Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ул етәксе була”
Ҡасим Арыҫлан улы мәктәптә химиянан уҡыта. Ярата ул үҙ фәнен. Балалар менән күңел биреп эшләй. Шуға ла күптәр өсөн ауыр күренгән фәнде уҡыусылар ихлас өйрәнә. Бер нисә көн элек сығарылыш класында контроль эш башҡарғайнылар, бөгөн ул дәфтәрҙәрҙе таратып сығып:
– Дөйөм алғанда, эштәрегеҙ һәйбәт кенә. Ә хәҙер яҙмаларығыҙҙы иғтибар менән тикшереп сығығыҙ, – тине.
Уҡыусылар кемуҙарҙан ҡыҙыҡһынып дәфтәрҙәрен ҡарай башланы:
– Ниндәй билдә ҡуйылды икән?..
Шул мәл көтөлмәгән хәл булды: алдан өсөнсө партала ултырған Мәғдәнов дәфтәрен асып, эшенә күҙ йүгертте лә уны йәнә Ҡасим Арыҫлан улының өҫтә­ленә кәйелтеп осороп ебәрмәһенме! Уҡытыусы аптырап ҡалды. Утыҙ йылдан ашыу мәктәптә уҡытып, бындай ҙа йәмһеҙ ҡыланған баланы күргәне юҡ ине.
Мәғдәновты яҡшы белә – бабайы ҡала хакимиәтендә эшләй, атаһы ла билдәле кеше. Шуға ла малай үҙен һауалы, башҡаларҙан өҫтөн тотоп ҡы­лана. Өҫтө-өҫтөнә кейем алып бирәләр. Йәйен йыш ҡына сит илдәргә йөрөйҙәр. Сәйәхәттә төшкән фотоларын мәктәпкә килтереп, башҡаларға күрһәтә. Үҙе былай химиянан яҡшы ғына белә, нефть институтына инергә әҙерләнә.
Шулай ҙа Ҡасим Арыҫлан улы үҙен ҡулға алды, тоҡанманы, тыныс ҡына:
– Мәғдәнов, нимә булды? – тип һораны.
– Һеҙ ни эшләп минең дәфтәремде ҡыҙыл менән сыбарлап бөткәнһегеҙ? Белгегеҙ килһә, химия уҡытыусыһы грамматик хатаны түгел, ә формулаларҙы ғына тикшерергә тейеш.
– Мәғдәнов, һеҙ урыҫ телен шул тиклем насар беләһегеҙ, үҙегеҙ юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнәһегеҙ. Үҙ өҫ­төгөҙҙә шөғөлләнеп алыу насар булмаҫ ине.
– Мин үҙемә кәрәген беләм! – Тә­кәббер үҫмер яуапһыҙ ҡалырға теләмәне.
Унан һуң арыу ғына ваҡыт үтте. Уҡыу йылы тамамланды, яңыһы башланды. Көндәрҙең береһендә Ҡасим Арыҫлан улы Өфө урамында Мәғдәновтың атаһы яғынан туғанын осратты ла уҡыусы­һының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды.
– Нефть институтына уҡырға инде! – Апаһы туғаны өсөн ғорурлыҡ тойғоһо менән яуапланы.
– Һәйбәт булған. – Ҡасим Арыҫлан улы ла уҡыусыһы өсөн шат ине. Шулай ҙа күңелен борсоп йөрөгән иҫкәрмәһен дә әйтмәй булдыра алманы:
– Ҡустығыҙ урыҫ теленән ныҡ аҡһай, өҫтәмә рәүештә шөғөлләнһен ине. Уҡып сыҡҡас, үҙенә ҡыйын булыр, документтар менән эш итергә тура киләсәк.
– Ул бит етәксе буласаҡ, ә яҙыу-һыҙыу эшен замдары башҡарасаҡ!
Билдәле генә урында эшләгән ханым­дың яуабына Ҡасим Арыҫлан улының иҫе китте. Шулай ҙа:
– Әленән үк етәксе буласағын ҡайҙан беләһегеҙ? – тип һорамай булдыра алманы.
– Бөтә урында ла беҙҙең туғанда­рыбыҙ бар! – Ханым ышаныслы итеп яуапланы.
Ҡасим Арыҫлан улы ҡапыл нимә тип әйтергә лә белмәне. Эй-й, дуҫ-әшнәлек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ заманында йәшәйбеҙ шул. Яуаплы, аҡсаһы мул урындарға гелән артынан төртөрҙәй кешеһе булған әҙәмдәрҙе тәғәйенләйҙәр. Белеме, һәләте тураһында уйлап тороу ҙа юҡ…

“Мин уҡыта белмәйем”

Ял көнө. Ҡасим Арыҫлан улы баҙарҙа:
– Ҡас-и-и-м-м, Ҡас-и-и-м-м! – тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте. Тирә-яғына ҡаранды, таныш бер кем дә күренмәй. Тауыш йәнә ҡабатланды:
– Ҡас-и-и-м-м, Ҡас-и-и-м-м!
Бәй, ана бит тәтәйҙәр һатҡан ерҙә Марат Байрасович тора! Байтаҡ ҡына йыл бер райондың мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарғайны. Шуға ла уның менән йыш осрашырға тура килде. Талапсан етәксе булды, наградалары ла бар. Әммә ниндәйҙер хилафлыҡ табып, эшенән сығарҙылар.
Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул элекке етәксенән:
– Ни эш бөтөрөп йөрөйһөгөҙ? – тип һораны.
– Күрмәйһегеҙме ни, һатыу итәм.
– Һеҙ һатыу итәһегеҙ?.. – Ҡасим Арыҫлан улы быға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. – Китсәле, шаяртмағыҙ.
Шул саҡ һатып алыусыларҙың килеп, Марат Байрасовичтың уларға тәфсирләп яуап биреүе уның ысынлап та баҙарҙа эшләүен иҫбатланы.
– Марат Байрасович, бында торғансы мәктәпкә барһағыҙ, һәйбәтерәк булыр ине! Һеҙ бит тарихсы. Ир уҡытыусылар етешмәй, – тине Ҡасим Арыҫлан улы.
– Мин уҡыта белмәйем бит. – Элекке түрә тештәрен ыржайтып йылмайҙы. – Бында, ней, яман рәхәт, бисәкәй тауар алып ҡайта, мин һатып торам.
“Бер уйлаһаң, дөрөҫөн әйтә, – тип уйлап ҡуйҙы эсенән генә Ҡасим Арыҫлан улы. – Бөгөн етәксе вазифаһында “шулайт, былайт” тип әмер биреп, аҡыл һатып йөрөгән ҡайһы берәүҙәрҙең ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәренең эшен башҡара алмауы сер түгел”.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518