Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бына, исмаһам, быйма!..
Бына, исмаһам, быйма!.. Яңы йылға дуҫ-ишкә, туғандарға нимә бүләк итергә? Байрам алдынан күптәр ошо хаҡта баш вата. Ә бына Ҡыйғы районында йәшәгән ҡул оҫтаһы Салауат Мәхмүтов һис аптырамай. Ул һарыҡ йөнөнән үҙе баҫҡан быймалары менән яҡындарын ҡыуандырасаҡ! Эйе, күңел йылыһы һалып эшләнгән йылы аяҡ кейемдәре күптән үҙ хужаларын көтә.

Тирә-яҡҡа даны таралған оҫтаның ҡулынан бүләк алыуҙы күптәр мәртәбә тип һанай. Хатта Башҡортостанға килгән сит ил ҡунаҡтары ла уның хаҡында ишетеп, ҡул эше өлгөләре менән таныша.
– Кейеҙ, быйма баҫыу менән ун йылдан ашыу шөғөлләнәм, – ти Салауат Ғәбделхәй улы. – Беренсенән, былар хужалыҡта бик кәрәкле әйбер булһа, икенсенән, яратҡан эшем менән булышыу үҙемә кинәнес бирә.
Салауат ағай район, республика кимәлендәге күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнаша. Уның кеше дәүмәлендәге һәм бармаҡ ҙурлығындағы быймалары, бәлки, Гиннесс рекордтары китабына индерерлектер! Был ябай булмаған аяҡ кейемдәрен күреп ҡалһа, күптәр улар янында фотоға төшөргә ашыға.
– Күрше Мәсәк ауылында борон Әкәй ҡушаматлы баһадир йәшәгән, – тип хәтирәләргә бирелә оҫта. – Уның кейгән кейемдәре лә ғәләмәт ҙур булған. Табында бер һарыҡты ашап бөтә алған, имеш. Һунарға ла ике ат менән һыбай йөрөгән, тиҙәр. Уның береһе арыһа, икенсеһенә атланған. Ошо ҙур быйманы ана шул алпамыша хөрмәтенә атап баҫтым да инде...
– Ә был быйма нисәнсе үлсәмгә торошло? – тип ҡыҙыҡһынып ҡуйҙым.
– Иҫәпләп сығарғайным, 70-се булып сыҡты!
Салауат Мәхмүтов Абзай ауылы клубының художество етәксеһе булып эшләй. Һөнәрмән, форсаттан файҙаланып, беҙгә бер серен дә асты әле. Баҡтиһәң, клубта үткәрелгән Яңы йыл кисәһендә лотерея уйнатыласаҡ. Унда иң бәхетлеләрҙең береһенә оҫта баҫҡан быйма тәтейәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840