Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » 6 – 12 февралгә йондоҙнамә
Был аҙнала Венера Ҡуҙы билдәһе аҫтына күсә – ошо хәл һәммәһендә лә тынғыһыҙлыҡ тыуҙырыуға сәбәпсе буласаҡ. Шәхси тормошта ҡырыҫлыҡ, ҡатылыҡ күрһәтерһегеҙ, икенсе яртығыҙға ни кәрәк икәнлеген унан да яҡшыраҡ белгәндәй ҡыланырһығыҙ. Уртаҡ фекергә килеүҙән баш тартырһығыҙ. Килгән хәлдә лә, нимәнелер иҫәпкә алманым, отолдом, тип үкенерһегеҙ. Хис-тойғолар әүҙемләшкән мәл – ҡарағыҙ уны, башығыҙҙы юғалтмағыҙ! Бер нисә кеше менән бер юлы мөнәсәбәттәр булдырыуығыҙ ихтимал.
Эшлекле ғәмәлдәр өсөн уңышлы аҙна, финанс өлкәһендә сослоҡ күрһәтерһегеҙ. Ниндәйҙер шик-шөбһәләр бар икән, ҡыҙыҡһынығыҙ, уйлағыҙ, мәғлүмәт туплағыҙ.
Дүшәмбенең тәүге яртыһы уңышлы. Шишәмбе күрәләтә яңылыш аҙымға барыуығыҙ ихтимал. Шаршамбы һиҙгерлек тойғоһо көслө булыр, әммә уны хәүеф сығанағын эҙләүгә сарыф итерһегеҙ. Кесе йома – уңышлы көн. Үҙ-үҙегеҙгә ышанһағыҙ, барыһы ла тормошҡа ашасаҡ. Йома көтөлмәгән хәлдәр булыуы ихтимал, шуға ла мөһим ғәмәлдәргә тотонмағыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был аҙнала ваҡиғаларға яраҡлашырға тура килер. Миҫал өсөн, яңы роль өйрәнергә йә иһә яңы вазифа нескәлектәренә төшөнөргә кәрәк буласаҡ.

Буға (21.04 – 21.05)
Был көндәр фәнни эш, профессионаллекте камиллаштырыу, яңы һөнәр үҙенсәлектәренә төшөнөү өсөн ҡулай.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Маҡсатығыҙға ярайһы уҡ яҡынлашырһығыҙ. Бәлки, теләгәнегеҙгә өлгәшеп тә ҡуйырһығыҙ – аҙна уңышлы, әүҙем булмаҡсы.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Хәл-ваҡиғаларға бөтөнләй икенсе күҙлектән бағыу мөмкинлеге тыуыр йә иһә бығаса белмәгән күренеште күҙәтеү форсаты сығыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Дәүләт инстанцияһы вәкилдәре, етәксегеҙ менән аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә тырышығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Уңышлы көндәр – күп ғәмәлдәрҙе башҡарып өлгөрөрһөгөҙ. Әммә был хеҙмәттәштәрегеҙ йә иһә заказсылар менән мөнәсәбәтегеҙҙе үҙгәртеүе ихтимал.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Балаларға бәйле эштәр менән булығыҙ. Бәлки, уларҙың уҡыуына күберәк иғтибар бүлергә, йә иһә көн тәртибен үҙгәртергә кәрәктер. Проблемалар үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡмаясаҡ.

Саян (24.10 –22.11)
"Себеште көҙ һанайҙар" – ошо хәҡиҡәтте иҫтән сығармағыҙ. Шуға күрә ағымдағы хәл-ваҡиғаларҙан ғына сығып һығымта яһарға ашыҡмағыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Туғандарығыҙ йонсотор. Бәлки, проблемаларын да хәл итешергә тура килер. Шул уҡ ваҡытта улар менән уртаҡ тел табыу ҡатмарлы булыр.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Матди хәлегеҙҙе яҡшыртырһығыҙ, башҡаларға ла ярҙам итерһегеҙ һәм бик ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һаулығығыҙ, физик хәлегеҙ менән мәшғүл булырһығыҙ. Быға тиклем ҡулланылған алымдар ярҙам итмәһә, зарар юҡ: кеше үҙ хаталарында өйрәнә.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һөҙөмтәләрҙе барларһығыҙ. Ҡасандыр мөһим тойолған ҡайһы бер ғәмәлдәрҙең ни тиклем буш булғанын аңларһығыҙ.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513