Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бал ҡортолай уңғандар
Бал ҡортолай уңғандарҠалала йәшәһәм дә, ауылда тыуып үҫкәс, уның мөхите миңә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Шуға ла республика буйлап командировкаға сыҡҡанда йәш, булдыҡлы һәм тырыш ғаиләләр менән осрашырға, ауылдың көнкүреше менән танышырға тырышам. Бөгөн кеше иркен тормошта йәшәй. Һәр кемгә муллыҡта йәшәү өсөн мөмкинлектәр етерлек, теләк һәм тырышлыҡ ҡына булһын. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәһеңме, иген үҫтерәһеңме – үҙең һайла.
Балтас районының Урта Йылға ауылында йәшәүсе Светлана менән Йәмил Исламовтар туғандарын ғына түгел, ауылдаштарын да ҡыуандырып матур донъя көтә, тормоштары ла ҡаланыҡынан һис ҡалышмай. Бынан биш йыл элек иркен, яҡты, бөтә уңайлыҡтары булған биш бүлмәле йорт һалып ингәндәр. Өлкән улдары Азат – Нефтекама нефть колледжы студенты. Ҡыҙҙары Алһыу Түбәнге Һикеяҙ мәктәбенең XI класында уҡый. Ә төпсөктәре Айнурға — дүрт йәш. Йәмилдең ҡәйнәһе Хәмдиә әбей ҙә уларҙа йәшәй, балаларҙы тәрбиәләргә ярҙамлаша. Ә балаларға өләсәләре һәр яҡлап өлгө.
– Яҙмышымды ауылһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Иптәш егеттәр ҡалаға киткәндә лә мин атай нигеҙен ҡалдырмаҫҡа ҡарар иттем, шөкөр, һис тә үкенмәйем, – ти ғаилә башлығы. – Мал-тыуарын да, ҡош-ҡортон да аҫрайбыҙ, баҡса тултырып йәшелсә, емешен үҫтерәбеҙ. Етеш йәшәү өсөн ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк.
Күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләнең табыш килтерерлек тағы бер кәсебе бар. Исламовтар умартасылыҡ менән күптән шөғөлләнә. Бөгөн уларҙың 180 күс бал ҡорто бар. "Ер эшен, ауылда йәшәүе, эшләүе еңел түгеллеген күптәр яҡшы аңлай. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү беҙҙең нәҫелдә элек-электән килә, олатайҙарым да ҡортсолоҡто үҙ иткән, – ти Йәмил Исламов. – Бала саҡтан атайыма ярҙамлашып үҫтем, шуға ла ҡорт тәрбиәләүҙең нескәлектәрен һәйбәт беләм.
Бал ҡортолай уңғандарӘйткәндәй, хужабикә Светлананың ата-әсәһе лә бал ҡорттары тота икән.
Исламовтар Урта Йылға ауылында ҡортсолоҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән ғаиләләрҙән һанала. Улар дәдәнде лә үҙҙәре яһай. Артып ҡалғанын һатыуға ла сығаралар. Былтыр, мәҫәлән, 40-тан ашыу дәдән һатып, аҡса эшләгәндәр. Әле урамда ҡыш булһа ла, ауылдаштарынан ғына түгел, күрше ауыл халҡынан да заказдар етерлек. Йәмил был эште яңғыҙы ғына башҡармай, улы Азат ярҙамлаша. "Ул минең хәҙер уң ҡулым, яңғыҙы ла бал ҡорттарын ҡарай", – ти.
Уңған ғаилә йүкә, сәскә балын Өфө, район үҙәгендә ойошторолған йәрминкәләрҙә һатыуға сығара. Республика күләмендә үткәрелгән умартасылар конкурсында ла әүҙем ҡатнашалар. Хужалыҡты уңышлы алып барыу өсөн ғаилә "Беларусь" тракторы ла һатып алған.
Йәмил Исламов ауылда мәсет һалдырыуға тотонған, әле нигеҙе ҡоролған. Ауылдаштары ла уның был сауаплы эшенән бик ҡәнәғәт. Төҙөлөш эштәре көндәр йылытыу менән дәррәү башланасаҡ.
Самат ҒӘЛИН
Балтас районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840