Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шатлыҡ ҡына килтерһен
Яңы йыл – бөтәбеҙҙең дә яратҡан байрамы. Шул уҡ ваҡытта күпселек өсөн ул күңел асыу ғына түгел, ҙур ғына көсөргәнеш тә, сөнки барыһын ойошторорға, табын әҙерләргә, тәмлекәстәр бешерергә, бүләктәр һатып алырға, күркәм кейем һайларға кәрәк. Байрамдан һуң өйҙө йыйыштырыу, һауыт-һабаны йыуыу һәм башҡа бик күп мәшәҡәт көтөүен күҙ алдына килтерһәң, бер аҙ күңел ҡырыла. Яңы йыл байрамынан кинәнес алам тиһәң, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу зыян итмәҫ.
Алдан хәстәрләгеҙ

Яңы йылға бүләктәрҙе йыл дауамында һатып алырға мөмкин. Кәйефе­геҙ ҙә күтәрелер, кибеттә сиратта то­рорға ла тура килмәҫ. Байрамды ҡай­ҙа ҡаршылауҙы алдан уҡ хәл итеү ҙә зыян итмәҫ – ҡунаҡҡа бараһығыҙ­мы, әллә уларҙы үҙегеҙ саҡыраһығыҙ­мы? Ҡунаҡтарҙы бер ай алдан уҡ иҫкәртеп ҡуйыу яҡшы булыр.

Күңелегеҙ күтәренке булһын!

Яңы йыл төнөндә нимә эшләйәсәк­һегеҙ – был хаҡта алдан уҡ уйланығыҙ. Бүләктәр бик мөһим, әл­биттә. Шул уҡ ваҡытта төрлө күңелле саралар ойоштороу ҙа байрамға йәм өҫтәр. Тауҙан шыуыу, салют, теат­р­лаштырылған тамашалар, Ҡыш ба­байҙы саҡырыу һ.б. оҙаҡ хәтерҙә ҡалыр.

Иң яҡындарығыҙ килһен

Ҡунаҡты күп саҡырып, шау-шыулы ҙур табын ҡороуҙың кәрәге юҡ. Иң яҡын, яратҡан кешеләрегеҙҙе саҡыр­һа­ғыҙ, байрам бигерәк тә күркәм, кәйе­фегеҙ шәп булыр.

Ҡулдан яһағыҙ

Өйөгөҙҙә тылсымлы оҫтахана асып ебәрегеҙ. Биҙәүес әйберҙәрҙе, сувенир, бүләктәрҙе үҙ ҡулығыҙ менән яһарға тырышығыҙ. Һөҙөмтәлә күңе­ле­геҙ күтәрелер, байрам кәйефе ты­уыр. Уларҙы эшләү буйынса кәңәштәр­ҙе Интернет селтәренән, төрлө китап­тарҙан табырға мөмкин.

Балаларҙы шатландырығыҙ

Яңы йыл – балаларҙың иң яратҡан байрамы. Кескәйҙәр өсөн ваҡыт йәл­ләмәгеҙ – тамаша ҡороғоҙ, тылсым эйәһе булып кейенегеҙ, ишек алдын­дағы ҡарға Ҡыш бабай эҙен һалығыҙ, күршеләрегеҙҙең ишек ҡыңғырауына баҫыуын һорағыҙ, ә был мәлдә бала­ғыҙға тәғәйенләнгән бүләкте шыршы төбөнә һалығыҙ, “Ҡыш бабай”ҙан хат яҙып, почта йәшнигенә төшөрөгөҙ, әкиәт һөйләгеҙ, уйындар ойоштороғоҙ.

Ит менән мауыҡмағыҙ

Байрамға кейгән кейемдең күк төҫтә булыуы мотлаҡ түгел. Тик ул ялтыра­уыҡтар, йәнлек тиреһе менән биҙәл­мәҫ­кә, иҙеүҙәре ябыҡ булырға тейеш.
Ҡатын-ҡыҙға сәсен бөҙрәләтеп, ағас ҡыҫтырғыс менән йыйып ҡуйырға кәңәш ителә.
Йылҡы кеүек үк, Ҡуй ит ашамай. Шуға күрә итле ризыҡтарҙы кәметергә, табынға йәшелсә, емеш-еләк, тәмләт­кес үләндәр ҡуйыу яҡшы булыр. Иткә килгәндә, тауыҡ, ҡуян итенә, балыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ.

Ҡыңғырау сыңлаһын

Өйҙө яһалма ялтырауыҡтар урынына ағастан, йөндән йәки тиренән, тубырсыҡтан яһалған әйберҙәр менән биҙәргә тырышығыҙ. Ишеккә ҡың­ғырау элергә мөмкин – үҙенең сыңы менән ул ҡунаҡтарҙы ла, йыл хужаһын да сәләмләйәсәк.
Төрлө таҫмалар, ҡарағай, шыршы ботаҡтары үреме, йәшел үләндәр ҡуйылған вазалар һ.б. күберәк булһын. Бөтә биҙәүестәр күк төҫтә булмаһа ла ярай. Ҡуй йәшел, һары, аҡ, аҡһыл кө­рән төҫтәрҙе лә үҙ итә. Иң мөһиме – тәбиғи туҡымаларға һәм материал­дарға өҫтөнлөк бирелһен.

Иң ҡулайы –
тыуған йорт

Ҡуй тыуған йортон, өй йылыһын бик ярата. Әгәр мөмкинлек булһа, Яңы йылды ауылда, яҡындарығыҙ янында ҡаршылағыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840