Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөлдөрҙөгөҙ, Рафаэль ағай...
Бөлдөрҙөгөҙ, Рафаэль ағай... Милләтебеҙгә хас һыҙаттырмы ул, әллә холҡобоҙҙоң баҫалҡылығынан киләме, кешеләрҙең изгелеге өсөн үҙе иҫән саҡта ниңәлер ваҡытында рәхмәт әйтергә тартынабыҙ. Юҡ, мин улай уҡ белекһеҙ түгелмен, үҙемә яҡшылыҡ ҡылғандарҙы мәлендә бәхилләп барырға тырышам. Әммә була шундай изгелектәр: уларҙы халыҡ та белергә тейеш һәм рәхмәтеңде бүтәндәр ҙә ишетерлек итеп әйтеү фарыз.

Әлеге мәҡәләмде лә ошо ниәт­тән сығып яҙырға булдым да инде. Һүҙем арабыҙҙан кит­кән ғалим, педагог, тәнҡитсе Рафаэль ағай Аҙнағолов хаҡында.
Рафаэль Ғәйнетдин улы оҙаҡ йылдар мин эшләгән республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите “Йәншишмә”нең мөхәр­ририәт ағзаһы булды. Исем өсөн генә торманы уның фамилияһы был исемлектә, ә аныҡ кәңәш-тәҡ­димдәре менән ихлас ярҙам итте ағайыбыҙ. Үҙ эше буйынса ҡайҙарға ғына сәфәрҙәргә юл­лан­һа ла, мотлаҡ урындағы мәктәптәргә инеп, уҡыу-уҡытыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡ­һын­ды, ижад менән шөғөлләнгән балаларҙың ҡулъяҙмаларын алып ҡайтып, ҡосаҡ-ҡосаҡ итеп беҙгә тапшырҙы. Редакцияға иң һуңғы килтерелгән эштәре Яңа­уыл районы уҡыу­сыларының мәҡәлә, шиғыр, хикәйәләре ине.
Рафаэль ағай, үҙе Ырымбур өлкәһендә тыуған кеше, Баш­ҡорт­остандан сит өлкә­ләрҙә башҡорт телен уҡытыу проблемаларын бик яҡшы белде. Шуға күрә лә төрлө яуаплы урын­дарҙа кәңәш-тәҡдимдәре менән йыш сығыш яһаны. Республи­кабыҙ­ҙың аҫаба башҡорт ерҙә­рендә туған телдәрҙе уҡытыуға иғтибар булмауы йәки етмәүе хаҡында, Башҡортостандың ха­­лыҡ шағиры Факиһа Туғыҙ­баева әйткәнсә, башҡорттарға башҡортлоҡтарын аңлатып, “Башҡортостан” гәзитендә әсе­неү һәм һыҙланыу менән ҙур күләмле мәҡәләләр баҫ­тырҙы.
Рафаэль Ғәйнетдин улы уҡытыу өлкәһендә ситтән генә фекер йөрөтөүсе теоретик педагог булманы. Ул үҙе Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимна­зияһында бер нисә йыл ең һыҙғанып эшләне. Директорҙың фәнни эштәр буйынса урынба­ҫары булды буғай, яңылыш­маһам. Ошонда талантлы йәш ҡылҡәләм оҫталары араһында әҙәби һәләткә эйә уҡыусыларҙы табып, ижади түңәрәккә йыйҙы, яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙар үткәрҙе. Ә үҙҙәре шиғыр яҙған йәш ижадсылар Лилиә Ғәлләмова, Нәркәс Абдуллина, Азамат Мәһәҙиев­тәр­ҙең китаптарын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яр­ҙамы менән баҫтырып сыға­рыуға өлгәште. Был изге ғәмәл гимназия тарихында ғына түгел, Яҙыусылар союзы эшендә лә үҙе бер яңылыҡ булып торҙо. Балалар әҙәбиәте секцияһының күсмә ултырышы гимназияла уҙғарылды. Күренекле яҙыусы­лар — секция рәйесе Факиһа Туғыҙбаева, сәркәтибе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, ағзалары Рәсимә Ураҡсина һәм мин — бала­ларҙың шиғырҙарын тикшерҙек, кәңәш-фекерҙәр әйтеп, өс ҡулъ­яҙ­маны ла китап итеп баҫтырып сығарырға тигән тәҡдим индер­ҙек. Йыйылышта шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, түңәрәк ағза­лары ҡатнашты. Ә инде йәш рәссамдарҙың да секцияла ултырып, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҙыусыларҙың