Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Муса батырБик күп арҙаҡлы шәхестәребеҙ араһынан беҙҙең прозала Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Муса Мортазин образдары хаҡлы рәүештә үҙәк урынды биләй. Бөгөн ошо өс тағандың береһе — Муса Мортазиндың милли прозала тормош дөрөҫлөгөндә сағылышына әҙме-күпме күҙ һалыу кәрәктер. Был йәһәттән Муса Мортазин шәхесен юғары художестволы кимәлдә асыуҙа Я. Хамматов, Р.Солтангәрәев, М. Ямалетдинов уңышлы ижад итте.
...Аяу белмәй иҫкән ваҡыт еле
Әйләндерә тарих тирмәнен.
Дәүер-улаҡтарҙан он ағыла,
Ел осора кәбәк тигәнен...
тип яҙғайны шағир Мәүлит Ямалетдинов үҙенең “Ике яҙмыш” исемле поэмаһында.
Легендар яҡташыбыҙ Муса Лут улы Мортазин ябай һалдаттан полк командирына тиклем хәрби хеҙмәт юлы үтә. Башта 9-сы уҡсы артиллерия бригадаһының 1-се батареяһында бомбардир, фейерверкер хеҙмәттәрен атҡара. 1914 йылда Европа һуғышында (Варшава сиктәрендә), 1915 йылда Румыния фронтында өлкән фейерверкер званиеһында ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ғәйрәте ташып торған Муса февраль революцияһында әүҙем ҡатнаша. VI армия съезында, 1917 йылдың 8 майында Бөтә Рәсәй мосолмандарының I съезында делегат була. Бөтә Рәсәй мосолмандарының Ҡазанда үткән II съезында ла делегатлыҡ бурысын үтәй.
Муса Мортазин образын асыуҙа әҙиптәрҙең үҙ алымдары булһа ла, уларҙың был ҡатмарлы герой яҙмышына ҡарата уртаҡ фекерҙә тороуҙары бер бөтөн концепцияға килтерә. Әҫәрҙәрҙә геройҙың атай йорто, бала сағы, үҫмер мәле, ағай-энеһе, ғаиләһе, фронтташ дуҫтары, илдә барған аяуһыҙ, үлемесле сәйәси көрәш драмалары, яу юлдарындағы трагик ваҡиғалар — һәммәһе лә Муса яҙмышы аша синтезлана. Геройҙың үҫеш баҫҡыстары күсәгилешле динамик хәрәкәттә асылыуы менән уңышлы. Граждандар һуғышы осорондағы панорамалы эпизодтар: Көсөк ауылы, Верхнеурал өйәҙе, Күбәләк-Тиләү волосы ҡоролтайы, Аҡтүбә – Ҡантүбә яуы, Варшава, Румыния, Маньчжурия фронттары, Мәскәү — Өфө тарафтары, һуңғыһы — Лефорт төрмәһе — уҡыусының күҙ алдында һәр саҡ легендар комбриг Муса Мортазин торор. Әҫәрҙәрҙең геройы бар бөйөклөгөндә үҙенең художестволы сиселешен тапҡан. Беҙҙең күңелдәрҙә ҡыйыу яугир Мусаның йәшендәй балҡып китеүе бөтмәҫ уйҙар ҡалдырыр, сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары ла уятыр.
Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” повесында Муса Мортазиндың бөйөк тә, трагик та образы менән Лефорт төрмәһендә йөҙгә-йөҙ осрашабыҙ.
“... Комбриг Мортазин үҙенең артынса Лефорт төрмәһенең шомло ишеге шалтыр-шолтор итеп ябылғас ҡына, бөгөнгө таңдың аяуһыҙ ваҡиғалары төш түгел, ә ҡот осҡос хәҡиҡәт икәнлегенә төшөндө. Ваҡиға бөгөн — 1937 йылдың 31 майында, иҫ китмәле матур иртәлә, үҙенең көтөлмәгәнлеге һәм дәһшәтлеге менән аяҙ көндә күкрәгән йәшендәй уға ябырылды...” Быларҙы тыныс уҡыу мөмкин түгел.
