Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсе икән яҙмыш еле...
51 йәшлек ир-уҙаман, ҡоллоҡтан ҡотолоп, дүрт йылдан һуң ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта
Тормошта, кешеләр яҙмышында төрлө хәл-ваҡиғалар булғанын күреп тә, ишетеп тә беләм, әммә яҡташтарым араһынан кемдеңдер тотҡонда, йәғни ҡоллоҡта булыуы тураһында тәү тапҡыр ишетәм.
2007 йылда, эшһеҙ интеккән бик күп ир-егеттәр кеүек үк, Үрге Муйнаҡ ауылынан Хәмит Хәмиҙуллин да аҡса эшләү маҡсатында ситкә сығып китә.
— 1980 йылда армиянан ҡайтҡас, ауылымдағы Калинин исемендәге колхозда ҡалдым, — тип һүҙен башланы әңгәмәсем. — Тәүҙә тракторҙа эшләнем, аҙаҡ бригадир, звено етәксеһе булдым. Беҙ, йәштәр, тырышып эшләнек, ҡушылған һәр эшкә яуаплы ҡарай торғайныҡ. Ул ваҡытта бөтәһе лә һәйбәт булды. Тик илдә барған үҙгәрештәр эҙемтәһендә хужалығыбыҙ бөлгөнлөккә төштө, айлап хеҙмәт хаҡы түләмәй башланылар. Шул сәбәпле колхоздан сығырға мәжбүр булдыҡ.
Бына шул ваҡытта инде Гөлнара менән Хәмит Хәмиҙуллиндарҙың тормошонда ҡара һыҙат башлана. Ауыр хәлдән сығыу юлын табырға тырышып, йорт хужаһы, ялланып, кешеләргә мейес сығара, башҡа шөғөл дә эҙләп ҡарай. Ләкин эшһеҙлек үҙенекен итә: Хәмит яйлап эскегә бирелә, бер йылға тиклем барған бындай “тормош” Хәмиҙуллиндарҙың татыу, эшһөйәр ғаиләһен тарҡата.
— Ғәйеп үҙемдә булды, тик һуңынан ғына аңланым. Ауылда тегендә-бында һуғылып йөрөй торғас, тамам ялҡытты. Ауылдаштарым менән Екатеринбург ҡалаһына эш эҙләп сығып киттем. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, унда тәүге көндәрҙә үк бәләгә осраным. Супермаркетта аҙыҡ-түлек алдым да кассаға сиратҡа баҫтым. Шул саҡ иҙәнгә пакетымдан тып итеп әйберем төшкәнен абайлап, уны эйелеп алдым. Уны лезвие менән ҡырҡҡан булғандар. Эйелгән арала салбарымдың артҡы кеҫәһенән аҡса һалынған паспортымды урлағандар, — тип Хәмит бөтә бәләһенең башын һөйләне.
Эйе, тап ошо ваҡыттан башлана ла инде уның михнәтле көндәре. “Нимә эшләргә?” тип ҡалала ҡаңғырып йөрөгән сағында (документтары булмаған кешене кем эшкә алһын? - М.А.) уға “ярҙам” ҡулын һуҙыусылар табыла.
— Урамда китеп барғанда юлыма таныш булмаған егеттәр осраны, һәм улар мине, паспортыңды үҙебеҙ юллап алып бирербеҙ, тигән һылтау менән ҡайҙалыр ултыртып алып китте. Аҙаҡтан аңлауымса, ҡаланан 150 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан бер фермерға ҡалдырып киткәндәр. Бына шулай уйламаған-нитмәгәндә Хәмит “тоҙаҡ”ҡа эләгә.
Ул фермер тигәндәренең 200-ләп сусҡаһы, 60 баш һауын һыйыры, 100 гектар ере һәм биш-алты техникаһы булған. Хәмит “Беларусь” йөрөткән. Хужаһы Кавказ яғынан килгән әҙәм була. Хәмиттән башҡа хужалыҡта тағы ла 20-гә яҡын батрак эшләгән.
Мин уға “Нисек ҡотолдоң һуң?” тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым.
— Хужаларҙың миңә мөнәсәбәте һәйбәт булды. Сезонлы эштәрен башҡара торғайным: бесән саптым, йыйҙым, ташыным, ер һөрҙөм... Техникаһы боҙолһа, йүнәтә инем. Ашау насарҙан булманы, көнөнә һәр беребеҙгә кистәрен берәр ярты араҡы, тәмәке, бер әсмүхә сәй бирҙеләр. Әммә телефондан һөйләшергә рөхсәт итмәнеләр, ҡарауылсылар булды. Шулай ҙа бер-ике тапҡыр ауылға шылтыратып алырға мөмкинлек таптым. Хат та яҙғайным, тик ул барып еттеме, юҡмы, әйтә алмайым...
Яҡын-тирәнән эшкә килгәндәр, ориентирҙы белгәс, урман араһынан ҡасып китә ине, ә мин ҡайһы яҡҡа китергә лә белмәнем.
