Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Етәксе урыны “йомшаҡ” түгел икән...
Етәксе урыны  “йомшаҡ” түгел икән...
Хәйбулла районы — республиканың үҙенсәлекле төбәге. Ул ҡылғанлы далаһы, тау-урмандары, бәрәкәтле игене, ер аҫты байлыҡтары, ҡунаҡсыл һәм эшһөйәр халҡы менән дан тота. Бында ғына бойҙайҙың иң юғары ҡаты сорты үҫә.
Һуңғы йылдарҙа төбәктең социаль-иҡтисади хәле күҙгә күренеп яҡшыра: төҙөлөш объекттары күпләп сафҡа инә, юлдар төҙөкләндерелә, күперҙәр, һыу үткәргестәр һалына, йорттар ҡалҡа. Иң мөһиме — халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, күптән хәл ителеүҙе көткән көнүҙәк мәсьәләләр тормошҡа аша.
Билдәле булыуынса, Хәйбулла төбәге республикала иң алдынғылар рәтендә. 2013 йыл йомғаҡтары буйынса ул “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль районы” номинацияһында еңеүсе булһа, күптән түгел наркоманияға ҡаршы эште һәйбәт ойошторғаны өсөн II дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Тәжрибәле һәм киң ҡарашлы хакимиәт башлығы Раил Хазморат улы ИБРАҺИМОВ — районда үҙ кеше. Күптәр уны һүҙендә торған, әйткәнен тормошҡа ашырыр етәксе булараҡ белһә, икенселәр һәр кемгә кешелекле, иғтибарлы һәм ғәҙел булыуын билдәләй.


