Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
Киләһе йылды Әҙәбиәт йылы тип иғлан итеү – бик һәйбәт күренеш. “Мәҙәниәт” үтеү менән яңы ижади осорға аяҡ баҫабыҙ. Емешлерәк булһын ине яҙыусыларҙы берләштерәсәге.
Беҙ яҙыша башлаған осорҙа ижадҡа иғтибар ҙур, китаптың гонорары юғары ине. Әйтәйек, өлкән яҙыусылар араһында ижад менән шөғөлләнеп, бер ҡайҙа ла эшләмәгәндәре лә булды. Хәҙер бит гонорар бөтөнләй юҡ кимәлендә. Ә элегерәк бер ҡалын роман яҙып китап сығарһаң, “Волга” машинаһы һатып алып була ине. Бөгөн иһә ун китап сығарһаң да, хәлеңдән килмәйәсәк. Әҙәбиәттең матди хәле хаҡында уйланайыҡ. Хөкүмәт китаптың рухи яҡтан файҙаһын баһалап, яҙыусының матди хәлен дә хәстәрләргә тейеш. Быныһы – бер.
Икенсенән, Ижад йорто асылһа, бик файҙалы булыр. Унда үҙ-ара аралашыу, тәғәйен яҙыу эше менән генә шөғөлләнеү нигеҙендә әллә күпме яңы әҫәр тыуыр ине. Ижад итеү өсөн шарттар кәрәк. Ә йәштәрҙең күбеһенең фатиры ла юҡ. Ипотека тип хәбәр һаталар ҙа ул, әммә был рәүешле генә хәл итеп буламы икән торлаҡ мәсьәләһен?! Белмәйем шул...
Өсөнсөнән, яҙыусылар араһында ижади бәйләнеш юҡ кимәлендә. Хатта кемдең ҡайҙа йәшәгәнен дә белмәйбеҙ. Элек ижади секциялар бик көслө эшләне, шуны йәнләндереп ебәрергә кәрәк. Идараның киңәйтелгән ултырыштарын үткәреп, айырым яҙыусыларҙың яҙған әйберҙәрен тикшереү зарур. Был үҙе үк ижади мөхитте терелтеп ебәрер ине. Йыллыҡ йыйылыштар отчет рәүешендә генә барырға тейеш түгел. Проза йәки шиғриәттең торошо хаҡында докладтар менән сығыш яһап, әҙәби баҫмалар, унда баҫылған әҫәрҙәр тураһында ла һөйләшеү үткәрергә кәрәк.
Әлбиттә, республика яҙыусыларының әҫәрҙәре сығып тора. Яңы исемдәр күренә. Тимәк, әҙәбиәтебеҙҙә йәнлелек бар, әммә ошо эште системаға һалып, йәмғиәттең ижадсыға, уның яҙғандарына йөҙ менән боролоуы ла кәрәк.
Боронғолар яҡынлашҡан йылды Ҡуй исеме менән атаған. Был мал – бик изгелекле йән эйәһе. Шуға күрә илебеҙ имен, халҡыбыҙҙың тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булыр тип өмөт итәйек. Етеп килгән Яңы йыл менән барығыҙҙы ла!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Уҡыусы
    Уҡыусы от 31.12.2014, 22:28
    Һеҙ яҙыусының гонорарын арттырыу, ижад йорто асыу хаҡында әйтәһегеҙ . Киләсәктә яҙғандарығыҙҙы уҡыусы булырмы ? 1990 йылдарҙа туған телде өйрәнеү хаҡында күп һөйләнелде, яҙылды. Һөҙөмтәһе лә арыу булды.Һуңғы арала был эш һүлпәнләнде, мәктәптә башҡорт телен уҡытыу сәғәте ҡыҫҡартылды.Ошо мәсьәләне яйға һалыу буйынса 18 -20 йәшлек егеттәр, ҡыҙҙар митинг үткәрә, ә шунда бер генә яҙыусы ла килмәй. Ғөмүмән, әҙиптәр туған тел яҙмышына битараф.Туған тел кәрәк икән, яҙыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә ҡатнашырға, республика етәкселеге менән осрашып, һөйләшергә, проблеманы хәл итеү өсөн көс һалырға тейеш.Исем,дәрәжә, премия алыуҙы ғына түгел, халыҡ мәнфәғәтен дә ҡайғыртыр кәрәк бит.Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртмайһығыҙ икән, киләсәктә әҫәрҙәрегеҙҙе уҡыусы булмаясаҡ.

  2. Тағы бер уҡыусы
    Тағы бер уҡыусы от 15.01.2015, 15:52
    Ҡалай шәп һәм дөрөҫ сәпәгән был Уҡыусы! Дөрөҫө шул. Баш ҡалала йәшәүсе күпме яҙыусыны, артисты беләм, күбеһенең балаһы башҡорт телендә йүнләп һөйләшә белмәй... Һуңғы арала Исем артынан ҡыуғандар бик күбәйҙе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, артистар, яҙыусылар араһында. Ә ижад кимәлдәрен юғары, камил, тип әйтеп булмай. Әҙәбиәт Йылы исем артынан ҡыуыуға ғына ҡайтып ҡалмаһын. Яҙыусыларҙың халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөйәсәгенә ышанысым юҡ кимәлдә.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519