Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Дядя Степа”ның артист булғаны
“Дядя Степа”ның артист булғаны– Ана, ана, дядя Степа тора!
–Был тиклем дә оҙон кеше булыр икән!
–Үҙенә яраҡлы кейемде нисек табалыр?
– Ә үҙе ниндәй шәп артист!
Ысынлап та, халыҡтың уға ҡарап ғәжәпләнеүе юҡҡа түгел. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
Хәким МОРТАЗИН – республикабыҙҙа ғына түгел, хатта Рәсәйҙә иң оҙон буйлы актерҙарҙың береһе.
– Хәким, буйың күпме ул?
– Ике метр.
– Ә ауырлығың?
– 135 килограмм.
– Оһо-о-о, ысынлап та, Сергей Михалковтың “Дядя Степа”һы кеүекһең. Хәким, бигерәк тә бәләкәй кәүҙәлеләр һинең кеүек буйсан кешеләргә көнләшеп ҡарай. Оҙон булыу рәхәтме?
– Рәхәт ти һиңә! Шул оҙонлоғом арҡаһында күргән яфаланыуҙарым. Мәктәптә уҡыған саҡта ишетмәгән һүҙ ҡалмай торғайны. Ҡайһы бер уҡытыусыларҙың: “Ҡолға, торна, дөйәләй кәүҙә биргәнсе, төймәләй аҡыл бирһә”, – тип игәгәне әлегеләй иҫемдә. Бәләкәй саҡта күҙ төбөнән күк китмәне, һарай эсенә инһәм, тегендә төртөләм, бында бәреләм. Берәй ергә барам тиһәң, мең бәлә. Поезда йөрөгәндә өҫкө ҡатҡа ята алмайым, мине күтәрә алмаҫ, ҡутарылып төшөр тип ҡурҡам. “ГАЗель”, “Мерседес”тарҙың ултырғыстары араһына аяғым һыймай, шуға иң алда, шофер янында ғына ултырырға тырышам. Бер көндө репетиция һуң ғына бөттө лә, мин сығыуға ҡала транспорты йөрөмәй. Тора торғас, “Ока” килеп туҡтаны. Күпме генә маташһам да, машинаға һыймайым бит, ә ҡайтырға кәрәк. Шунан шофер алғы ултырғысты йәйеп һалғас, мин нисек кәрәк шулай машина эсенә һуҙылып ятып, аяғымды алғы тәҙрәгә терәнем. Таксистың юл буйына, егерме йыл эшләйем, бындай хәлде беренсе тапҡыр күреүем, тип көлә-көлә хәле бөттө.
“Дядя Степа”ның артист булғаны– Бындай ҙа кәүҙә менән ауыл сәхнәләренә һыймаған саҡтар ҙа барҙыр?
— Бар инде. Салауат театрында эшләгәндә булған хәл һаман онотолмай. Ғәҙәттә, гастролгә сыҡҡанда декорацияларҙы алданыраҡ ебәрәбеҙ, беҙ килеүгә сәхнә әҙер булырға тейеш. Дәүләкән районының Хотомли ауылына килһәк, һаман да декорацияларҙы ҡуймағандар. Был ни хәл тип аптырап киттек. Беҙгә яуап итеп: “Сәхнәгә бер нәмә лә һыймай, улар һыймағас, Хәким күптән һыймай”, – тип хихылдашалар. Анау тиклем ерҙән килгәс, кире китеп булмай бит, халыҡ та көтә. Сәхнә түбәһенә башым тейеп, сәсем ышҡылып йөрөһә лә, спектаклде ҡуйҙыҡ.
– Ғаиләгеҙ хаҡында ла белге килә.
– Ҡатыным Айгөл телевидениела эшләй, Аҡйондоҙ исемле ҡыҙым, Динислам, Иҡсан исемле улдарым үҫеп килә. Буш ваҡыттарҙа улар менән рәхәтләнеп ял итәм, әкиәттәр һөйләйем.
– Малай саҡтан уҡ шулай шуҡ булғанһыңдыр инде.
– Юҡсы. Бик оялсан инем, шуға ла сәхнәнең ни икәнен белмәнем, хатта бер куплет шиғыр ятлағансы ҡыҙарып-бүртенеп бөтә торғайным.
— Улайһа нисек артист булып киттең?
— Ун беренсе класты бөтөр саҡта класс етәксебеҙ Ғизетдин Хисмәтов ағай килде лә: “Бына Иҫәнғолға Сәнғәт академияһының театр бүлегенән комиссия килгән, шунда барып ҡарағыҙ әле”, – тине. Гөлли апай Мөбәрәкова, беҙҙән этюдтар эшләтеп, шиғырҙар уҡытып ҡараны. Шунан йәнә Өфөгә барып, имтихандар биреп ҡайтҡас, ауыл кешеләре, ҡайҙа урынлаштың, тип ҡыҙыҡһына. Артислыҡҡа тиһәм, берәү ҙә ышанмай. “Кит әле, әҙәм алдап йөрөмә инде, Өфөлә һинән башҡа кеше бөткәнме”, – тип кенә ебәрәләр. Әсәйем колхозда һауынсы булып эшләгәс, бәлки, ябай колхозсы балаһы артист була алмайҙыр, тип уйлағандарҙыр. Инде икенсе курста уҡый башланым, ауылда теге лә был, фәлән дә төгән, тип минең хаҡта һаман имеш-мимеш тараталар. Был һүҙгә әсәйем дә ышана башлаған. Көндәрҙең береһендә үҙе Өфөгә килеп, уҡытыусым Гөлли Мөбәрәкованы күреп һөйләшкәс кенә тынысланып ҡайтып китте.
Икенсе курста каникулға ҡайтҡас, ауыл йәштәрен йыйып, концерт ойоштороп ебәрҙем. Бөтә район буйлап тиерлек йөрөп сыҡтыҡ. Бер ауылда концерт ҡуябыҙ. Мин ниндәйҙер монолог уҡыйым, унда геройҙың исеме — Орҡоя. Иртәгәһен урамда китеп барһам, Орҡоя исемле апай осратып әрләп китмәһенме! Йүнһеҙ, һине шуға уҡыталармы, теге лә был. “Апай, был бит һин түгел”, – тип ҡарайым, ҡайҙа инде ишетеү!
— Хәким, һине халыҡ ярата, көлкө оҫтаһы тип тә беләбеҙ. К. Аҡбаштың “Һипкелле ҡыҙ”ында – Мағаш, Х. Ибраһимовтың “Башмағым”да кейәү Вафаны килештереп уйнаның. Йыш ҡына концерттарҙы алып бараһың. Артистың уңышы нимәнән ул?
— Туҡһан туғыҙ проценты — буйҙан, бер проценты — таланттан.
Венер Исхаҡов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 062

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 426

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 957

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 862

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 609

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 216

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 440

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504