,
Мин дә баҫтым таҡтаға.
Нимес кейемдәре кейеп,
Пажалыста, маҡтанма.
Ә дүрт малайына Рәшит ағай ауыҙ гармуны, иң ҙурына тағы аккордеон алып ҡайтҡайны. Ләкин иң ҡыҙыҡтырғаны кинжал булды, унда немец телендә яҙыу ҙа бар ине.
Тимерлектә атайым менән Сәхи олатайҙың һөйләшкәне әле лә хәтерҙә. Атайым: “Абзый, ана, Рәшит ҡайһылай бай ҡайтҡан, ә һинең тимер һандығыңдан башҡа бер әйберең юҡ”, – тине һораулы ҡараш менән. “Их, ҡустым, ҡустым, бына күрерһең, көҙгә бөтәбеҙ ҙә тиң буласаҡбыҙ. Немецтарға ҡасан етәбеҙ тиһеңме? Беҙгә илде күтәрергә, сәнәғәтте тергеҙеү генә түгел, яңы завод-фабрикалар төҙөргә кәрәк. Иң мөһиме – немец кеүек эшләргә, бер-береңә игелекле мөнәсәбәттә булырға кәрәк, шул саҡта беҙҙә лә бөтәһе лә булыр. Бына минең ҡоралдарға ҡара, улар нисек эшләнгән? Минән һуң да ҡаласаҡ бит улар. Ә Рәшиттең сепрәк-сапрағы тиҙ туҙасаҡ”, – тип яуапланы олатай. Ниндәй аҡыллы һүҙҙәр! Немецтар нисек алға киткән булған!
Ҡайһы саҡ студенттар һөйләшкәндә: “Уҡып бөтәм дә Германияға китәм”, – тип әйтеп һалалар. Юҡ-юҡта: “Әгәр немецтар еңгән булһа, улар һымаҡ яҡшы йәшәр инек”, – тиеүселәр ҙә осрай. Ә олатайым бит улай фекер йөрөтмәгән.
Рәшит ағай тракторсы ине, бригадир булып эшләй башланы. Бер көн ҡапыл юғалды. Халыҡ араһында төрлөсә һөйләнеләр. ”Моғайын, үҙенең генералына киткәндер”, – тип тә фараз ҡылдылар. Ләкин һеңлеһе йыш ҡына: “Күрерһегеҙ, абзыйым алтындарын тапшыра ла ҡушарлап егелгән өс атта ҡайтып төшәсәк”, – тип әйтер булды. Ике-өс айҙан йәйәү ҡайтты ул. Уның “алтындары” – ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре – ысынбарлыҡта алтын булмай сыҡҡан, ә ҡиммәтле металл менән ялатылған ғына. Әсе теллеләргә, көнләшеүселәргә етә ҡалды: “ Рәшит, һин немецтарҙы туҡмап-туҡмап еңдең дә ул, ә улар һине үтмәгән әйбере менән алдаған”. Ғорур кеше булып сыҡты ағайыбыҙ. Ауылда оҙаҡ йәшәмәне, Урал улын алды ла Ырымбур яғына сығып китте. Әсәһе, Бәҙиғол инәй, уларға өс тапҡыр барып ҡайтты, донъялары етеш, күп итеп мал тоталар, өйҙәре ҙур, тип һөйләгәйне миңә лә. Ышанам, Рәшит ағай ысынлап та егәрле, йүнсел ине.
Беҙҙең Ибрай мәктәбендә татарса, урыҫса уҡыттылар. Күрше башҡорт, урыҫ ауылдарынан да килеп уҡынылар, араларында украиндар ҙа булды. Шуныһы ҡыҙыҡ: бөтәбеҙ ҙә үлемһеҙ “Шайморатов генерал” йырын татарса йырлай торғайныҡ. Һәр концертта, спектаклдә, тантаналы кисәлә шундай күтәренке, ихлас күңелдән башҡарҙыҡ уны.