Иртәнге кәңәшмә

Етәксе урыны  “йомшаҡ” түгел икән...Район башлыҡтарының эшкә бик иртә йөрөүен иҫәпкә алып, беҙ ҙә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыштыҡ: иртәнге һигеҙ тулмаҫ элек хакимиәт бинаһына аяҡ баҫтыҡ. Шулай ҙа Раил Хазморат улы алданыраҡ өлгөргән — уның бүлмәһендә ут яна ине.
Хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, төрлө идаралыҡ һәм ойошма етәкселәре менән кәңәшмәлә Раил Ибраһимов үткән көнгә йомғаҡ яһаны. Артабан районда республика кимәлендә буласаҡ сараларҙы юғары кимәлдә ойоштороу бурысы ҡуйылды, көнүҙәк проблемаларҙың нисек хәл ителеше тикшерелде. Урынбаҫарҙар, мәҫәлән, Аҡъярҙа сафҡа инәсәк 550 урынлыҡ мәктәп һәм 140 урынға иҫәпләнгән интернатты төҙөү буйынса документтарҙың әҙерлеге, Степной ауылында барлыҡҡа киләсәк фельдшер-акушерлыҡ пункты документтарының экспертизаға тапшырылыуы, киләһе йылдан ауыл биләмәләренә кварталға бер бүленгән аҡса күләменең артыуы, шул сәбәпле ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына бөгөндән үк уны маҡсатлы ҡулланыу юлдарын өйрәнергә кәрәклеге тураһында бәйән итте.
Етәксе урыны  “йомшаҡ” түгел икән...Район етәксеһе, барыһын да ентекле тыңлап, үҙ кәңәштәрен биргәндән һуң алдағы көндәргә етди бурыстар ҡуйҙы. Шуларҙың бер нисәүһенә туҡталайыҡ.
Киләһе йыл бөтә ил халҡы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы ҡар­шы­ларға йыйына. Был йәһәттән хәйбул­лалар әҙерлекте әле үк башлаған. Күп ауылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға ҡуйылған обелисктар төҙөклән­дерелә, яңылары һалына. Район башлығы урындағы гәзит һәм телевидение редакцияларына был теманы яҡтыртыу йәһә­тенән эште йәнләндерергә ҡушты.
Хәйбуллалар өсөн 2015 йыл райондың ойошторолоуына 85 йыл тулыуы менән дә иҫтәлекле буласаҡ. Был тарихи датаға ла әҙерлек башланған. Эштәрҙең иң ҙуры — райондың энциклопе­дияһын нәшер итеү. Тотош тарихи дәүерҙе үҙ эсенә аласаҡ йылъяҙмала төбәк тормошона тос өлөш индергән, уны төҙөүҙә һәм үҫтереүҙә лайыҡлы урын биләгән кешеләр тураһында, арҙаҡлы яҡташ­тар, күренекле шәхестәр хаҡында мәҡәләләр урын алырға тейешлеге билдәләнде.
— Энциклопедия биттәрендә лайыҡ­лылар ғына урын алырға тейеш, һәр мәҡәләне ентекле тикшереп, һәр кешене иләктән үткәреп һайлап алы­ғыҙ. Аҙаҡтан үҙебеҙгә ҡы­ҙарырға тура килмә­һен, — тип киҫәтте Раил Хазморат улы.
Шулай уҡ ауыл хужалығы һәм эшҡыуарлыҡ буйынса ҡайһы бер һорауҙарға айырым туҡталып үтте. Быйылғы ҡоролоҡ сәбәпле, ауыл хужалығы эшсәндәре йәнә һынауға дусар булған. Бөгөн ҡайһы бер хужалыҡтар үҙҙәренә тейешле күләмдә орлоҡ туплай алмаған. Артабан ситтән булһа ла фәҡәт сифатлы орлоҡ һатып алыуға өҫтөнлөк биреү бурысы ҡуйылды.
Ә эшҡыуарлыҡ буйынса яҡшы үҫеш күҙәтелә. Күптәр, үҙ эшен асып, район һәм республика ҡаҙнаһынан бүленгән төрлө субсидиялар юллауға өлгәшкән.
— Иң мөһиме – үҙ эшен асыусының теләге булыу шарт, — тине Раил Хазморат улы. — Матур төҙөлгән, ҡайҙандыр эшләтеп алған бизнес-планына алданып, субсидия бүләбеҙ, ә ул асҡан эшен артабан дауам итә алмай, ярты юлда туҡталып ҡала. Килем дә, файҙа ла юҡ ундайҙарҙан.
Эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләк белдергәндәр тураһында яҡшыраҡ белеү маҡсатында урындағы ауыл биләмәләре етәкселеге менән бергәләп эшләү кәрәк, тине район башлығы. Шул сағында ғына ике яҡ та отасаҡ.
Етәксе урыны  “йомшаҡ” түгел икән...Ситтән күҙәтеп ултырып, шуны аңларға була: тотош район халҡы өсөн яуаплылыҡ тойоу, кешеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү, ай-һай, еңелдән түгел. Һүҙҙәремә ҡеүәт өҫтәгәндәй, кәңәшмә тамамланғас та район башлығының бер минут буш ваҡыты булманы. Кемгәлер телефон аша яуап бирергә тура килһә, икенселәре документтарға ҡул ҡуйҙырыу өсөн башлыҡ бүлмәһенә инеп-сығып торҙо.

