Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һуғыш урлаған бала саҡ
Һуғыш урлаған бала саҡ Һуғыш ғәрәсәтенең дәһшәтле йылдары беҙҙән алыҫлашҡан һайын, ул михнәтле дәүер хаҡында хәтирәләр ҙә яйлап тоноҡланғандай тойола. Тарихты дәреслектәр, документаль таҫмалар аша ғына белгәндәр өсөн ошо ваҡиға­ларҙы үҙ башынан үткәргән ололарҙың һүҙе алтынға бәрәбәр. Уларҙың йәштәргә әйтер аманаты күп. Аслыҡ­тан йонсоған, талсыҡҡан, арыҡ кәүҙәле, ҡар өҫтөнән ялан аяҡ йүгергән етем ҡыҙ тураһындағы иҫтәлекте ғүмер буйы күңелендә йөрөт­кән Хәтирә инәй Килдебаева ла — һуғыш балаларының береһе.

Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалып, бер тәғәм икмәккә зар-интизар тилмергән, һыйы­ныр мөйөшһөҙ ҡалған сабыйҙар күргән михнәтле ҡара көндәр инде олоғайғас та ғазаплы төш булып үҙен хәтерләтә. Улар иңенә төшкән һынауҙарҙы үлсәр дәүмәл юҡтыр был донъяла. Әлеге көндә Һарыш ауылында көн иткән Хәтирә инәйҙең башынан үткәндәрҙе тыныс күңел менән тыңлау мөмкин түгел.
“Ейәнсура районының Абҙан ауылы ҡыҙы­мын. Иҫ белгәндә атайыбыҙ күптән баҡый­лыҡҡа күскәйне. Көҙ етеп, һалҡындар төшөү менән бәләкәй генә тәҙрә­ләрҙе боҙ ҡаплай, көн яҡтыһы төш­­мәгән­лектән, ярым ҡараңғыла мартҡа тиклем көн итә инек. Иң өлкәне — ағайым, ул ҡайҙалыр эшкә юлланды һәм шул китеүҙән әйләнеп ҡайтманы. Уның һуғышҡа алынғанын, яу яланында башын һалға­нын һуңынан кеше аша ғына ишеттек. Әсәйем – колхоз эшендә. Бушаған арала он йәки көрпә алып ҡайтып, беҙгә апара бешереп ашата.
Һуғыш башланғанын ир-аттың берәм-берәм арбалар­ға тейәлешеп, йырлап хуш­лашып китеүенән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ила­шы­уынан белдек. Колхозда хәл ауыр­лашты, көндәлек бурыс­тарҙы атҡарыуҙа ке­ше кәме­гәнлектән, беҙҙең кеүек ҡул араһына ингән үҫмер малайҙар һәм ҡыҙҙарға ла хужалыҡ эшенә сығырға ҡуштылар. Дөрөҫ, элек тә буш ултырмай инек, ә хәҙер бөтөнләй ололарҙан ҡалыш­майбыҙ. Һыбай күбә һөйрәтәбеҙ, әсәй менән бергә быҙау көтәбеҙ. Йортобоҙ бик таушал­ғандырмы, уныһын аныҡ хәтерләмәйем, бер мәл ферма өйөнә йәшәргә күстек. Тағы ла һарыҡ көткәнебеҙ хәтеремдә.
Һуғыш бара. Берәм-берәм өскөл хаттар килә. “Ҡара ҡағыҙ” алған апай-инәйҙәрҙең йөҙө ҡайғынан ҡарая. Ризыҡ бик наҡыҫ, беҙ бәрәсләгән һарыҡтарҙы һауып, шуның менән туҡланған булабыҙ. Шулай ҡыш сыҡтыҡ. Яҙын әсәйҙе йәйләүгә эшкә ебәрҙеләр. Шытҡан башаҡ ашап ике һеңлебеҙ һәләк булды. Ошо сәбәпле байтаҡ халыҡ ҡырылды. Уларҙы тәрбиәләп ерләргә кеше юҡ, әбейҙәр ҡәбер ҡаҙыны, ике мәйет бергә ерләнгән саҡтар күп булды”, — тип хәтерләй ул.
Хәтирә Мәликә апаһы менән һарыҡ көтә. Таулы-ташлы урында ҡыуыш ҡороп, ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ ашап көн итәләр. Күп тә үтмәй, ҡыҙҙар ҡот осҡос хәбәр ала: аслыҡтан йон­соған әсәләре балалары янына әйләнеп ҡайта алмай йәйләүҙә үлеп ҡала.
Көҙгә тағы ла ферма өйөнә ҡайтып йығыла улар. “Тиҫтерҙәребеҙ мәктәпкә йөрөй башланы. Беҙҙең кейем юҡ. Минең бик тә уҡығым килә. Туң ер өҫтөнән ялан аяҡ балалар артынан йүгерәм. Апайымдың өйрәтеүе буйынса күлдәк итәгенә көл һалып, бер аҙ барғас, бер устайҙы ергә һибеп, шунда баҫам, шулай табандарҙы йылытам да ары йүгерәм. Уҡытыусы апай беҙгә латин хәрефтәрен өйрәтә. Мине йыуатыр өсөн генәлер инде: “Яңы йыл башынан үҙебеҙсә хәреф менән яҙа башлаясаҡбыҙ, әлегә һин йөрөмәй тор”, — тигән булды”, — ти Хәтирә инәй.