Тағы бер ваҡиға иҫтә. Һуғыштан һуңғы йылдар. Беҙгә күрше Ҡалай ауылынан әҙерләүсе башҡорт Ғәлләм ағай һуғылғайны. Сәй эскәндә ниндәйҙер тәре хаҡында һөйләшәләр. Шайморатов тураһында ла һүҙ сыҡты. Атайым Насип Рөстәмов, Беренсе донъя һуғышына эләгеп, ҡулбашы яраланып ҡайтты, шул сәбәпле фронтҡа алманылар. Бер мәл ул: “Ғәлләм, беҙҙең генерал бит ысынлап та Герой йондоҙона лайыҡ, теге герман һуғышындағы батша тәреләренең ваҡыты үтте, Шайморатовҡа – дан!”– тимәһенме! Бына ошо һүҙҙәр мәңгелеккә йөрәгемә инеп ҡалды. Шул көндө атайым һандыҡ төбөндә һаҡлаған наградаһын – таҫмалы Георгий тәреһен – Ғәлләм ағайға кешегә күрһәтмәй генә (мин йәшенеп кенә ҡарап торҙом) һатып ебәрҙе. Аҙаҡ уҡығанда ла, районда эшләгәндә лә ҡайҙа ғына яугирҙәр менән осрашырға тура килмәһен, һәр саҡ Шайморатов тураһында уларҙың фекерен белештем. Һәммәһе лә, ул Герой исеменә лайыҡ, тине.
Өфөлә йәшәй башланым. Радионан Башҡорт дәүләт драма театрында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары менән осрашыу булыуын ишетеп, шунда барҙым. Юлда Бәҙиғол инәйҙең һөйләгәндәрен хәтерләнем: “Рәшит ағайың йыш ҡына: “Командирыбыҙ Шайморатовҡа бер ниндәй награда бирмәнеләр, етмәһә, уны хәбәрһеҙ юғалған, тип һөйләйҙәр. Дөрөҫ түгел был, ул — ҡаһарман, герой!”– тип көйәләнә ине”, – тигәйне. Бына ни өсөн ауылдан күсенеп киткән, тимәк, үҙенең исеменә лә, генералы исеменә лә мыҫҡыллы һүҙҙәрҙе ишетергә теләмәгән. Һирәк була торған хәл. Театрҙа Муллайән Сөйәрғоловты, Миҙхәт Мәмбәтовты тап иттем. Уларға, ветерандар алдында М. Шайморатовҡа Герой исемен юғары даирәләрҙә юллауҙы һорап мөрәжәғәт итергә килдем, тип үҙемдең уйымды еткерҙем һәм хуплау таптым. Ләкин сығыш яһайым тип яҙылырға барһам, сараны ойоштороусыларҙың береһе, йәш капитан, регламент сикле, ваҡыт аҙ, тип исемлеккә индереүҙән баш тартты. Залға инеп ултырҙым. Дивизияның данлы яу юлы тураһында күп һөйләнеләр, Шайморатовты ла телгә алдылар, әммә уға Герой исеме биреүҙе һорап мөрәжәғәт итеү тәҡдиме яңғыраманы.