Степнойҙа – клуб,
Федоровкала –
балалар баҡсаһы


Район үҙәгенән алыҫ булмаған Степной ауылына илткән юл оҙайлы йылдар дауамында бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн район башлығына баш ҡалаға бер нисә тапҡыр барырға тура килә. Ниһайәт, республика ҡаҙнаһынан 39 миллион 600 һум аҡса бүленеп, шуның 7 миллион һумын Хәйбулла юл төҙөү һәм ремонтлау участкаһы үҙләштереп, ярты саҡрым араны файҙаланыуға тапшырған. Башта көҙгөләй тигеҙ асфальттан елдерһәк, артабан ҡырсынташ түшәлгән юлға төштөк.
Беҙҙе заман талаптарына яуап биргән, төҙөкләндерелгән клуб янында Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Эльдар Буранбаев менән учреждение мөдире Көнһылыу Ҡолонбаева ҡаршы алды. 18 йыл буйы уға етәкселек иткән Көнһылыу Вәлиулла ҡыҙының шатлығының иге-сиге юҡ. Үҙенең рәхмәтен район етәксеһенә еткерергә ашҡынып, хатта бер аҙға юғалып та ҡалды. Шулай булмай, нисәмә йыл һыуыҡ, емерелеп барған бинала эшләүе еңелдән түгел. Әммә ауыл халҡының ихласлығымы, әллә үҙҙәренең дәртле һәм берҙәм булыуҙары сәбәплеме, улар төрлө саралар үткәрергә, районда ойош­торолған барлыҡ бәйгеләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуларға өлгөргәндәр.
Клуб ҡарамағында “Ҡараһыу” фольклор ансамбле, ағинәйҙәр клубы, “Йәйғор” һәм “Дуҫлыҡ” бейеү ансамблдәре уңышлы эшләп килә. 150 урынға иҫәпләнгән яңы тамашасы залының нисек йыһазландырылыуы менән Раил Хазморат улы яҡындан танышырға теләп, түргә үтте. Район мәҙәниәт йортона өр-яңы ултырғыстар алынып, ундағыларын бында килтергәндәр. Яңы уҡ булмаһа ла, әлегә түҙерлектәр. Ремонт эштәре өсөн район ҡаҙнаһынан 6 миллион һум аҡса тотонолған. Ошонда уҡ моделле китапхана үҙ ишектәрен асасаҡ. 14 мең дана китап фонды булған мәҙәни үҙәккә өр-яңынан компьютер һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алынған. Китапханасылар үҙҙәре лә, алма беш, ауыҙға өҙөлөп төш, тип тик ултырмай: төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, гранттар яулай, яңы проекттар яҡлай.
Етәксе урыны  “йомшаҡ” түгел икән...Раил Ибраһимов Степнойҙа барған эштәр менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе һәм, тиҙерәк клуб менән китапхананы рәтләп, халыҡты ҡабул итергә кәрәк, тигән фекер әйтте. Әйткәндәй, был ауылда биш төрлө милләт вәкиле йәшәй, һәр сара ике телдә алып барыла.
Бөгөн күп урындарҙа балалар баҡсаһын мәктәпкә күсереү үҙен тулыһынса аҡлай. Бинаны йылытыу һәм ҡарау өсөн киткән сығымдар бер аҙ кәмей. Район башлығы ошо мәсьәлә менән яҡындан танышыу маҡсатында Федоровка ауылына юл алды.
Ауыл уртаһындағы һәйкәл янында барған төҙөлөш эштәрен күреп, шоферына шунда туҡтарға ҡушты. Хәлде яҡындан күҙәтеү өсөн беҙ ҙә машинанан сыҡтыҡ. Баҡтиһәң, һәйкәл “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” республика проекты сиктәрендә ҡайтанан төҙөкләндерелә икән.
— Халыҡ шул тиклем ҡәнәғәт. Әгәр тәүҙәрәк кемдер һәр йорттан йыйылған 500 һум аҡсаны ризаһыҙлыҡ менән тапшырһа йәки бөтөнләй бирмәһә, бөгөн күптәре үҙҙәре үк килтерә, сөнки һөҙөмтәһе — күҙ алдында. Ремонтлау эше менән аукционда еңеп сыҡҡан “Аҡъяр коммуналь хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе – Ю. Ә. Әбдрәхимов) эшселәре шөғөлләнә. Һәйкәлдең нигеҙе 30 сантиметрға күтәрелде, плитәләре алмаштырылды. Бөйөк Ватан һуғышына киткән яугирҙәрҙең исемлеге ҡайтанан тулыландырылып, уйып яҙыласаҡ. Шулай уҡ айырым граниттан эшләнгән плитәлә Еңеү менән ҡайтҡан ауылдаштарҙың исемдәре урын аласаҡ, – тип эш барышы менән таныштырҙы биләмә хакимиәте башлығы Наталья Лебедева.
Һис шикһеҙ, бындай тырышлыҡ һәм ватансылыҡ тойғоһо менән һуғарылған хеҙмәттең аҙағы яҡшы күҙаллана — Бөйөк Еңеүҙең оло байрамына Федоровка ауылындағы һәйкәл иң яҡшыһы буласағына бер кем дә шикләнмәй.
Иртәнге кәңәшмәлә һүҙ ҡуҙғатҡан мәсьәләләрҙең бер аҙы ғына булһа ла тормошҡа аша барғанын үҙ күҙҙәре менән күргән Раил Хазморат улының ҡәнәғәтлек тойғолары кисергәне йөҙөнә сыҡты, эшселәргә уңыштар теләп, артабан ул мәктәпкә юл тотто.
Ауыл мәктәбендә әле 12 уҡыусы белем алһа, балалар баҡсаһына 32 кескәй йөрөй. Бинаның бер яғы тотошлай тиерлек буш тора, әле унда ремонт эштәрен башларға йыйыналар. Балалар баҡсаһы өсөн айырым ишек асыу ҡаралған, спорт һәм туҡланыу бүлмәләре генә бергә булыр тип күҙаллана. Бер юлы йылы бәҙрәф төҙөү, эскә һыу индереү кеүек мәсьәләләр ҙә хәл ителәсәк.

