Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сабыйҙар тауышы йышыраҡ ишетелһен
Сабыйҙар тауышы йышыраҡ ишетелһен Районыбыҙҙа күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға булды: 12 етем балаға яңы төҙөлгән йорттан фатир асҡысы тапшырылды.

– Илеш районында 2008 – 2013 йылдарҙа 16 етем бала өй туйланы. Былтыр төбәккә ошо маҡсатта республика ҡаҙ­на­һынан – 7 773 500, федераль бюджеттан 2 016 500 һум аҡса бүленде. Ул тулыһынса файҙаланылды, социаль тор­лаҡ тө­ҙөл­дө. Яҡты, иркен фатирҙар бөгөн йәшәү өсөн тулыһынса әҙер. Һеҙгә тапшырылған торлаҡ оло тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итһен, – тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим Фәтхелбаянов.
Хакимиәттең опека һәм попечителлек секторы мөдире Ғәзимә Бәширова:
– Яңы йортта матур йәшәүегеҙҙе, уны ҡәҙерләп һәм таҙа то­тоуығыҙҙы теләйем. Сабыйҙар тауышы күберәк яңғыраһын, – тип изге теләктәрен еткерҙе.
Ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең бөтәһе лә балалар йортонда тәрбиәләнмәгән. Ҡайһы берәүҙәр ғаиләлә, яҡын туғанда­рын­да йәшәгән. Мәҫәлән, Гөлшат Хажиева, ата-әсәһе вафат бул­ғандан һуң, олатай-өләсәй ҡарауында мәктәпте тамамлағас, Аҡтаныш технология техникумында ашнаҡсы-кондитер һөнә­рен алған. Ире Илвир менән өс айлыҡ улдары Рамаҙанды тәрбиәләй, тимәк, айырым торлаҡҡа мохтаж.
– Яңы йорттан фатир биргәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Илдар Мостафинға, опека һәм попечителлек секто­ры мөдире Ғәзимә Бәшироваға һәм йорт төҙөүселәргә рәх­мә­тебеҙ сикһеҙ, – ти ҡатын. – Фатирлы булыуыбыҙға бик шатмын.
Етемдәрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала­ларҙың торлаҡҡа хоҡуҡтарын бойомға ашырыу тураһындағы ҡануниәткә ярашлы, район хакимиәте социаль торлаҡҡа мохтаж булған балаларҙың иҫәбен, уларҙы фатир менән тәьмин итеү буйынса эште даими алып бара. Бөгөн 28 бала сиратта торһа, шуларҙың 19-ының йәше еткән.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылы­һынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел. Иң мөһиме – Хөкүмәтебеҙ һәм район хакимиәте үҙ ярҙамынан ташламай.




Азамат ХӘЛИЛОВ:
– Һәр кем үҙ мөйөшөн булдырыу хыялы менән йәшәй. Был бер кемгә лә сер түгел. Беҙ ҙә оҙаҡ йылдар кеше тупһаһында көн иттек. Аллаға шөкөр, Хөкүмәтебеҙ фатир бүләк итте, рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Эмма ЧУКЛИНА:
– Бөгөн иң ҡыуаныслы мәлдәремдең береһе, бер бүлмәле фатир асҡысы тапшырҙылар. Районыбыҙҙа етем балаларға иғтибар айырыуса көслө, берәү ҙә ситләтелмәй. Дәүләт беҙҙең хаҡта даими хәстәрлек күрә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505