Шундай башҡа һыймаҫлыҡ батырлыҡҡа һуғышсыларын әйҙәй алған командирҙы ни өсөн хәбәрһеҙ юғалғандар рәтенә индергәндәр? Ни өсөн уға Герой исеме биреүҙе һуҙалар? Ошо һорауҙар һаман күңелде өйкәй. Әсирлеккә төшмәгән, һаҙлыҡҡа батмаған, соҡорҙа ер менән күмелеп ҡалмаған. Ундай шәхес бер нисек тә юғалмай! Театрҙа урыным ике полковник араһына тура килгәйне. Осраҡтан файҙаланып, уларҙан: “Ниндәй легендар командир! Ни өсөн һуғыш бөткәс тә был мәсьәлә ҡаралмаған?” – тип һораным. Икеһе лә, һөйләшкәндәй: “Тәүҙә партияның өлкә комитетында яҡлау тапманы. Һуңынан эре, һауалы әҙәмдәр власҡа үрләп: “Шайморатов менән уның дивизияһы ғына һуғышта булманы, беҙ ҙә ҡатнаштыҡ”, – тип әллә кем булды. Шул сәбәпле был мәсьәлә йомолоп ҡалды. Хәҙер, күрәһең, һуң инде”, – тине. Был һүҙҙәрҙән минең башым әйләнде, күҙ алдарым ҡараңғыланды. Тимәк, бик тә мөһим, байтаҡ ваҡыттан бирле күптәрҙе борсоған һорауҙың хәл итеүҙе “хәбәрһеҙ юғалған” мөһөрө түгел, ә битарафлыҡ, көнләшеү, һанға һуҡмау, кемдеңдер шәхси мәнфәғәттәре тотҡарлаған. Шул арҡала Шайморатовтың исеме үҙәк гәзиттәрҙә, радиоканалдарҙа бөтөнләй икенсе төрлө телгә алына: “Ниндәйҙер генерал ҡамауҙа ҡала, әсирлеккә эләкмәҫ өсөн үҙенә ата” йә иһә “Бер генерал дошман менән үлгәнсе атыша…”
2004 йылдың 31 мартында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иттем. 15 апрелдә хәрби комиссар Тимофей Азаровтан шундай яуап алам:
“Генерал Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме биреү мәсьәләһе буйынса шуны хәбәр итәм: был һорау СССР ваҡытында уҡ бер нисә тапҡыр күтәрелде, әммә яуап шулай – “Генерал Шайморатов хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, ә ундайҙарға исем һәм награда бирелмәй”.
Әлбиттә, бындай яуап мине ҡәнәғәтләндермәне. Беренсенән, ни өсөн минең хатты Рәсәй Оборона министрлығына ебәрмәгәндәр? Икенсенән, тәҡдимде ни өсөн ветерандар күтәреп алмаған?
Дивизия ҡамауҙан сыға, байраҡ һаҡлап ҡалына. Кемдер генерал һынлы генералдың нисек һәләк булғанын күргәндер бит инде, ләкин ҡурҡытып, уларҙың да ауыҙын яптырғандарҙыр, күрәһең. Юҡ, халыҡтың һөйөүен, хәтерен юйып булмай. Ҡасан да булһа ғәҙеллек тантана итергә тейеш. Бөгөн донъялар үҙгәрҙе. Кемдер Шайморатовҡа Герой исеме биреүгә аяҡ салған икән, улар күләгәлә ҡалды. Ә генералыбыҙ исеме тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылды. Ул беҙҙең күңелдәргә йыр менән инде һәм, әйҙә, йыр булып һаҡланһын.
Хөрмәтле, һуғыш, тыл һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, республика халҡы! Мин үҙемдең һәм Беренсе донъя һуғышындағы батырлыҡтары өсөн Георгий Тәреһе менән бүләкләнгән ике ветеран исеменән һеҙгә мөрәжәғәт итәм. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтан Рәсәй Хөкүмәтенә М. Шайморатовҡа Герой исеме биреү тәҡдиме менән сығыуын һорайыҡ.
Шәфҡәт Рөстәмов.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Дауыт Амангилдин
    Дауыт Амангилдин от 09.02.2012, 23:17
    Ырымбур башкорттары был мэсьэлэ менэн куптэн таныш, hэм битараф тугел, элбиттэ.Без Башкортостан hэм Рэсэй президенттарын тарихыбызга hэм халкыбыз батырзарына кул hелтэп карамаска, купме йылдар халык талап итеп килгэн мэсьэлэне хэл итергэ сакырабыз.
    Ырымбур калаhы






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504