…1942 йылдың октябрь айы. Ялан аяҡлы ҡыҙ бала, өҫтөнә ябалаҡлап ҡар яуыуға иғтибар итмәй, мәктәптән өйөнә табан йүгерә. Һикегә менеп ҡунаҡлағас, тәненә бер аҙ йылы йүгергәндәй була, шунан табандарының зәңкеп һыҙлауына түҙә алмай, аҡҡан күҙ йәшен һөртә-һөртә бер мөйөштән икенсеһенә йөрөй. Ярай әле Мәликә апаһы бар. Тапҡан-таянғанды бүлешеп ашайҙар. Төндәрен бик шомло саҡта ла уға һыйына. Йыш ҡына фермаға бүреләр килә, ҡарауылсы ҡатын менән тас һуғып ҡурҡыталар йыртҡыстарҙы.
Ни сәбәптәндер ҡыҙҙарға был өйҙән дә сығырға ҡушалар. Ҡайҙа барырға? Туған­дарының үҙҙәренең хәле шәптән түгел. Фер­ма эсендә иң йылы ер — бәрәстәр янында. Шунда урын йәтешләп, бесән һалып, бер аҙ ваҡыт йәшәйҙәр. Ауыл Советынан уларҙы Үрген балалар йортона ебәрергә тигән ҡарар килә. Хәтирә ололарҙың өгөтөнә буйһона, ә апаһы бармай ҡала.
“Бына шулай мин аслыҡтан ҡотолоп ҡал­дым. Балалар йортонда бер аҙ хәл инде, әрселмәгән картуф ашағаным хәтерҙә. Тамаҡ туйғандай булды, әммә апайымды юҡһындым. Ауылға ҡайтып килергә рөхсәт һорайым, тик ебәрмәйҙәр. Һарыға һабышып бөттөм. Яҙ етеү менән өс ҡыҙ һөйләштек тә ҡасып ҡайтып киттек. Урман ҡырҡҡан ауыл ҡатындары беҙҙе күргән дә балалар йорто тәрбиәселәренә еткергән. Баҫтырып тотоп, кире борҙолар.
Бер аҙҙан Гөлсөм исемле әхирәтем ме­нән, уңайлы мәлде тура килтереп, тағы ла табан ялтыраттыҡ. Абҙанға етергә ара байтаҡ ҡына. Юлыбыҙ Эйек йылғаһына ба­рып төртөлгәс, ни күрәбеҙ: күпер емерелгән, ағымы әллә кемдәрҙе йоторҙай булып шаулай. Апайымды күреү теләге көслө бул­ғандыр инде, йылғаның үҙәненә төшөп, күперҙең таяуҙарына беркетелгән кәртә­ләргә йәбешеп, теге яҡҡа сыҡтыҡ. Бер ауылда төн ҡунып, өй хужалары һыйлаған һөт менән күңелде йыуатып, артабан юлландыҡ.
“Халыҡ астан үлә, һеҙ туҡлыҡтың ҡәҙерен белмәй, ҡасып китеп бараһығыҙ”, — тип шелтәләйҙәр беҙҙе. Ҡайҙа ул ишетеү, ҡолаҡ һалыу, уй-ниәтебеҙ — тик алға, туғандар янына. Көн кискә ауышҡансы, байтаҡ юл үттек. Тик ҡорһаҡта бүреләр олой, түҙер әмәл ҡалманы. Ҡараһаҡ, урыҫтар зыяратта мәйет ерләй. Уларҙан хәйер һорарға булдыҡ. Йомортҡа, картуф бирҙеләр. Ауылдан сыҡҡан саҡта малайҙар, эттәрен һөсләтеп, беҙҙе баҫтырҙы. Ҡаршыға бер һыбайлы килә. Беҙҙе таныны. “Апайың дауаханала ята, хәле бик насар”, — ти. Был хәбәрҙән мин ҡойолоп төштөм. Аңҡы-тиңке булып бер аҙ торғандан һуң, уны ҡайҙан эҙләп табыуҙы һораштым.
Йүгерә-атлай апайым ятҡан палатаға барып инеүем булды, бөтә тәне шешенгән, үлер сиккә еткән яҡынымды күреп, өнһөҙ ҡалдым. Мине әллә танып, әллә танымай саҡ иренен ҡы­бырлатыуына ни әйтергә белмәй, кире тышҡа атылдым.
Хәҙер ҡайҙа барып баш төртөргә? Саҡырылмаған ҡунаҡ булып, өй һайын бер нисә төн сыҡҡас, апайҙарҙы тыңлап, яңынан балалар йортона юлландым. Үҙем һаман да унан ҡотолоу юлын уйлайым. Әһә, таптым. Әсәйемдең бер туған апаһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында йәшәй. Шунда барам, моғайын, ҡыуып сығармаҫтар, тинем”, — тип һөйләне инәй.
