Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙиптәр донъяһындағы әкәмәттәр
Шул һанды табып бирһәңсе...

Бүтәндәр нисек атайҙыр, уныһын белмәйем, әммә ул үҙен ҙур шағир тип иҫәпләй. Ә әҙип кеше, үҙегеҙ беләһегеҙ, һәр ваҡыт халыҡ араһында йөрөргә тейеш.
Аллаға шөкөр, ул быға тамсы ла хилафлыҡ килтермәй. Матбуғат йортонда әле бер редакцияла, әле икенсеһендә йыш күрергә була уны. Бына бөгөн дә, арлы-бирле итергә өлгөрмәнек, килеп тә инде.
— Ҡустым, фәлән-фәлән көндә бер шәлкем шиғыр ҡалдырғайным, сыҡтымы икән, юҡмы? Сыҡһа, шул һанды ғына табып бирһәңсе.
Кеселекле итеп һөйләшкән әҙиптән:
— Бәй, ағай, үҙегеҙ гәзит алдырмайһығыҙмы ни? — тип һорарға батырсылыҡ иттем.
— Эй, ҡустым, йәй буйы баҡсала ятҡас, барыбер уҡымайым тип яҙылып тормағайным, — тип әҙәпле генә яуапланы ул.
Көндәрҙең береһендә ишектән йәнә теге шағир күренде.
— Ҡустым, фәлән-фәлән көндә бер шәлкем шиғыр ҡалдырғайным, сыҡтымы шул, юҡмы? Сыҡһа, шул һанын ғына табып бирһәңсе.
Мин дә йәнә шул уҡ һорауҙы ҡабатлайым:
— Ағай, үҙегеҙгә гәзит килмәйме ни?
— Эй, ҡустым, гәзит уҡып ултырырға ваҡыт юҡ бит, шуға яҙылып тормағайным.

Журнал кәрәк ине

Ул ғүмере буйы бер баҫманың редакцияһында эшләне. Халыҡ араһында журналды пропагандалап йөрөгәндә бөтә ерҙә бер үк һүҙҙе һөйләне:
— Балтик буйы халыҡтарынан, ғағауздарҙан өлгө алайыҡ, үҙ телебеҙҙәге матбуғаттың патриоты булайыҡ. Ана, улар бер журналды өсәр-дүртәр дана алдыра.
Алтмыш йәше тулғас, уны пенсияға оҙаттылар. Ә киләһе айҙа ул редакцияға килде.
— Миңә берәй артыҡ журнал булмаҫмы икән?

Байлыҡ

Һәр кемдең яратҡан бер шөғөлө була. Ә ул үҙенә теге йәки был исемде юллауҙы кәсеп итеп алған. Бара, йөрөй, юллай, кәрәкле кешеләрҙе күрә, һөйләшә, һыйлай һәм теләгенә өлгәшә.
Хәҙер уның республика, ил күләмендәге премияларын, маҡтаулы исемдәрен теҙеп яҙа башлаһаң, үҙе бер йоҡараҡ китап хасил булыр ине.
Ижады бай күренмәһә лә, исемдәргә һәләк бай ул.
Венер ИСХАҠОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 084

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 441

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 975

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 884

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 637

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 234

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 457

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513