Яҙыусы геройҙың упҡынға осоуын, билдәһеҙлеккә атлауын, уның ғаиләһе менән һуңғы тапҡыр хушлашыуын драматик көсөргәнештә күрһәтергә өлгәшә.
“...Ишек асылыуға, өйгә ҡораллы өс конвоир эйәрткән НКВД комиссары килеп инде.
— Комбриг Мортазинмы? — Комиссарҙың тауышында инабат юҡ ине.
— Эйе. Ә нимә кәрәк?
— Һорауҙар бирмәҫкә! Ҡоралығыҙҙы тапшырығыҙ ҙа тиҙ генә йыйынығыҙ! Бына ордер.
Шул һүҙҙәрҙе ишеткәс, ниңәлер Мусаның күҙ алдына алыҫ Башҡортостандың иң төпкөлөндә, тауҙар ҡуйынында ятҡан Көсөк ауылы килеп баҫты, ваҡыттың керпек ҡаҡҡандай ғына бер миҙгелендә ҡолағында атаһы яратып йырлаған “Ғүмәров” көйө сыңлап китте:
...Аҡ сабаҡҡай кеүек килеп ҡаптым,
Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым...
Муса Лут улы тиҙ үк иҫенә килде — хыялға бирелеп торор мәлме?
— Балаларҙы һаҡла! — тине ул, йөҙөнә йылмайыу билдәләре сығарырға тырышып. Ул тупһанан аша атлап сыҡҡас, артҡа боролоп бер ҡараны. Ҡатынының бөткөһөҙ хәсрәт бөркөлөүсе күҙ ҡарашы, кескәй Асҡарҙың саяланып илаған тауышы, ике ҡыҙының атай тип өҙгөләнеп ҡысҡырыуы, бергә ҡушылып, Мусаның йөрәген телеп үтте лә бәғеренә ауыр таш булып ятты...”
Уҡыусы, әлбиттә, бындай көсөргәнешле күңел кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәреп, әҫәр геройының трагик яҙмышын ысын күңелдән уртаҡлаша кеүек. Эйе, яҙыусы үҙ геройының күңел торошона тәрән экскурсия яһай, ғазаплы кисерештәренә тулыһынса үҙаллылыҡ бирә. Героик образ ваҡиғалар солғанышында юғалып ҡалмай, уның ҡоло булып артынан эйәрмәй, ә үҙе шул көсөргәнешлекте, артынан бер аҙым да ҡалмай күҙәтеүсе фажиғәне теҙгенләй белә, көрәшә, еңелә лә, еңә лә. Был яҙыусы Мәүлит Ямалетдиновтың тормош позицияһы, йә иһә герой концепцияһына тик үҙенсә, художестволы алымы аша яҡын килеүе лә. Әҫәрҙәге тарихи шәхес асылы шуның менән көслө: уның күңел халәте уҡыусыны ла уйланырға, кисерә белергә, шул йән өшөткөс ваҡиғаларға бөгөнгө заман ихтыяжынан ҡарарға, һабаҡ алырға, кемдең кем икәнлеген айыра белергә һәм дә баһа бирергә саҡыра.
Муса Мортазиндың характерын асыуҙа күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев “Осто бөркөт” повесында ла үҙ маһирлығын күрһәткән.
“...Эйе, бригада һуғышсылары командирҙарын яраталар. Уны иң элек башҡорт булғаны өсөн яраталар. Башҡортлоғо өсөн дә, аҡтарҙан да, ҡыҙылдарҙан да ҡурҡып тормай ҡыйыу ир булғаны өсөн дә, аҡылы, белеме, тәүәккәллеге, хатта ҙур кәүҙәле булғаны, урыҫса яҡшы белгәне өсөн дә яраталар. Тап бына ошондай командир кәрәк тә был егеттәргә, ошондай башлыҡҡа һыуһаған улар...” — тигән һүҙҙәр бар.