Башҡаса һыуһыҙ интекмәйәсәктәр

Етәксе урыны  “йомшаҡ” түгел икән...Ҡайҙа нисектер, әммә бында халыҡтың үҙәгенә үткән проблемаларҙың береһе — эсәр һыуҙың булмауы. Йылдар дауамында хәл ителмәгән мәсьәлә аҡрынлап урынынан ҡуҙғалған. Хәҙер хәйбуллалар һыулы булыу ҡыуанысын кисерә, күптәр йорттарына индерә, ниһайәт, ошоғаса төш булып ҡына күренгән кер йыуыу машиналарын урынлаштырып, рәхәтләнеп файҙалана.
Ысынлап та, районда социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса күрелгән саралар араһында ауылдарға газ һәм һыу үткәреү — халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға булышлыҡ иткән төп сараларҙың береһе булып тора. Ошоға тиклем көньяҡ-көнсығыш төбәге буйынса тик Хәйбулла районы ғына ауылдарға тулыһынса “зәңгәр яғыулыҡ” һуҙыу менән маҡтана алһа, тиҙҙән төбәктә эсәр һыуға ҡытлыҡтың да бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал. Был йәһәттән ғәйәт ҙур эш башҡарыла. Ошо маҡсатта федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 38 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан 34 миллион һум йәлеп ителгән.
Раил Хазморат улы әйтеүенсә, 64 километрҙан ашыу торба һуҙылған, быйыл ғына бер меңдән күберәк кеше шәхси йортона һыу индергән. Бөгөн барлығы 21 ауылда һыу үткәргес һалына. Бүребай, Татыр-Үҙәк, Быҙаулыҡ, Аҡназар, Маҡан, Савельевка, Яковлевка, Первомайский, Беренсе Мырҙа ауылдары был йәһәттән тулыһынса тәьмин ителгән. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр ауылда иҫке һыу үткәргестәр яңыртылған: серегән торбалар алмаштырылған, баҫымды көйләгән яңы ҡорамалдар ҡуйылған. Беҙ барғанда, “Аҡъяржил­комстрой” ойошмаһы (етәксеһе — З. Рәхмәтуллин) эшселәре Аҡъяр урамдарында соҡор ҡаҙып, торба һалыу менән мәж килә ине.
Артабан сәфәребеҙ тиҙҙән район үҙәгендә тапшырыласаҡ төҙөлөш объекттарында дауам итте. Быйыл төбәктә тәүге тапҡыр “Граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү” федераль программаһы ярҙамында иҫке өйҙә йәшәгәндәр яңы фатирға эйә булыу мөмкинлегенән файҙалана. Яҡын арала сиратта торған 73 кеше торлаҡ шартын яҡшырта аласаҡ, сөнки 22 фатирлыҡ ике йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ тағы ла ике йортто төҙөү башланған.