Тамам ялҡытты бындай тормош, өйҙө лә һағындым. Ҡасырға булдым, яйын көттөм. Шулай, берҙән-бер көндө хужалар күрмәгәндә “Беларусь” менән сыҡтым да киттем, милиция туҡтатҡансы барырмын, тип уйланым. Ысынлап та, шулай килеп сыҡты. Туҡтаттылар, һораштылар, хәлемә инделәр. Улар һәйбәт кешеләр булып сыҡты, мине Өфөгә тиклем “Мерседес”ҡа ултыртып ебәрҙеләр.
“БЮТ телевидениеһы төшөрөргә килгән, тиҙәр. Ә улар һинең хәлеңде ҡайҙан белеп ҡалған һуң?” — тип һорайым.
— Өфөгә килдем дә ул, ә ауылға ҡайтырға аҡса етмәй. Телевидениела күршем Шамил Ишемйәров эшләгәнен белә инем. Телеүҙәк эргәһенән үтеп барышлай бер ҡатындан, миңә ошонда эшләгән ауылдашымды нисек күрергә икән, тигәйнем, ул тотто ла уны саҡырҙы. Шамил мине күргәс, аптырап, “Һине тереләй күрермен тип бер ҙә уйламағайным”, — тине. Бына ошо егет хәбәрселәрҙең беҙҙең районға килеүен ойошторған да инде.
Үрге Муйнаҡ ауылында Хәмит Хәмиҙуллиндың ҡорған донъяһы тирә-йүнгә йәм өҫтәп, балҡып тора, ҡапҡаһына тиклем замансалап биҙәп эшләнгән. “Майлы сүлмәк тышынан билдәле”, тигәндәй, ышанам, Хәмит Мөхтәр улы, ысынлап та, оҫта ҡуллы, егәрле кеше. Иң мөһиме — ул хәҙер үҙенең хатаһын аңлаған, маҡсаттары ла бар. Артабанғы тормошо тик аҡ һыҙаттарҙан ғына торһон.
Миҙхәт АҪЫЛБАЕВ.
Ейәнсура районы.


Бына шундай мажаралы хәлдәргә тарыған яҡташыбыҙ. Ә муйнаҡтар Хәмиттең “ҡапыл” ҡайтып төшөүен нисек ҡабул иткән һуң?
Сөләймән Хәлитов, элекке колхоз рәйесе, хаҡлы ялда:
— Хәмитте яҡшы беләм, ул миңә туған да. Колхозда оҙаҡ ҡына эшләне. Тырыш егет булды, шуның өсөн бригадир, звено етәксе итеп тә ҡуйҙыҡ. Район Советына депутат булып та һайланды заманында. Һуңғараҡ ул үҙен һауалыраҡ тота башланы, хатта ҡушҡан эштәрҙе үтәүҙә лә һүлпәнләнде. Аҙаҡ “йәшел йылан” менән дуҫлашып китте, әйткәнде тыңламаны. Эштән китте...
Шул ваҡытта беҙҙе тыңлап эшләп кенә йөрөгән булһа, ундай хәлгә лә тарымаҫ ине. Ана, уның менән бер осорҙа эшләгән иптәштәре ситкә китмәйенсә ауылында ҡалғайны, хәҙер бик яҡшы йәшәйҙәр. Хәмиткә һүҙ менән ярҙам итербеҙ инде. Ҡалғаны үҙенән тора, ауыл тормошона күнеп, эш тапһын, эске менән мауығыу ярамай, уны үҙе лә аңларға тейеш.
Мәүлиҙә Әбделғужина, уҡытыусы, хаҡлы ялда:
— Хәмитте мәктәп йылдарынан уҡ яҡшы беләм. Аҡыллы, итәғәтле, ярҙамсыл булды. Мин уны, мәктәпте тамамлағас, уҡыуыңды дауам ит, берәй техникумға ин, тип тә өгөтләп ҡарағайным. Ул, апай, мин колхозда ҡалып икмәк үҫтерәм, тине. Дөрөҫөн әйткәндә, уның был һүҙҙәре миңә ныҡ оҡшағайны. Бына шулай ул туған колхозында тороп ҡалды.
Уны күргәс, хатта күҙ йәшем сыҡты. Бына бит ни эшләтә әҙәм балаһын тормош, илдәге ҡырҡа үҙгәрештәр.
Бер Хәмит кенә түгел, бик күптәр ғаиләһен туйындырам тип ҡырға эшкә китә. Хәмиткә теләгем: тормошон артабан яйға һалып, тырышып донъя көтөп китһен. Юғалып ҡалмаҫ тим, сөнки уның белмәгән эше булмай торғайны.

Әйткәндәй...
Хәмиттең әсәһе улын үлгән тип уйлап, күптән мулланан йыназа ла уҡытҡан булған. Атаһы Мөхтәр ағай улының юғалыуын ауыр кисереп, ошо йылдар эсендә фани донъя менән бәхилләшкән. Ауыл халҡы Хәмиттең юғалыу-юғалмауына төрлөсә ҡарашта. Берәүҙәр, үлгәндер, тиһә, икенселәр иҫән-һау йөрөүенә өмөтләнгән, сөнки Хәмит, үҙе әйтеүенсә, бер-ике тапҡыр ауылына, туғандарына шылтыратҡан бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508