13 йәшлек ҡыҙҙың бығаса аяҡ баҫмаған ауылдағы туғандарын эҙләп, йәйәүләп юлға сығыуы — үҙе бер батырлыҡ. Ҡыйыулыҡ та, тәүәккәллек тә булған үҙендә. Инәй күпме көн барғанын аныҡ ҡына әйтә алмай, әммә тауҙан балаһы менән төшөп килгән бүренән ҡасып, кәбән төбөнә күмелеп ятҡанын, үгеҙ егеп мискә менән һыу ташыған апайҙарҙың үҙен арбаға ултыртып бер аҙ барыуын, ауылдан ауылға һоранып тамаҡ туйҙырып, туғаны йәшәгән йортҡа еткәс, ишектә ҙур йоҙаҡ эленгәнен күреп, ҡысҡырып ятып илауын, аласыҡта эркет һыуы эсеүен яҡшы хәтерләй.
Бәхетенә күрә, өй хужаһы ҡайта. Замана ауыр, артыҡ тамаҡ кемгә кәрәк, уны яңынан балалар йортона китергә өгөтләйҙәр. Күнә етем бала, яҙмышы шулай булғас, башҡа сара юҡ.
Мең бәлә менән кире Үргенгә ҡайтҡас, бер аҙ тынысланғандай була. Әмәлгә ҡалғандай, ауылдан яҡшы хәбәр килә: апаһы яйлап һауыға башлаған. Ҡайтырға, нисек тә уны аяҡҡа баҫтырырға! Был саҡта инде ҡыҙҙы тыйып тотор көс булмай. Хәтирә Абҙанға ҡайтып, үҙҙәренә туған тейешле бабайға һыйына, ауырыу апаһын да шунда алып ҡайта. Үҙе колхозға эшкә сыға.
Колхозсыларға төшкөлөккә ыумас бешерә­ләр, үҙенә тейгән өлөшөнөң яртыһын өйгә ташый. Апаһы күҙгә күренеп һауыға.
Һуғыш дауам итә, беҙҙекеләр дошманды өңөнә табан ҡыуа икән тигән шатлыҡлы хәбәрҙәр йөрөй. Кешеләрҙең күңелендә өмөт сатҡылары уяна. Хәтирә өсөнсө класҡа мәктәпкә төшә. Тиҫтерҙәре етенсе, һигеҙенсе класҡа йөрөй, ҡыҙ артта ҡалыуынан ояла. Уҡыу йылы тамамланғас, уны башҡа етемдәр менән бергә Күгәрсен ауылында асылған балалар йортона күсерәләр. Шул уҡ йылда Хәтирә Һибәтуллина Өфөләге Ленин исе­мендәге 1-се балалар йортона килеп эләгә. Был ваҡытты бына нисек хәтерләй ул: “Әмир Шамаев, Бәхти Ғайсин, Рәми Ғариповтар беҙҙән бер нисә класс юғары уҡыны. Уларҙың һәр береһен яҡшы хәтерләйем. Әмир шаяр­тырға яратты. Рәми бөҙрә сәсле, тәбәнәк кенә буйлы булды. Мәскәүҙә уҡыған сағында каникулға ҡайта ине, уны вокзалға тиклем оҙата барыуыбыҙ хәтерҙә…”
Хәтирә урта мәктәпте тамамлап, китапхана техникумына уҡырға инә. Ә 1955 йылда йүнәлтмә менән Йомағужа районының Һарыш ауылына эшкә ебәрелә. Анна Кирилловаға фатирға төшә. “Мине туғаны кеүек ҡабул итеп, сит-ят кешегә күңел йылыһын бүлгәне өсөн уға рәхмәтлемен. Ауыл халҡы ла бик ихтирамлы булды, “һылыу”, “апай”ҙан башҡа һүҙ ишет­мәнем”, — тип һөйләй инәй. Тормош иптәшен дә ошонда таба. Ғәйнетдин Килдебаев менән өс ул тәрбиәләйҙәр. Бына егерме йылдан ашыу улы менән килене тәрбиәһендә йәшәй.
Ошо көндәрҙә ул 86 йәшен билдәләй. Оло йәштә лә китап, гәзит-журнал уҡыуға әүәҫ­леген ташламаған. “Көнгәк”һеҙ миңә күңелһеҙ, “Башҡортостан” гәзитенең һәр һанын ентекләп уҡып сығам. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә юлыҡһам, башҡаларға ла күрһәтәм”, – ти ул.
Ауыр һуғыш осоро һынауҙары аша үтеп, етемлектең асыһын күп татығын Хәтирә инәй бөгөнгө тыныс тормошто ҡәҙерләп, һәр атҡан таңға ҡыуанып, кешеләргә именлек һәм изгелек юрап көн итә.












Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506