Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тропик бәһлеүәне
Тропик бәһлеүәне Бразилияны ғәҙәттә шулай тип йөрөтәләр. Ҡуйы урманлы һәм эҫе климатлы киңлектә урынлашҡаны өсөн дә, биләмәһе бик ҙур булғанға ла ошондай исем тағылғандыр инде. Быйыл Өфөлә уҙғарыласаҡ халыҡ-ара саммиттарҙа БРИКС ағзаһы булған был дәүләттең вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ. Тиҙ үҫә барған илдәр рәтенә ингән Бразилия менән хеҙмәттәшлек республика иҡтисадына ыңғай йоғонто яһай алырмы?

БРИКС төркөмө ағзалары тиҙ үҫә барған дәүләттәр рәтенә инә. Был илдәрҙең өҫтөнлөгө шунда – уларҙың донъя иҡтисадын үҫтереү өсөн бик мөһим булған ҙур күләмдәге ресурстары бар:
Бразилия ауыл хужалығы продукция­һына бай;
Рәсәй ғәйәт ҙур минераль ресурс­тарға эйә;
Һиндостандың интеллектуаль ресурстары арзан;
Ҡытайҙың етештереү базаһы көслө;
Көньяҡ Африка Республикаһының тәбиғи ресурстары күп.

БРИК (тәүҙә ул шулай аталған) илдәрендә йән башына тулайым эске продукт (долларҙарҙа)

Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек

Беҙҙең республика менән Бразилия араһындағы хеҙмәттәшлек, нигеҙҙә, машиналар эшләү һәм авиация өсөн ҡорамалдар етештереү тармаҡтарына ҡайтып ҡала. Химик етештереү, нефть сығарыу һәм эшкәртеү һ.б. ҡайһы бер йүнәлештәр ҙә был йәһәттән өмөтлө. Әйткәндәй, Бразилия белгестәре Нефтекама заводында (НефАЗ) үҙҙәренең “Марко Поло” автобусын йыя. Бер нисә тиҫтә ошондай автобус Рәсәй юлдары буйлап елдерә лә инде.


Ил хаҡында
ҡыҙыҡлы мәғлүмәт


Бойондороҡһоҙлоҡ көнө (Португалиянан) – 1822 йылдың 7 сентябре.
Рәсми теле – португал (порту­гал теленең бразил варианты).
Баш ҡалаһы – Бразилиа.
Иң ҙур ҡалалары – Сан-Паулу, Рио-де-Жанейро, Салвадор, Белу-Оризонти, Форталеза, Бразилиа.
Идара ысулы – федератив республика.
Территорияһы – 8 514 877 кв.км.
Тулайым эске продукт – йәмғеһе 3,107 трл. доллар
– йән башына 15 456 доллар.
Һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым – 1 322 литр.
Һарыҡтар һаны – 16 миллион 783 мең.
Валютаһы – бразил реалы.
Дине – күпселеге католиктар.
Административ ҡоролошо – бер федераль округ, 26 штат һәм 5 564 муниципалитет.
Автомобиль юлдарының оҙонлоғо – 1,98 млн. км.
Тимер юлдарының оҙонлоғо – 252 км.
Аэропорттар һаны – 4 276.
Экспорт күләме – 199,7 млрд. доллар (2010 йылда).
Импорт күләме – 187,7 млрд. доллар.
Экспорт тауарҙары – транспорт ҡорамалдары, тимер рудаһы, соя, аяҡ кейеме, ҡәһүә, автомобилдәр.
Импорт тауарҙары – машиналар, электр һәм транспорт ҡорамалдары, химия продукцияһы, нефть, автомобиль запчастары, электроника.
Һәр 1000 кешегә тура килгән персональ компьютерҙар һаны – 430.
Халҡы – 189 987 291 кеше (2014 йылғы халыҡ иҫәбен алыу).
Халҡының тығыҙлығы – бер километрға 22 кеше тура килә.
Халҡының артымы – йылына 1,2 %.
Уртаса ғүмер оҙонлоғо – ирҙәр – 69 йыл, ҡатын-ҡыҙҙар 76 йыл йәшәй.
Ҡала халҡының өлөшө – 86 %.
Ҡатын-ҡыҙҙар һаны – 100 миллион 923 мең.
Ирҙәр һаны – 92 миллион 185 мең.
Этник составы – 2008 йылғы мәғлүмәт буйынса, халҡының 48, 43 процентын (92 миллионын) аҡ тәнлеләр, 43, 80 процентын (83 миллионын) ҡатнаш раса, 6,84 процентын (13 миллионын ) ҡара тәнлеләр, 0,58 процентын (1,1 миллионын) азиаттар һәм 0,28 процентын (536 меңен) индеецтар тәшкил итә. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу аҡ тәнлеләрҙең һан яғынан өҫтөнлөгө юғалыуын асыҡланы: улар элекке 53,7 % урынына 48 % ҡына ҡалған икән. Ошо уҡ иҫәп 15 миллион бразилдың (8%) бер дингә лә ышанмауын күрһәтте.
Яҙмаларҙан һәм иҫтәлектәрҙән күренеүенсә, бразилдар – ихлас һәм бошоноу белмәҫ халыҡ. Бөтөн донъяға билдәле Рио-де-Жанейро карнавалы йыл һайын миллионлаған туристы йәлеп итә.

Бразилия:
u Көньяҡ Америкалағы иң ҙур ил.
u Иң күп католиктар йәшәгән дәүләт.
u Донъялағы иң оҙон ҡомло яр буйы – был һыҙатта 200-ҙән ашыу пляж урынлашҡан.
u Планеталағы кислородтың 50 процентын Амазонканың дымлы тропик урмандары бүлеп сығара. Ә Амазонка һәм уның ҡушылдыҡтары Бразилияның өстән бер өлөшөн тәшкил итә.



