Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үәт, исмаһам, уғры
Ҡартая килә, тойғолар ҙа тупаҫлана икән. Йәш саҡта шатланып көтөп алған байрамдарҙың хәҙер ҡыҙығы ла юҡ. Яңы йылға шыршы ла ултыртмай башланым. Аждаһа йылын ҡаршылар саҡта бик ғәжәйеп хәлгә тарыным.
Беләһегеҙме, оло йәшкә етеп тә үҙ ғүмеремдә беренсе мәртәбә тәртип һаҡлаусылар менән аңлашылмаусанлыҡҡа тап булдым. Эләгеүемдең сәбәбен һөйләһәм, күптәр, бәлки, ышанмаҫ та, әммә был дөрөҫ.
Иртәнге сәғәт 8-ҙә парк аша спорт залына китеп барам. Юл ситендә киҫелгән ҙур-ҙур ҡупшы ғына шыршыларҙы күреп ҡалдым. Яңы йыл етеүен белдереп әҙ булһа ла, өйҙә шыршы еҫе сығып торһон тип, ике ҡыҫҡа ғына ботағын һындырып алдым. Биш аҙымлап үтеүем булды, мине ике уяу ғына һаҡсы шунда уҡ тотоп алды. Үҙҙәренең эш посына алып инделәр.
— Был үтә лә ҡиммәтле кедр ағасы ултыртыу өсөн килтерелгән, — тип аңлаттылар. “Мин бит әбей кеше, уны шыршы тип уйлағайным. Зинһар, ғәфү итегеҙ”, — тигән булдым.
— Һәр бер ҡарт-ҡоро ботаҡ һындыра башлаһа... — тип ҡырт киҫте һаҡсы. Ниндәй ҙур енәйәт ҡылғанмын икән тип оҙаҡ башымды сайҡап ултырҙым.
Кем башына килгән икән декабрҙә ағас ултыртырға... Ғәжәп.
Бер аҙ яҡтырғас, мин һындырып алған бәләкәй генә ботаҡтарҙың, машинанан бушатҡан ерҙә, юл буйы тулып ятыуын күрҙем.
Штраф түләргә квитанция яҙырҙар ҙа ебәрерҙәр, тип уйлаһам, улай ғына булманы шул. “Енәйәт”емде оҙаҡ тикшерҙеләр. Һаҡсы шылтыратыу менән полиция хеҙмәткәрҙәре лә тиҙ арала килеп етте. Пост алдында машиналар йыйылып китте. Полицейскийҙарҙың һәр кеме миңә тексәйеп уҫал ҡараш ташлай.
— Ошомо шыршы буры? — тигәс майор, үҙемә лә нисектер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тойолдо. Бүтән ерҙә нисектер, әммә милекте һаҡлаусылар бик күп икән беҙҙең илдә. Фотограф теге һындырып алған ботаҡ менән фотоға ла төшөрҙө. Һуңынан был эшкә эксперт та тотондо.
Ваҡыт арыу ғына уҙҙы, әммә мине ҡайтарырға ашыҡманылар. Баҡтиһәң, улар протокол тултырыусы килеүен көткән икән. Ул сәғәт 11-ҙә килде. Машинаһында ултырған көйөнсә оло әһәмиәт биреп документ төҙөнө. Һуңынан ҡаланы ташлап сыҡмаҫҡа һәм полициянан беренсе саҡырыу алғас та килеп күренергә тигән расписка ла яҙҙырҙы.
Үҙемдең белекһеҙлегем арҡаһында оятҡа ҡалдым бит. Хаж ҡылған кеше булараҡ, бер нәмәне лә рөхсәтһеҙ алырға ярамағанлығын яҡшы беләм. Тик был юлы хаталанғанмын. “Үлемдән оят көслө”, — тиер ине әсәйем.
Поста ултырғанда эшһеҙлектәндер инде, элекке онотолған ваҡиға иҫкә төштө. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа иген яланында көҙгө һыуыҡта беҙҙе, 6-7 йәшлек ҡыҙҙарҙы, полевод (пәләүәт ти торғайныҡ) тотоп, итәккә йыйған башаҡтарҙы тартып алды ла сыбыртҡыһының осо менән һуҡҡылап ҡыуып ҡайтарҙы. Иҫемдә, ялан аяҡ көйөнә һыуыҡ ерҙән йүгерәбеҙ, ә ашҡаҙан буш... Булған икән шул ауыр заманалар...
Протокол яҙғас, ҡайтарып ебәрҙеләр. Минең менән булған хәлде иҫемә ҡабат төшөрәм дә көлөп ҡуям. Үәт, исмаһам, енәйәтсемен, тим. Ә шулай ҙа был осраҡ кәйефемде боҙманы. Яңы йылды яҡшы итеп ҡаршы алдым.
Зәйтүнә ИЛЬЯСОВА.
Салауат ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519