“Тапҡан әсә түгел,
баҡҡан әсә”


ти халыҡ мәҡәле. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына сираттағы кәңәш­мәлә инанырға тура килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәй­бул­ла районын­да ла етем балалар һаны йылдан-йыл арта. “Иң әсен­дергәне — социаль етемдәрҙең күбәйеүе”, — ти Раил Хазморат улы.
Шуға күрә район башлығы опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Светлана Пахтусова етәкселегендәге “Тәрбиәгә алған ата-әсәләр” клубының сираттағы ултырышында ҡатнашырға ла ваҡыт бүлде. Сит балаларға наҙ һәм өй йылыһы биргән был атай-әсәйҙәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Яңыраҡ улар район хакимиәте ярҙамы менән Мәскәүҙә үткән уллыҡҡа йәки опекаға бала алған ата-әсәләр конферен­ция­һында ҡатнашҡан. Кәңәшмәлә ошо хаҡта фекер алышынды, башҡа төбәктәрҙәге эш алымдары, балаларҙы тәрбиәләүҙәге социаль түләүҙәр хаҡында мәғлүмәт бирелде.
— Беҙ ҡулдан килгәнсә инвалидтар ойошма­һына, опека һәм попечителлек бүлегенә ярҙам итәбеҙ. Һәм итәсәкбеҙ ҙә. Балаларығыҙҙы ҡайҙалыр алып барырға йәки башҡа матди ярҙам кәрәкһә, килегеҙ, хәбәр итегеҙ. Бына тиҙҙән тағы бер нисә фатирҙы, “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар” тураһында Законға ярашлы, етемдәргә бирәсәкбеҙ. Тик бер генә теләк: үҙҙәренә бүленгән торлаҡта улар матур итеп үҙҙәре йәшәһен ине, — тине Раил Хазморат улы.

Тау сәнәғәте предприятиеһында

Билдәле булыуынса, районда тау сәнәғәте әүҙем үҫеш алған. Хәйбулла районының бөгөнгө социаль-иҡтисади хәлен “Бүребай тау-байыҡ­тырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Төбәктең сәнәғәт флагманы булған был предприятиелар үҙҙәренең традициялары, иҡтисади күрһәткестәре һәм ҡаҙаныштары менән ғорурлана ала.
Төштән һуң район башлығының сәфәре “Башҡорт баҡыры”нда дауам итте.
— Предприятие район биләмәһендә урын­лашҡанға күрә, экология мәсьәләләре буйынса етәкселек менән даими осрашып торабыҙ, — ти Раил Хазморат улы.
Ул шулай уҡ “Юбилейный” карьерында булды, сафҡа инәсәк шахта үҙәге менән ҡыҙыҡһынды. Хәҙерге көндә “Башҡорт баҡыры”нда 1 мең 500-ҙән ашыу кеше эшләй, йылына 1,45 миллион тонна руда сығарыла, тәүлегенә 4,5 тонна мәғдән эшкәртелеп, унан 600 тонна баҡыр концентраты алына.
Ни сәсһәң, шуны урырһың

Төбәктәге “тәүге ҡарлуғас”тарҙың береһе тиһәң дә була фермер Николай Фунтиковтың был аҙымын, сөнки бөгөн ул районда тәүгеләрҙән булып яңы иген таҙартҡыс һатып алған. Беҙ барғанда, Өфөнән килгән белгестәр уны урынлаштырыу һәм көйләү мәсьәләләре менән булыша ине.
Билдәле, уңыштың муллығы сифатлы орлоҡтан тора. Әммә, яҙғы сәсеүгә тиклем орлоҡ яҡшы һаҡланһын өсөн, тейешле технологияны үтәү мөһим. Ә бының өсөн районда шарттар юҡ. Нисәмә йыл буйы иҫке “ЗАВ-20” иген таҙартҡысында ыҙалағандан һуң, Николай Фунтиков яңы комплекс һатып алырға була.
— Ул эшегеҙҙе күпкә еңеләйтәсәк. Шулай уҡ башҡа фермерҙар ҙа һеҙҙең ярҙамға мохтаж булыуын онотмағыҙ, — тине Раил Хазморат улы.

