Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Афғандағы шәфҡәт туташы
Афғандағы шәфҡәт туташы Афғанстанда хеҙмәт иткән егеттәр хаҡында китап әҙерләгән саҡта беҙгә: “Районыбыҙҙан бер ҡыҙ шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итте”, – тигәйнеләр. Уны оҙаҡ эҙләнек. Хәрби комиссариаттан да, ауылдарҙа йөрөгәндә лә белештек, әммә таба алманыҡ. Китап сығып, байтаҡ ваҡыт үткәс, миңә Рәмилә Мазһар ҡыҙы менән танышырға тура килде. Ул беҙ ҡыҙыҡһынған шәфҡәт тута­шы­ның бер туған апаһы булып сыҡты. Уның ярҙамында Интернет селтәренә инеп, һеңлеһенең фотоһын күрҙем, осрашырға саҡырып хат яҙҙым, әммә яуап булманы...

Ниһайәт, бер көн телефон шылтыраны. Та­ныш булмаған ҡатындың етди тауышы ишетелде – беҙ эҙләгән шәф­ҡәт туташы икән. Иртә­гәһенә үк уның менән осрашырға һөй­ләшеп, Мейәс ҡалаһына юлландым.
Тәслимә Исламова Учалы районы­ның Учалы ауылында 1961 йылда ғаиләлә бишенсе бала булып тыуа. Урта белем алғас, Мейәс медицина училищеһын тамамлай. Үҙен автомобиль заво­дының шифахана-профилакторийына эшкә ебәрәләр. Тиҙҙән уның егәрлелеген, тырыш­лығын күрә­ләр. Тынғыһыҙ ҡыҙ киләсәккә ҙур хыял, өмөт менән йәшәй. Күп тә үтмәй, ул массаж яһаусы һөнәрен дә үҙләштерә. Шатланып ҡына эшләргә лә эшләргә ине лә, һәр саҡ ҡайҙалыр талпынып торған ҡыҙға үҙен әһәмиәтлерәк урында һынап ҡарау теләге тынғы бирмәй. Ул Мейәс ҡала хәрби комиссариатына килә һәм үҙен берәй медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәгән дуҫ илгә эшкә ебәреүҙәрен һорай. Ҡыҙға Монголияға, Польшаға барырға мөмкинлек була, тик ул Афғанстанды һай­лай. Ләкин уның эш стажы ике йылға тулмау сәбәпле, бер аҙ көтөргә ҡушалар, ошо арала кәрәкле документтар – үҙенә, ата-әсәһенә баһа­лама – юллай торорға тәҡдим итәләр.
Ниһайәт, хәрби комиссариаттан тү­ҙем­һеҙләнеп көткән саҡырыу килә. Афғанстанға барасағы тураһында повестка тотоп ҡайт­ҡас ҡына белә. Уны кире өгөтләп күндерә алмайҙар. Ахы­ры, Мазһар ағай менән Мәүжидә апай, ҡыҙҙары менән килешеп, ҡорбан са­лып, аят уҡы­талар. 1980 йылдан һуғыш барған илгә, йөрәктәрен устарына то­топ, ҡыҙҙарын оҙатып ҡа­лалар.
Бер үҙе ҡалған Тәслимәнең ҡапыл йөрәге ҡыҫа. Ата-әсәһен, ағай-апай­ҙарын өҙөлөп һағына. Ҡайт­ҡыһы килеп китә. Ләкин ул – комсомолка, алдына ҡуйған бурысын намыҫ менән үтәргә тейеш. Үҙен ҡулға алып, ҡыйыу аҙым­дар менән йыйылыу пунктына йүнәлә. Ташкенттан Термезға, Термездан Ҡа­булға, Ҡабулдан Пули-Хумриға килә­ләр. Бында ул Тамара исемле шәфҡәт туташы менән таныша. Ошо та­нышлыҡ ғүмерлек дуҫлыҡҡа әйләнә. Әле ул Украинала йәшәй, ундағы сетерекле хәлдәр аралашыуҙы туҡтатып торған. Тәслимә Мазһар ҡыҙынан:
– Тәүге көнөгөҙҙө хәтерләйһегеҙме? – тип һорайым.
