Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыһаз яһау оҫтаһы
Йыһаз яһау оҫтаһыРаил менән былтыр көҙ айында танышҡайныҡ. Яҡын дуҫым, Ишембайҙа ла шәп башҡорт эшҡыуары бар тип, алып барғайны был егет янына.
Раил Әхмәтйәнов бынан бер нисә йыл элек Ишембайҙан алыҫ булмаған Кинйәбулат ауылында мебель цехы асҡан. Быға тиклем ҡала мебель фабрикаһында ябай эшсе булып урынлашып, йыл ярым эсендә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған егет алдында ниндәй кәртәләр торғанын тулыһынса күҙ алдына ла килтермәгән.
— Ауылда цех асырға кәрәкмәгәнен һуңыраҡ аңланым, — ти Раил Ғәлимйән улы, һүрән генә йылмайып. — Беренсенән, бында тәжрибәле мебель эшләүсе оҫталар булманы. Икенсенән, ҡала алыҫ булмаһа ла, етештергән продукцияны һатыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙы. Эш ырамағас, минең менән ошо кәсепкә тотонған егеттәр таралышып китте. Мәгәр төшөнкөлөккә бирелмәнем, ниндәйҙер эске тойғо дөрөҫ юлда булыуыма ишаралай ине шикелле. Иҫке Ишембайҙағы мебель фабрикаһын ҡуртымға алып, яңынан сәмләнеп эшкә тотондом.
Сәмләнергә атаһының ҡасандыр: “Был тормошта, улым, ирмен тигән кеше режиссер күрһәткән ролдәрҙе генә башҡарып йөрөргә тейеш түгел, ә үҙ ролен уйнап йәшәргә бурыслы”, — тигән һүҙҙәре лә мәжбүр иткәндер, моғайын.
Биксән ауылында уҡыған сағында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Ниғмәтуллин етәкселек иткән өлгөлө халыҡ музыка ҡоралдары ансамблендә Раил ҡурайҙа уйнай. Бәләкәйҙән ауыл клубында ғына түгел, Ишембай, Өфө сәхнәләрендә лә сығыш яһап йөрөгән егет үҙенең киләсәген бары тик актер булыуҙа күрә.
Йыһаз яһау оҫтаһыУн беренсе класты тамамлаған Раил, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт театрынан юллама алып, Өфө дәүләт сәнғәт академияһына тапшыра. Әммә баяғы шул атай һүҙе инде, баш ҡаланан кире ҡайтып, Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгесте Салауат ҡалаһының 36-сы һөнәрселек училищеһына эшкә ебәрәләр. Ул килгәндә был белем усағында спортҡа әллә ни иғтибар булмай. Раил Әхмәтйәновтың ныҡышмаллығы, талапсанлығы арҡаһында эш тиҙ арала яҡшы яҡҡа үҙгәрә: спорт секциялары ойошторола, ҡорамалдар алына, даими рәүештә сәләмәтлек көндәре үткәрелә. Уларға уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа йәлеп ителә. Эштең йәнләнеп китеүе училищела ҡала, республика ярыштарын ойоштороуға булышлыҡ итә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында физик культура һәм спорт буйынса 36-сы һөнәрселек училищеһы ҡаланың уҡыу йорттары араһында өлгөлө белем усағына әүерелә.
Михнәтен дә татый Раил. Шулай бер төндә уның арыу ғына эшләй башлаған цехына билдәһеҙ әҙәмдәр “ҡыҙыл әтәс” ҡундыра. Әлбиттә, һәр ваҡыттағы кеүек, ҡара эсле бәндәләрҙе таба алмайҙар. Был яуызлыҡтың үҙен ҡурҡытыр өсөн ҡылынғанын аңлаһа ла, Раил баҙап ҡалмай.
— Муйындан бурысҡа батып, тағы Перегонный ҡасабаһындағы ағас эшкәртеү цехын һатып алдым, — ти Раил Әхмәтйәнов. — Үҙ эшемде астым тип әйтеүе генә анһат. Уны яйға һалыу өсөн ниндәй ҡиәфәткә инмәйһең дә ниндәй һынау үтмәйһең.
Перегонныйҙан алған ағас эшкәртеү цехында Раил Ғәлимйән улы йәнә мебель етештерергә тотона. Был юлы йәш эшҡыуар уңған егеттәрҙе табып, уларҙың көсөн, оҫталығын бер маҡсатҡа йүнәлтеүгә өлгәшә. Матди-техник базаны нығытыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә етәксе. Әле уның предприятиеһында ҡырҡҡа яҡын кеше эшләй. Хәҙер инде быуыны нығынған Раил Әхмәтйәновтың: Ишембайҙан ер алып, бер нисә сауҙа нөктәһе, техника өсөн гараж, йәшелсә һаҡлағыс төҙөткән. Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә “Алмас” магазинында үҙе етештергән мебелде һатһа, башҡаларын емеш-еләк, автомобилдәр өсөн запас частар менән сауҙа итеүселәргә ҡуртымға биргән. Буш торған ҡала мунсаһын да һатып ала бөтмөр егет. Хәҙер унда заманса сауна, бассейн төҙөгән. Оҙаҡламай үҙ ишектәрен асасаҡ сәләмәтлек үҙәгендә тренажер залы, массаж кабинеты ла буласаҡ. Ишембай менән генә сикләнмәй Раилдың эшмәкәрлек даирәһе. Ул үҙе етештергән затлы мебелде республиканың башҡа район һәм ҡалаларына ла сығара.
— Үтмәй ятҡан тауар юҡ келәттәрҙә. Һатып алыусыларҙы беҙ етештергән тауарҙың сифаты, зауыҡлы булыуы ылыҡтыра, — ти ул. Раил Ғәлимйән улы менән “Алмас” магазинының хатта иң нәзәкәтле, талапсан һатып алыусының да ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек мебелдәр теҙелгән сауҙа залдары буйлап йөрөйбөҙ. — Эш башлағанда һатып алыусыларҙы эҙләп саба инем, хәҙер үҙҙәре килә. Алдан заказ биреүселәр ҙә бихисап.
Бөгөнгө яулаған уңыштарының нигеҙен йәш эшҡыуар ныҡышмаллыҡта күрә. Әле Раил тағы бер уй менән янып йәшәй. Йәй башынан үҙе тыуып үҫкән Арлар ауылынан алыҫ булмаған урман аҡланына умарта ултыртып, Ишембайҙағы 8-се башҡорт мәктәбе уҡыусылары өсөн ял һәм хеҙмәт лагеры ойоштороу хыялын тормошҡа ашырмаҡсы. Алдына ҡуйған был маҡсатына ла өлгәшер булдыҡлы егет, сөнки ул әйткән һүҙенә һәр ваҡыт тоғро ҡалырға өйрәнгән.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Ишембай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 445

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 640

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514