Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Эше юҡтың – ашы юҡ

Башҡортостандағы халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә ун ай эсендә 306 мең кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 110 меңе эш эҙләүсе булараҡ рәсми теркәлгән.
Мәҫәлән, октябрҙә генә 29 мең кеше ярҙам һорап килгән. Уларҙың 10 меңе (35 процент) эш эҙләһә, 7 меңе (24 процент) һөнәрен үҙгәртергә ҡарар иткән.


Төҙөлөш йылдам үҫә

Республикала быйылғы ун айҙа Башҡортостанда дөйөм майҙаны 1,4 миллион квадрат метрҙан ашыу 15,8 мең фатир сафҡа индерелгән.
Шәхси төҙөүселәр 10,4 мең йорт төҙөгән (торлаҡ төҙөлөшө күрһәткесенең 77,9 проценты).
Ун айҙа республиканың ҙур һәм уртаса ойошмалары төҙөлөш тармағына 1418,4 миллиард һум аҡса индергән. Был, 2010 йылдағы күрһәткес менән сағыштырғанда, 5,2 тапҡырҙан ашыуға күберәк.

Балалар ҙа зауыҡ ярата

Өфөлә "Балалар модаһы подиумы" төбәк фестивале үтте. Унда, балаларҙың кейем-һалым өлгөләрен күрһәтеүҙән тыш, бәләкәстәрҙең актерлыҡ һәләте, йәш рәссам-дизайнерҙарҙың эштәре баһаланды.
Сараны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты, Мәғариф министрлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы ярҙамында "Премьера" моделдәр агентлығы ойошторҙо.
Фестиваль барышында Өфө, Яр Саллы, Дүртөйлө, Нефтекама, Мәләүез, Сибай, Ишембай, Учалы, Дәүләкән ҡалаларының мода театрҙары, агентлыҡтары, студиялары һәм Раевка ижад йорто тәрбиәләнеүселәре парад ойошторҙо, баһалама ағзаларына һәм тамашасыларға 24 коллекция тәҡдим итте.

Композитор премияһын кемдәр алыр?

Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге II Халыҡ-ара музыкант-башҡарыусылар конкурсы бара.
"Рәсәй мәҙәниәте-2006 – 2012" федераль маҡсатлы программаһына ярашлы уҙғарылған бәйгелә Мәскәү, Новосибирск, Екатеринбург, Ҡазан, Алматы, Һамар, Магнитогорск, Ырымбур, Сибай, Учалы һәм башҡа ҡалаларҙан килгән ҡатнашыусылар көс һынаша.
Урта махсус, юғары уҡыу йорттарында уҡыусыларҙың сығышын күренекле сәнғәт әһелдәренән торған абруйлы жюри баһалай. Сығыштарға яңғыҙ йырлау, фортепиано, ҡыллы уйын ҡоралдары (скрипка, виолончель, контрабас) номинациялары буйынса йомғаҡ яһаласаҡ.
Еңеүселәрҙең исеме 25 ноябрҙә билдәле буласаҡ, улар гала-концертта сығыш яһаясаҡ.

Тыйылған шөғөл язаһын таба

Туймазы ҡалаһында йәшәүсе өс кеше суд тарафынан "Хизб ут Таһрир әл Ислами" экстремистик ойошмаһы ячейкаһын ойоштороуҙа ғәйепле тип табылған.
Был өсәү агитация материалдары әҙерләгән, күнекмәләр үткәргән, листовкалар, әҙәбиәт таратҡан, фекерҙәштәр эҙләгән. Рәсәй Конституцияһына ҡаршы эш алып барыуҙарын ғәйепләнеүселәр тулыһынса таныған. Ойошманың етәксеһе – һигеҙ, икәүһе алтышар айға иркенән мәхрүм ителгән.

Иң яманы – намыҫ ғазабы

Татарстанда "Арбат" ҡоро йөк ташый торған карап капитаны Юрий Тучинға ҡарата суд башланды.
Ул бәләгә тарыусы "Болғар" карабы эргәһендә туҡтамауҙа ғәйепләнә (теплоход 10 июлдә Кама һыу һаҡлағысында батҡайны, 122 кеше һәләк булды, 79-ы иҫән ҡалды). Бәләнән ҡотолоусылар әйтеүенсә, эргәнән генә ике баржа йөҙөп үткән, әммә береһе лә туҡтамаған (һүҙ "Арбат" һәм "Дунайский-66" караптары хаҡында бара). Юрий Тучин әйтеүенсә, ул һыу өҫтөндәге кешеләрҙе экстремаль туризм менән шөғөлләнеүселәр тип уйлаған, шулай ҙа был хаҡта ярҙағы диспетчерға хәбәр иткән. "Туҡтаған осраҡта ла, баржала ҡотҡарыу саралары юҡ ине", – ти. 30 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе булған капитанға ике йылға иркенән мәхрүм итеү янай. Тучин белдереүенсә, ул төрмәнән түгел, ә хурлыҡҡа ҡалыуҙан ҡурҡа.

Берәҙәк террорсы тотолған

Нью-Йорк ҡалаһы мэры Майкл Блумберг мегаполиста теракт әҙерләнеүе хаҡында мәғлүм булыуы, уны ойошторорға теләүсенең ҡулға алыныуы хаҡында хәбәр иткән.
Хосе Пементел атлы кеше Американың Ираҡҡа һәм Афғанстанға ҡаршы алып барған сәйәсәте менән риза түгел. Ул көрәштең рөхсәт ителмәгән юлын һайлаған: "Әл-Ҡәһиҙә" ("Аль-Каида") террористик селтәре инглиз телендә нәшер иткән журнал буйынса шартлатҡыс эшләгән һәм уны патруль, почта һәм хәрби машиналарға ҡаршы һөжүм итеү өсөн ҡулланырға йыйынған. Үҙе әйтмешләй, "ҡулланма буйынса бер сәғәт эсендә бомба йыйған" кеше ғәйебен тулыһынса таныған, хәҙер уны төрмә көтә.
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне. “Башинформ” агентлығы һәм үҙәк матбуғат мәғлүмәттәре файҙаланылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509