Бындай күперҙәр
оҙаҡ хеҙмәт итәсәк


Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн районда социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла. Һуңғы ике йылда ғына өс аҫылмалы күпер һалынған, киләсәктә тағы икәүҙе төҙөү планлаштырыла. Нисәмә йыл Иләс, Татыр-Үҙәк һәм Өфө ауылдарында йәшәгәндәр яҙғы ташҡын мәлендә һәм көҙгө бысраҡта емерелә яҙған күперҙән үтергә ҡурҡып торһа, бөгөн “Ауыл автомобиль юлдары селтәрҙәрен үҫтереү” социаль программаһына ярашлы, заманса технологиялар ҡулланып, “Аҫылмалы күпер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре тарафынан яңы объекттар сафҡа инә.
Ауылдарға кергәндә уларҙың йөҙө һәм ҡото булып торған Бүребай менән Татыр-Үҙәк араһында Таналыҡ йылғаһы аша һалынған күперҙә туҡтал­майынса ары китә алманыҡ.
97 метр оҙонлоғондағы был ҡоролманы монтажлау өсөн республика ҡаҙнаһынан 18 миллион һум аҡса бүленгән.

Көнүҙәк мәсьәләләр

Әлбиттә, район үҫеше һәм халҡының етеш тормошо хаҡын­да бихисап эш башҡарылыуға ҡара­маҫтан, проблемалар ҙа юҡ түгел. Быны Раил Ибраһимов үҙе лә хәбәрселәрҙән йәшермәне, киреһенсә, улар менән яҡындан таныштырып үтте. Шуларҙың бер нисәүһе тиҙ арала хәл ителергә тейеш.
Мәҫәлән, районда иң ҙур белем усаҡтарының береһе – Подольск мәктәбендә һауа һурғыстың урынлаштырылмауы сәбәпле, бөгөн бында дымлылыҡ норманан күпкә юғары, шуға күрә бүлмәләрҙә тынсыу. Ике сменала эшләгәнлектән, уларҙы елләтеп өлгөрөп булмай.
Директор Азамат Юнысов әйтеүенсә, евро тәҙрәләр ҡуйған саҡта тейешле ремонт эштәре башҡарылмауы ла быға йоғонто яһаған. Үткәрелгән экспертиза мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн 1 миллион 800 мең һум аҡса кәрәклеген белдергән. “Аҡса булыу менән Подольск мәктәбенә бүленәсәк”, – тине район башлығы.
Шулай уҡ Маҡан ауылындағы клубты ла урап үтмәне Раил Хазморат улы. Йылдар буйы ремонт күрмәгән бинаның концерт барған мәлдә түбәһе ишелеп төшә. Бәхеткә, зыян күреүсе булмай. Хәҙер инде уның ҡыйығы алмаштырылған, әммә тулыһынса ремонт яһар өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә. Һәр хәлдә, маҡандар Яңы йылды үҙ клубтарында ҡаршы алмаһа ла, киләһе йылда бында төҙөкләндерелгән мәҙәни усаҡ үҙ ишектәрен асасаҡ, тип вәғәҙә бирҙе Раил Ибраһимов.
Сиҙәм мәктәбе янындағы интернат та заманса уңайлыҡтарға мохтаж. Бында Вәлит, Әбделнасир, Иҫәнгилде ауылдарынан балалар йәшәй. Әле эшселәр душ бүлмәләре яһау, эстә бар уңайлыҡтар тыуҙырыу менән мәшғүл. Раил Хазморат улы ремонттың тиҙ арала эшләнеүе һәм сифатлы булыуына үҙе контроллек итәсәген белдерҙе.
Көн кискә ауышһа ла, район хакимиәте башлығының эш сәғәте тамамланмауы сәбәпле, беҙ Раил Хазморат улы менән Сиҙәм мәктәбендә хушлашырға булдыҡ. Ситтән ҡарағанда ғына етәксе урыны “йомшаҡ” күренә икән. Ай-һай, еңел түгел түрә булыуҙары...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518