Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер ултырып һөйләшергә ине...
Бер ултырып һөйләшергә ине... Кем донъяға кеше бүләк итә,
Ә кешегә — яҡты донъяны.
Ул, әлбиттә, йәшәү сығанағы,
Тормош ҡото — Әсә, ҡатын-ҡыҙ!


Кем бар донъяла балалары тураһында Әсә кеүек ҡайғыртҡан, Әсә кеүек ҡайғырған? Тыуғас та, улар беҙҙе аҡ биләүгә биләп, аҡ бәхеттәр теләгән.
Әсә килә шат сабыйын ҡосоп-ҡыҫып,
Бәхетенән ҡанатланып китер
һымаҡ бына осоп.
Ә ҡаршыға, ҡаршыларға,
айыра баҫып атай килә,
Килеп еткәс, үҙе көлә, Әсә көлә,
сабый көлә...
Донъяның ошо гүзәл мәле, ошо хәле, ошо йә­ме тураһында образлы итеп әйтә алған шағир­ҙарҙың оҫталығына нисек һоҡланмай­һың!.. Мәңге шулай осраштыр ҙа бәхетле ит кешеләр­ҙе — көлһөн Әсә, көлһөн ата, сабый ҡушылып шарҡыл­даһын, көлә-көлә күҙҙәренән йәше там­һын шат донъяның!
Әсәйҙәр — өйҙөң йәме, тормошта оло терәк. Йығылып китеп имгәнгәндә беҙгә уларҙың аяуы кәрәк, ҡыйын саҡта һы­йынырға ҡосағы кәрәк. Уларҙың теләге лә һулар һауалай, эсәр һыуҙай бары­быҙға бик кәрәк. Нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, улар беҙҙе һәр саҡ бәлә-ҡазанан араларға, һаҡларға әҙер, са­бырлыҡтары ла, түҙемлектәре лә бары балалары хаҡына. Беҙҙең күңелдәрҙә ни барын ҡарашыбыҙҙан, тын алышыбыҙҙан белеп-һиҙеп тора улар. Бала­ларының шатлығынан улар бәхетле, кескенә бүләгебеҙгә лә рәхмәтле. Беҙ йылмай­һаҡ — улар көлә, көйөнһәк — күҙ йәше аға, кейенһәк — уларға ла йылы, ашаһаҡ — улар ҙа туҡ. Мең сауаплы әсәйҙәрҙең ҡәҙерен ваҡы­тында беләйек!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер-беребеҙҙең баһаһын йылдар үткәс, ғүмер уҙғас, һуң­лап ҡына аңлай­быҙ, бергәлектең ҡәҙерҙә­рен белмәйбеҙ. Үҫеп, һәр ҡайһыбыҙ үҙ тормошо менән йәшәй башла­ғас, эш күплеккә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанабыҙ, үкенестәр, һыҙланыуҙар беҙҙе аҙаҡ сыбырт­ҡылай.
Эй, Әсәйҙәр, ниндәй йөрәк һеҙҙә,
Ауырлыҡҡа сыҙам, түҙем һеҙ.
Ә шатлыҡтан күңелегеҙ тулып,
Мөлдөрәмә йәштә күҙегеҙ!
Әсәйебеҙ, һин беҙгә һәр саҡ, һәр яҡлап әҙәп өлгөһө булдың, тик беҙ, балаларың, һинең көҙгөң, сағылышың була алдыҡ­мы?
Һәр бер өйҙә көн «балам», «әсәй» һүҙенән башлана, ғүмерҙәр ҙә ошо һүҙ менән тамамлана. Барыбыҙға йәшәү һулышы өргән иң ғәзиз кешебеҙҙе, һөйөклө әсәйебеҙҙе юғалттыҡ. Беҙ — күҙ нурһыҙ, атайыбыҙ Ҡояшһыҙ ҡалды. Әле лә ошо ҡараңғылыҡҡа сумған донъяға һис күнегеп булмай.
Һинһеҙ үткән көндәрҙе,
Әсәй, һанап арыныҡ.
Үҙебеҙ менән бергә китер
Ҡайғыларға тарыныҡ.
Күпме һөйләр һүҙҙәр ҡалған,
Серҙәр ҡалған әйтелмәй.
Ниңә икән тереләргә
Ваҡыт тигәнең етмәй?!
Иҫкә төшмәгән көнөбөҙ юҡ, әсәй! Йәшлек сибәрлеген юймаған һөйкөмлө йөҙөңдө һағына­быҙ, һағыныуҙарыбыҙ ерҙән күктәргә ҡәҙәр. Ваҡытында ҡыйын тойолған эштәр, мәшәҡәттәр әле килеп һағындыра, танһыҡтар. Ауырһынған саҡтар өсөн хәҙер үкендерә. Сәстәрҙе ваҡыт та, нужа ла ағарта, ә беҙ ағарт­ҡандары күберәктер барыбер. Битеңдәге йыйырсыҡтарың, йөрәк борсоуҙарыбыҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәй рәнйеткән­дәребеҙ өсөн кисерһәң ине.
Балалар үҫтергән сағығыҙҙа атайыбыҙ командировкалы эштә йөрөнө. Бер үҙеңә — алты бала, алты холоҡ, йорт-ҡура, ҡош-ҡорт, мал-тыуар мәшәҡәттәре. Бар ауырлыҡтарға ла түҙем, сыҙам булдың. Газ юҡ, утын яғып өй йылытыу, күмәк баланың өҫ-башын ҡарау, мәктәпкә әҙерләү, йыйылыштарға йөрөү — бер үҙеңә. Ҙур балаға эштең ҙуры, төпсөккә — төбө тигәндәй, оло бала булараҡ миңә лә һинең менән бергә тартыу тейҙе «Уф, Алла» арбаһын. Кискә тиклем икмәк килгәнен көтөп магазин тупһаһын һаҡлауҙар, көндәр буйы һағалап-көтөп тә икмәкһеҙ ҡалған саҡтар... Тормошта бер ни ҙә эҙһеҙ ҡалмай. Түҙеү — үҙе туҙыу, иртәрәк туҙҙың, әсәй.
Үҙегеҙ етемлекте иртә татып, күп ғазап сигеп, тормош сынығыуҙарын үткәнһегеҙ, әммә беҙҙе ас-яланғас итмәнегеҙ. Алтмышыма ҡәҙәр атайлы-әсәйле булдым, яҙмышыма мең рәхмәт, был бәхеттең дә бәхете түгелме?! Улар менән беҙ аяулы ла, яҡлаулы ла, көслө лә булдыҡ. Рәхмәт һеҙгә иң бәхетле көндәребеҙ өсөн! Йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнек.
Атайыбыҙ әле лә һинең эҙҙәреңде тойоп, ҡасандыр бергә үткән һуҡмаҡ буйлап һинең ҡәбереңә сәскә ташый. Йыл буйы бер үк юлдан көнөнә икешәр мәртәбә үтә. Күптән инде яңы «Әмир — Миңлегөл» һуҡмағы һалынған. Элек сәй эскәндә атайым “Эс сәйеңде, әбей, һыуытмай» тигәндәй, әле лә ул һин ризыҡланған өҫтәл янына ултыра.
Рухыңа бағышлап уҡытҡан Ҡөрьән аяттары нурҙар булып күккә таралһын. Йәндәрең тыныслыҡта булһын, әсәй...






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518