– Хәтерләйем, хәтерләмәй ни, – тип һүҙен дауам итте ул. – Контроль-үткәреү пунктына етеүгә, ҡурғаш­ҡа төрөлгән ҙур төргәкте алып китеп барыуҙары күҙемә салынды. Эргәмдә килгән әхирәтемдән һораным: “Был нимә икән ул?” Ул миңә ғәжәпһенеп ҡараны ла: “Был “Груз -200” тип атала, кемдеңдер ата-әсәһенә ҡара ҡайғы ҡайта”, – тип яуап бирҙе.
Тәүге көндә йәш ҡыҙға төнгө сменаға сығырға тура килә. Тәслимә тәүҙә инфекция бүлегенә тәғәйенләнә, һуңыраҡ физиотерапия һәм инфекция бүлексә­ләрендә эшләй. Эш үтә лә күп һәм тынғыһыҙ була.
– Сменаң бөтөп, ял итергә ятыуға ғына яралыны йә ҡаты сирлене килтерәләр. Бер кем дә, бер ваҡытта ла ыңһырламаны. Беҙҙең бурыс, нисек кенә булмаһын, яралы һалдатты үлемдән ҡурсалап алып ҡалыу ине... – тип хәтерләй ул.
Тәслимәгә көслө рухлы, талапсан хеҙмәткәрҙәр – медицина хеҙмәте под­полковниктары Виктор Никитин менән Ҡорбан Бегнаевтың ҡул аҫ­тында эшләргә насип була. Ҡорбан Бегнай улы уларға һәр саҡ: “Һеҙ – буласаҡ әсәләр, яралы, ауырыу һал­даттарға йылы мөғәмәлә итегеҙ, уларға әсәй наҙын бирергә тыры­шы­ғыҙ. Нимә һорай­ҙар, нимә ашағылары килә, миңә әйтегеҙ. Хәлемдән кил­гәнсә ярҙам итер­мен”, – тип ҡа­батлай. Ысынлап та, дауаланыу­сыларҙың һорағанын табып килтереп, ярҙам­сыларынан бешертер була.
Тәслимә йыш ҡына массаж яһай һәм күп тапҡыр донор була. Үҙе лә ҡаты ауырып госпиталдә ятып сыға. Ауыр­лыҡтарҙы еңергә Тәслимә Маз­һар ҡы­ҙы­на уның киң күңел­лелеге, баҫалҡы холҡо, әҙәпле булыуы, эш тәртибен, тормошто белеүе ярҙам итә. Бынан тыш, улар йыш ҡына ҡышлаҡтарға сығып, урындағы ха­лыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә, лекция уҡый, концерт ҡуя.
Ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң, ҡыҙ тыуған яғына ҡайтып төшә. Бер аҙ ял итеп алғас, яңынан ике йылға Аф­ғанстанға китергә теләк белдерә. Шул саҡ әсәһе күҙ йәштәренә күмелеп:
– Балаҡайым, ҡара минең башыма! – ти. Тәслимә ике йыл эсендә әсә­һенең ағарып сыҡҡан сәстәрен, һыр баҫҡан маңлайын күреп, сүгеп ултыра. Ниә­те­нән кире ҡайта ҡыҙ.
Тәслимә ҡайтҡас та элекке эш урынына килә, унда 1993 йылдың июненә тиклем эшләй. Шул уҡ йылда уны керамика заводының һаулыҡ һаҡлау пункты мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Иң мөһиме – үҙ эшен ныҡ ярата, һәм уның үҙен дә хөрмәт итәләр. Улы Тимур армия хеҙ­­мәтенән алда Мейәс геология-разведка техникумын тамамлаған. Әлеге көндә керамика заводында эш­ләп йөрөй, ситтән тороп Өфөлә уҡый.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518