Ҡара золом 30-сы йылдар аҙағында эшләргә, йәшәргә ирек бирмәй, 41 йәшлек баһадир ир-уҙаман халҡынан, иленән айырыла, ғүмерлеккә айырыла. Ошо урында маршал С.М. Буденныйҙың, һуңлап булһа ла, 1968 йылда “Советская Башкирия” гәзитендә баҫылған һоҡланғыс һүҙҙәрен килтереү урынлылыр: “...Башҡорт ере ҡаһарманлыҡ өлгөләрен аҙ белмәй, — ти ул. — Граждандар һуғышы йылдарында Фрунзе, Блюхер, Азин, Чапаев, Мортазин, бер туған Кашириндар батырҙарса һуғышты... Уларҙың бөйөк эштәрен, ҡаһарманлығын тормошоғоҙҙа өлгө итеп алығыҙ!” Шуныһы ла мәғлүм булһын: тынғыһыҙ эҙәрмән, яҙыусы Рәүеф Насировтың “Ыласын йөрәклеләр” тигән яҙмаһында, Муса Мортазин 8-се кавалерия дивизияһында уңышлы эшләгәне өсөн өсөнсө Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған, тиелгән. 1927 йылда уҡ донъя күргән “Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында” исемле хеҙмәттә 78 батырҙың исем-шәрифе атала. Шуларҙың бишәүһе — Мортазиндар. Бына улар: Ибраһим Мортазин — 28-се полк командиры; Дауыт Мортазин — эскадрон командиры; Ф. Мортазин — взвод командиры; Әхмәҙи Мортазин — 5-се полктың хужалыҡ бүлеге начальнигы. Барыһы ла илдәге иң юғары награда — Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Муса Мортазин үҙе был оло наградаға өс тапҡыр лайыҡ булған. Районыбыҙҙың бер ауылынан бер туғандарҙың бишеһе лә шундай герой булып танылһын әле! Был тағы ҡайһы халыҡта бар икән?! Был тарихта булмаған феноменаль күренеш һәм беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, ғорурлыҡ та! Бик күп йылдарҙан һуң яугир-полководец Муса Мортазиндың даны тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтты. Героик шәхестең 100 йыллығына район етәкселеге һәм йәмәғәтселеге тыуған ауылы Көсөктә (хәҙерге Маяҡ) музей асты, ҙур йыйын үткәрҙе, Учалы ҡалаһының бер матур урамына уның исеме бирелде, Муса Мортазин исемендәге премия булдырылды. Бынан 20 йыл элек изге эштәр башҡарылған.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тыуыуына 120 йыл тулды. Башҡорт халҡының данлы ла, фажиғәле лә тарихын беҙ уның арҙаҡлы шәхестәре йөҙөндә күрәбеҙ. Республика, район күләмендә уларҙың байтағына, атап әйткәндә, Салауат Юлаевҡа, Зәки Вәлиди Туғанға, Шәйехзада Бабичҡа, Мәжит Ғафуриға, Александр Матросовҡа, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллинға, Муса Гәрәевкә, Таһир Күсемовҡа, Миңлеғәле Шайморатовҡа, Хәкимйән Әхмәтғәлингә, Рәми Ғариповҡа, Һәҙиә Дәүләтшинаға, Зәйнәб Биишеваға, Мифтахетдин Аҡмуллаға, Заһир Исмәғилевкә һәм башҡаларға һәйкәл-бюстар ҡуйылған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исеме мәңгеләштерелде. Күп район хакимиәттәре тарихи шәхестәренә һәйкәл-бюст ҡуйҙы.
Учалы ҡалаһының бер матур урынында Ҡарас сәсән, Йосоп Арыҡов, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Зәйнулла Рәсүлев, Исмәғил Солтанов, граждандар һуғышының өс тапҡыр Геройы, дәүләт эшмәкәре, легендар полководец Муса Мортазин, Советтар Союзы Геройҙары Петр Кровко, Михаил Ташкин, Шакирйән Мөхәмәтйәнов (А. Матросов), Жәүҙәт Сөнәғәтуллин, Хәкимйән Әхмәтғәлин, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Ғөбәй Фәтҡуллин, Хәким Мөхөтдинов, Рамазан Ниғмәтуллин, Фазулла Шәйәхмәтов, Яныбай Әхмәтйәновтарҙың аллеяһын асып, һәйкәлдәрен ҡуйһаҡ, йәнә бөгөнгө йәш быуынға матур тәрбиә өлгөһө биреп, изге аманат ҡалдырһаҡ, һис тә яҙыҡ булмаҫ ине, тип уйлайым.
Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.
Учалы ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509