Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Йылдың икенсе айы — февраль. Уның исеменең аңлатмаһы төрлөсә. Шулай булһа ла, Көнбайыш илдәрендә ул боронғо этрус халҡының ер аҫты батшалығы аллаһы Фебруус исеменән алынған тип әйтәләр. Ә латин телендә “Таҙарыныу байрамы” тип тәржемә ителә (Februarius mensis). Хәҙер ҙә айҙың 15-е күп илдәрҙә “таҙарыныу көнө” һанала.

Февраль – йылдың иң ҡыҫҡа айы. Ул кәбисә йылды (366 көн­лөк йыл) билдәләй; күп осраҡта яҙ миҙгелен аныҡ төҫмөрләтә; ер аҫты һыуҙары кимәленең иң тәрән осоро ваҡыты (юҡҡа ғына һыу ҡоҙоҡтарын ошо мәлдә ҡаҙмайҙар). Көндәр һыуыҡ торһа ла, иртә сәскә атҡан үҫем­лектәрҙең тамырҙары үҫә башлай (умырзая сәс­кәһе һ.б.). Бурандар йышыраҡ була. Ябай йылдарҙа март һәм ноябрь айҙары аҙналары февралдәге кеүек бер көндә башлана, ә кәбисә йылда август айы аҙналары февралде ҡабатлай. Славяндар календарында ул “лютень”, йәғни йылдың иң сәнскеле мәле (“колючий”) тип йөрөтөлгән. Рим халҡы уны “таҙар­тыусы”, Англияла – “бысраҡ”, “кәбеҫтә”, Исландияла – “туң ҡар массаһы”, урыҫтарҙа, белорустарҙа – “буран”, “ҡар”, “кәкре юлдар”, “ҡабырға йылыт­ҡысы”, финдарҙа – “мәрйен”, хорваттарҙа – “бөйөк”, һиндтарҙа “йәй” һәм башҡа исемдәр менән йөрөгән.
Февралдә көн тағы ла ике сәғәткә артып, оҙонлоғо 10 сәғәт 40 минутҡа етә. Һауа температураһы түбән бу­лыуға ҡарамаҫтан, ҡояш яҡтыһында йылылыҡ арыу уҡ һиҙелә, ағас төптәре эргәһендә әкренләп ҡар баҫыла, ер асыла башлай. Суҡ турғайҙар ауылға яҡын килә, буҙ турғайҙар күңелле йырлап, яҙ яҡынлашҡанын һиҙҙерә. Өңдәрҙә айыу балалары донъяға килә. Сәүкәләр һәм ҡара ҡарғалар ай аҙағында ҡайтып, ояға урын эҙләй башлай.
Был айҙы халыҡ әйтемдәре дөрөҫ баһалай: февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра; февралдән яҙ еҫе сыға; фев­ралдә һәр ваҡыт ике дуҫ – һепертмә һәм ыжғыр буран – йөрөй; февраль йылыта һәм туңдыра; февраль — ҡарға, ә апрель һыуға бай; февралдә ҡыш менән яҙ осраша; йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә; февраль – бүреләрҙең туй айы…
Тәбиғәт яратыусыларға февралдә күҙәтеү өсөн ваҡиғалар етерлек:
lҡар өҫтөндә ҡуръяҡ (наст) барлыҡҡа килә;
lағас төптәре эргәһендә ҡар ирей башлай;
lбоҙ өҫтөнә йылы сыға;
lай аҙағында саған һуты бүленә башлай;
lҡар аҫтында елүлән (ветреница) сәскәһе япраҡтары үҫә;
lсағылдарҙа төлкөләр ҡояшта ҡыҙына;
lваҡ ҡоштар, һауа торошона ҡарап, төр­лө тауыш менән йырлай.
Гәзит уҡыусылар үҙҙәренең күҙәтеү­ҙәрен дә беҙгә яҙып ебәрә ала. Киләһе яҙмаларҙа беҙ уларҙы башҡаларға ла еткерер инек.

Инбер ЯПАРОВ,
география фәндәре кандидаты,
Башҡорт дәүләт университеты доценты.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518