портреттарын төшөрөп, үҙҙәренә бүләк итеүе көтөлмәгән бер сюрприз булды. Бындай ижади экспромтты ойоштороусы Рафаэль ағай икәнлеген һиҙемләргә генә ҡала. Эш һүҙҙә генә тороп ҡалманы. Рафаэль Ғәйнетдин улы Баш­ҡортостандың Мәғариф ми­нист­р­­лығы һәм гимна­зия-интернат менән берлектә 2002 йылда, “Һәләтле бала” тигән китап серияһы булдырып, әлеге өс уҡыусының китаптарын сығар­ҙы. Былар хаҡында хәбарҙар­лығымдың сәбәбе — өс баланың береһе Азамат Мәһәҙиевтең беҙҙең улыбыҙ булыуы. Ул саҡта Азамат — бишенсе, Нәр­кәс Абдуллина — алтынсы, Лилиә Ғәлләмова етенсе класта уҡый ине. Һәр авторҙың йыйын­тығына баш һүҙҙе Рафаэль Ғәйнетдин улы үҙе яҙҙы. Азаматтың “Пип-пип, юлдан кит!” китабына “Булыр бала — биләүҙән” тип аталған мәҡәләһе менән ҙур баһа биреп, кәңәш­тәрен әйтеп, йәш ижадсыға әҙәбиәт донъяһына хәйерле юл теләгәйне. Кескәйҙәргә шундай иғтибар һәм ваҡыт бүлеп, күңелдәрен үҫтереүсе ғалимдар һәм әҙиптәр беҙҙә әлегә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Үкенескә ҡаршы, бер һүҙе менән һәләтле йәштәрҙе әҙәбиәттән дүндергән шағирҙар ҙа юҡ түгел шул. Рафаэль ағай иһә, оло йөрәкле кеше булараҡ, балалар ижадына яуаплы ҡарап, әҙәбиәттең киләсәген дә хәстәрләргә ты­рышҡан. Ә бит үҙе шул ваҡытта филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә эйә булып, педагогия фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһы өҫ­төндә эшләй ине. Әйтеүе генә анһат: бының өсөн күпме хеҙмәт һалынғанын, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргәнен ул үҙе генә белгәндер.
Башҡортостан яҙыусылары араһында Рафаэль Аҙнағолов төплө тәнҡитсе булараҡ таныл­ды. Ул ҡәләмдәштәренең ижадына үҙенең ентекле баһаһын еткереп торҙо, яңы донъя күргән әҫәрҙәргә фекерен матбуғат аша белдерҙе. Аҙаҡ тос ҡына йыйын­тыҡ та сығарҙы. Минең “Күҙҙә­ремә ҡара” тигән шиғри йы­йын­тығым тураһында ла ваҡытында бик матур мәҡәлә яҙҙы. Ҡайһы бер әҙиптәр, хатта съезд трибунаһынан тороп, “Рафаэль ағайҙың мәҡәләләре күберәк маҡтауға ҡоролған” тигәнерәк һүҙҙәр ҙә әйткеләне. Ләкин ижад кешеләрен “туҡмап” түгел, ә маҡтап, күңелен күтәреп үҫтереү, ҡанатландырыу яғында ине тәнҡитсе. Был хаҡта, баяғы тәнҡитселәргә яуап итеп, бер мәҡәләһендә үҙе лә әйтеп китте. Маҡтауға ҡарағанда тәнҡитләү еңелерәктер ҙә әле, сөнки яҡшы һүҙ әйтеү өсөн кешенең күңел киңлеге лә кәрәк. Ғүмер буйына ҡәләмдәштәренән бер йылы һүҙ йәлләгән әҙиптәр әҙме ни юғиһә. Рафаэль Аҙнағоловҡа бик күп яҙыусы, шағирҙар рәхмәтлелер, моғайын. Мин үҙем дә шулар рәтендә. Ул хатта дауаханала ятҡанында ла ҡыҙыҡлы яҙмышлы кешеләр менән осрашып, мауығып уҡырлыҡ мәҡәләләр яҙҙы.
Рафаэль ағайҙың бер яратҡан һүҙе була торғайны. Аптыраһамы, ғәжәпләнһәмө, ҡыуанһамы, берәй хәлгә йәне көйһөнмө (асыуланһамы тип әйтә алмайым, сөнки ундай сағын күргәнем булманы), “Бөлдөрҙөгөҙ бит!” тип әйтә ине. Хәҙер инде ошо һүҙҙе беҙгә һеҙҙең үҙегеҙгә ҡарата әйтергә ҡалды: арабыҙҙан китеп, бөлдөрҙөгөҙ бит, Рафаэль ағай. Рәхмәт ҡылған изгелектәрегеҙ өсөн! Әлеге һүҙҙәрем, һуңлаһа ла, ҡәберегеҙгә гөлләмә булып рухығыҙҙы ҡыуандырһын ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518