Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өйрәктәр һыуыҡҡа бирешмәй
Өйрәктәр һыуыҡҡа бирешмәй Республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә ҡыр өйрәктәре ҡышларға ҡалған. Мәҫәлән, Өфөнөң йылға-күлдәрендә улар йыш осрай. Был күренеште белгестәр республикала һауа торошоноң йылы тороуы менән аңлата.

Ҡыр өйрәктәре йылы яҡҡа осҡанда туҡтап ял итеп ала. Әгәр ҡоштар үҙҙәренә уңайлы шарттар таба икән, унда оҙаҡҡа ҡала. Быға тиклем өйрәктәрҙең Башҡортостанда ҡышлаған осрағы күҙәтелмәһә лә, Мәскәүҙә был ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Унда ҡышларға ҡалған ҡоштар буйынса мәғлүмәт туплана һәм тикшереүҙәр алып барыла. Әле Рәсәйҙең баш ҡалаһында 20 меңдән ашыу ҡыр өйрәге булыуы билдәле. Ҡоштарҙы ашатып тороусылар ҙа бар. Өйрәктәргә аҡ икмәк һәм ярма бирергә мөмкин. Ләкин тоҙло, шәкәрле аҙыҡ-түлек менән һыйларға ярамай. Майлы аҙыҡ, ҡара икмәк ашатыу төрлө ауырыуҙарға килтерә.



Һунарсымы,
браконьермы?


Өйрәктәр һыуыҡҡа бирешмәйҠышҡы һунар мәлендә закон боҙоу осраҡтары йышая. Шуға ла күптән түгел Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы ағзалары браконьерҙарға ҡаршы рейдҡа сыҡты.

Дирекция Кушнаренко һәм Благовещен райондарында ғына 25 мең гектар майҙан өсөн яуаплы. Рейдтарҙы йыш уҙғарғанға бында браконьерҙар һирәк осрай. Шулай ҙа һәр һунарсыны тикшереп булмай. Бынан тыш, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр хәҙер заманса техника ҡуллана. Күптәр эттәренә GPS-навигаторлы муйынса кейҙереп, хәлде машинала компьютер аша ғына күҙәтә.
Яңыраҡ дирекция хеҙмәткәрҙәре урманда яраланған өс ҡабан сусҡаһын таба. Уларҙы урындағы ҡырағай хайуандарға ярҙам итеү үҙәгенә алып киләләр. Ҡабандар һауыҡҡан. Яҙғыһын үҙәк хеҙмәткәрҙәре уларҙы кире урманға ебәрәсәк. Әйткәндәй, һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 500 һумдан 4000 һумға тиклем штраф ҡаралған. Рөхсәтһеҙ һунар итеүсегә 200 мең һум штраф һәм алты айға тиклем мәжбүри эшкә ебәреү янай.




Төлкөнән һаҡ булығыҙ!

Өйрәктәр һыуыҡҡа бирешмәйКушнаренко районының Кувыков ауылында йәшәгәндәр төлкөләрҙең йыш ҡына “ҡунаҡҡа” килеүенән яфалана. Йәнлектәр эттәргә ташлана, ҡош-ҡортто тамаҡлай. Хәйләкәрҙәр көндөҙ ҙә ауылда иркен йөрөй, тиҙәр. Шуға ла кешеләр балаларын урамға сығарырға ҡурҡа.

Мылтыҡ булмағанлыҡтан ауыл халҡы һәр саҡ һәнәген әҙер тота. Салауат Сәйәхов, һуңғы айҙа ғына дүрт төлкө тоттоҡ, тип һөйләй. Ҡыш кейектәр аслыҡтан ауылға инә. Уныһы ла әллә ни ҡурҡыныс түгел, йәнлектәрҙең теләһә ҡасан йортҡа кереп, эҙләнә башлауы, эттәргә ташланыуы һағайта. Йорт һаҡсыларына ҡотороу сире йоҡтороуҙары ихтимал.
Ауыл­да кемдән генә һорама, бында һәр береһе тиерлек төлкө менән күҙгә-күҙ осрашҡан. Кейектәр бер нәмәнән дә ҡурҡмай – шуныһы аптырата ауыл халҡын.
Бәхет­кә күрә, әлегә йыртҡыстарҙың кешегә ташланған осрағы теркәлмәгән. Шулай ҙа уларға ҡаршы көрәште көсәйтергә кәрәк, тигән фекерҙәләр. Ләкин төлкөләргә һунар итеү өсөн махсус лицензия алыу зарур, сөнки район айырыуса һаҡланған биләмәләр исемлегенә инә.
Яңыраҡ ҡына айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция төлкөгә һунарға сыҡҡан. Был сара урындағы халыҡтың ҡоторған йыртҡыс­тарҙың күбәйеүенә зарланып йыш мөрәжәғәт итеүе сәбәпле ойошторолған. Белгестәр билдәләүенсә, сирле булмаған йыртҡыс халыҡ йәшәгән урындан алыҫ йөрөй. Ә ҡоторған төлкөнөң тешләүе аяныслы тамамланыуы ихтимал.
Бындай хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн һунар ойошторолһа ла, был ғына етерлек түгел, күрәһең. Әле төлкөләр кешеләргә ташланмаһа ла, хәүеф ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504