Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәзә татыулыҡ ярата
Кәзә татыулыҡ ярата Заманы-заманы менән кешеләргә генә түгел, кәзәләргә лә ҡыйынлыҡтар күрергә тура килгеләне. Хәҙер генә ул мал аҫрауға иркенлек. Ҡышҡылыҡҡа бесән саба алһаң, ишек алдыңа алып килеп ауҙарырлыҡ транспорт тапһаң, әйҙә аҫра ғына! Ә Никита Хрущев идара иткән заманда эре малға ла, хатта кәзәгә лә көн булманы. Бер оло кәзә лә ике бәрәс – артығы рөхсәт ителмәне.

Бер ваҡыт, ҡыш көнө ине, “кәзә һанаусылар” килеп инде. Бәрәсебеҙ – һөҙгәк кенә тәкә, ҙур кәүҙәле, дебетте мул ғына бирә ине. Юҡ, оло кәзә, тип бәхәсләшәләр бит. Ни өсөндөр уға Мәҡәҡә тип исем ҡушҡайныҡ. Әсәйем уларҙы һарайға алып сыҡты:
– Кәзә малының йәшен мөгөҙөнә ҡарап беләләр. Ҡарағыҙ ана мөгөҙөнә, бер дүңгәләк тә барлыҡҡа килмәгән әле. Йәше лә тулмаған бәрәс бит ул! – тигән ыңғайға “кәзә һанаусылар”ҙың береһе тәкәнең мөгөҙөнә ынтылғайны – китте бит теге ҡыҙып! Саҡырылмаған ҡунаҡтар саҡ сығып ысҡынды. Өйгә ингәс, әсәйем: “Кәзәнең кәзәһе үҙенә һүҙ тейҙертмәй!” – тип рәхәтләнеп көлдө.
Мине ғаиләлә “Мәҡәҡә” тип йөрөттөләр. Һүҙ күтәрмәнем. Ғәҙел булмаған берәй нәмә әйтеп ҡараһындар – ҡулымда ни булһа, шуны ырғыта ла ебәрә инем. Әсәйем: “Кейәүгә биргәндә, бер генә лә һүҙ күтәрмәй, асыуы килгән саҡта өндәшмәйерәк ҡалырһың инде”, – тип әйтеберәк бирмәһәм, булмаҫ. Был тиклем дә Мәҡәҡә булырһың икән!” – ти торғайны.
Мәҡәҡә булыуым ғүмер буйы ярҙам итте. Ғәҙелһеҙлекте яратманым, уның ҡарауы үҙемде үҙем яҡлай алдым. Алдан етәкләүсе лә, арттан этәреп ебәреүсе лә булманы. Ат ҡараусы атайым менән колхозда эшләгән әсәйемдең, уҡығыҙ, белем алығыҙ, тик портфель тотһағыҙ ҙа, көрәк тотһағыҙ ҙа, кеше булып ҡалығыҙ, тип өйрәтеүҙән башҡа тел ярҙамы күрһәтерлек мөмкинлеге юҡ ине, әммә бар тапҡан-таянғандарын беҙҙе уҡытыу өсөн һалдылар.
“Кәзәнең маллығы, бажаның туғанлығы”, тиһәләр ҙә, ейәнсуралар өсөн кәзә — арыу ғына бол сығанағы ул. Әле лә шулай. Иң элек – дебет шәл. Мин белә-белгәндән ейәнсуралар шәл бәйләп көн күрә. Кәзә аҫрау оҫталығы ғына түгел, хатта матур дебет алыу серен дә яҡшы белә улар. Беренсенән, дебетле кәзә тоҡомо тоталар. Икенсенән, дебет тарау ваҡыты етһә, көнбағыш ашаталар – дебете йылҡылдап тора. Тағы бер сере: дебет тарар алдынан малҡайҙы бер нисә көн һалҡынсараҡ урында тоталар. Кәзә өшөңкөрәһә, дебете өҫкә ҡалҡа ла тарауы еңел була. Ите лә, һөтө лә бар әле. Тиреһен дә эшкәртеп файҙаланалар. Баға белһәң, кәзәнән дә шәп мал юҡ.
Ысынлап та, Мәҡәҡәгә оҡшауым ғүмер буйы ярҙам иткәндер. Үҙемде яҡлай алыу яғынан ғына түгел, кәзәгә ҡағылған тағы бер әйтемдең миңә ҡағылыуы яғынан. “Һыйыр һауған кәзә һауғандан һөт һораған”, тиҙәр ҡулында булғанын самалап тотона белмәгән кешегә. Әллә ни “сереп” байып та кителмәне, бөлгөнлөккә лә төшөлмәне. Һәр хәлдә “һыйыр һауғандар”ға ярҙам итерлек мөмкинлегем һәр ваҡыт булды.
Тағы бер яғым менән кәзәгә оҡшағанмын. Кәзәләр бәрәстәрен шул тиклем ярата, көтөү ҡайтҡан саҡта күҙәтеп торһаң, ғәжәп инде! Яланда бәрәсләп, бәрәсен көтөүсе йәки үҙ хужаһы күтәреп килһә, инә кәзә ашҡына-ашҡына, баҡыра-баҡыра артынан эйәрә. Ә бәрәстәрен эйәртеп йөрөй башлағас, береһе аҙашып ҡалып ҡараһын! Йүгерә-йүгерә эҙләгән була, әллә ҡайҙан тауышын танып табып ала ла шатлығын нисек сағылдырырға белмәй: әле артына, әле алдына сыға бәрәсенең. Үҙе әрһеҙ. Әрһеҙлегем дә кәзәлектәндер. “Себен теймәҫ сер итер” булманым. Үс тотоп, эҙәрлекләп йөрөмәүем дә кәзәлектәндер. Үҙемә килеп ҡағылған саҡта “мөгөҙөм менән бер һелтәп ебәрәм” дә шуның менән бөттө.
Кәзә йылында тыуғанғалыр, уларҙан өлгө алып йәшәйем: үҙем булып ҡалырға тырышам. Яраҡлашмайым, ярамһаҡланмайым, үҙгәрмәйем, башҡаларға һылтанмайым, кешегә таянмайым, аҡланмайым. Уңышымда ла – үҙем, яңылышһам да – үҙем. Ашағаным таҙа, хәләл аҙыҡ булды. Балаларыма ла хилаф ашатманым. Улар ҙа кәзә бәрәстәре кеүек әрһеҙ үҫте.
Кәзә татыулыҡ ярата. Һарыҡ менән ғүмер буйы бер көтөүҙә йөрөй, бер һарайҙа йәшәй. Үҙ-ара дуҫтар, татыуҙар. Әммә һәр ҡайһыһы тәбиғәттән нисек бар булған – шулай үрсей, шулай йәшәүен дауам итә, йәғни кәзәһе кәзә булып ҡала, һарығы һарыҡлығын һаҡлай. Кәзә-һарыҡтың ошо сифаты мине һоҡландыра.

Кәзә йылында тыуыуыма шатланып, бөтөн кәзәләргә һәм кәзә булмағандары өсөн үкенгәндәргә уңыш теләп, Мәрйәм БУРАҠАЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512