Климаты

Бразилияға эҫе климат хас. Уртаса йыллыҡ температура 16 менән 29 градус араһында тирбәлә. Көнсығыштағы таулы урындарҙа ғына ул июлдә 12-14 градус тирәһендә булырға, хатта ҡырау төшөргә лә мөмкин. Ләкин майҙаны буйынса донъяның иң ҙур дәүләттәренең береһе булған был илдә һауа торошо ла төрлөсә. Амазонка йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары тирәһендә, мәҫәлән, яуым-төшөм бик йыш булһа, илдең көнсығыш өлөшө ҡоро климаты менән танылған. Яҫы таулыҡтарҙан торған үҙәк өлөшкә дымлы субэкваториаль климат хас.


Туристар ниндәй фекерҙә?

n Беҙ бында 2014 йылдың июнендә ял иттек, 39 ҡатлы ҡунаҡхананың 35-се ҡатында йәшәнек. Тәҙрәләр туп-тура океанға түгел, ә уның яр буйы яғына ҡарай ине, шуға күрә ундағы йорттар ҙа, океандың үҙе лә бик яҡшы күренеп торҙо. Ҡунаҡханалағы бүлмә­беҙҙә ваннаның биҙәлешенә һоҡлан­дыҡ, тик ни өсөндөр душтың трубкаһы стенаға алынмаҫлыҡ итеп беркетел­гәйне...
n Ҡунаҡханала тараҡандар булыуы ғәжәпләндерҙе. Балкон тар ғына, үлсәп ҡарағайным – киңлеге ни бары 25 сантиметр! Бүлмәләге мини-барҙы беҙ йәшәгәндә бер тапҡыр ғына тултырҙылар. Мысырҙа яҡшыраҡ ине...
n Донъяның иң ҙур ҡалаларының береһе Рио-де-Жанейро тураһында күп яҙалар, ләкин унда нисек Яңы йылды ҡаршылауҙары хаҡында бер нәмә лә тапма­ныҡ. Шулай ҙа күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты: быйылғы байрамды карнавалдар ҡалаһы Риола Копакабана пляжында ҡаршы алдыҡ, бындағы йола буйынса ап-аҡ кейем кейҙек. Тәьҫораттар иҫ киткес!..
n Барлыҡ илдәр үҙ брендын булдырырға тырыша. Париж өсөн ул – Эйфель башняһы, Лондон өсөн – Бигбен сәғәте, Мәскәү өсөн – Кремль һ.б. Бразилия өсөн бындай символ булып Христос статуяһы хеҙмәт итә. Риола туристарға беренсе сиратта шуны күрһәтәләр.
n Беҙҙең һалҡын Рәсәйҙә мин эҫе климатлы һәм йылы океанлы Рио-де Жанейрола булған көндәремде йыш иҫкә алам, хатта юҡһынам да. Шулай ҙа Риоға мин ноябрь аҙағынан алып апрель башына тиклемге осорҙа барырға кәңәш итәм – был арала унда ныҡ эҫе булмай икән.
n Рио-де-Жанейроға Мәскәүҙән 14 сәғәт остоҡ. Бразилия, ғөмүмән, сит бер планета һымаҡ ҡабул ителә, сөнки бик алыҫ та, экзотикаға ла бай. Беҙҙең туристар был илгә һирәк аяҡ баҫа, уның тураһында аҙ яҙыла ла. Ә бына мин ошо илдә булыуым, Христос статуяһы урынлашҡан тау битләүендә фотоға төшөүем, икмәк ағасы, фейжоаду кеүек милли аштарҙы тәмләп ҡарауым менән ғорурланам.
n Беҙ Риола февраль уртаһында Bandeirantes ҡунаҡханаһында йәшәнек. Ҡай­тып китер алдынан ғына номерҙан Canon IXUS 60 фотоаппаратын һәм уның заряд­ка ҡоролмаһын урланылар. Ә бит уларҙы шкафҡа йәшергән булғайныҡ. Ҡунаҡхана хакимиәте бик тупаҫ һөйләште, бурҙарҙы таба алманылар. Бүтән бер илдә лә бындай хәлгә тарығаным юҡ ине...
n Бразилияға килеп тә Ботаника баҡ­саһында булмаһаҡ, үҙебеҙҙе ғәфү итмәҫ инек. Шуға күрә Риола тәү сиратта тип әйтерлек шунда барҙыҡ. Маймылдарҙың күплеге! Беҙҙәге цирктарҙан һәм зоопарктарҙан айырмалы, ундағы маймылдарҙың йөҙө кешегә нығыраҡ оҡшаған һымаҡ күренде миңә. Билет хаҡы алты реал (өс доллар) тора.
n Риолағы Христос статуяһы ҡаланың бөтөн еренән дә күренә. Ул урынлашҡан Корковадо тауынан да ҡала ус төбөндәгеләй йәйрәп ята. Тик бында томан булғанда бер нәмә лә күҙгә йүнләп салынмай.
n Рионың үҙәге ял көндәрендә бушап ҡала, сөнки барыһы ла үҙ хужалыҡтарында эшләй йә океанда һыу инә, был ваҡытта үҙәк квартал урамдарында берәҙәктәр йоҡлап ятҡанын ғына күрергә мөмкин. Халыҡтың этник составы ғәжәп күп төрлө, кемдәрҙе генә осратмайһың... Хәйер, ил үҙе лә төрлөлөгө менән хайран итә, үтә зиннәтле урындарҙы үтеп китеү менән шунда уҡ хәйерселек күҙгә бәреп торған кварталдар башлана.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840