Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи күпер емерелмәһен
Рухи күпер емерелмәһен
Башҡортостанда Ҡурған башҡорттарының мәҙәниәт көндәре башланды. Өлкә делегацияһы, республиканың дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Башҡортостандың Милли музейында ойошторолған “Ҡурған башҡорттары: тарих, заман һәм рухи үҫеш мәсьәләләре” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты. Сарала һүҙ башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса атҡарылған эштәр тураһында барҙы.


Рухи күпер емерелмәһенБөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев үҙ сығышында милли йолалар һәм телде һаҡлауҙың әһәмиә­тен билдәләп үтте. Ошо йыл­дың 4 июлендә ҡабул ителгән Башҡортостан Рес­публикаһы Хөкүмәте менән Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте араһындағы Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкә­ләге килешеү төбәк-ара хеҙмәттәшлектең хоҡуҡи базаһы булып тора. Был юҫыҡтарҙа бәйләнеш күптән булды­рыл­ған. Башҡортостандың сәнғәт коллективтары Ҡурған өлкәһенә гас­трол­дәргә даими сыға, фестиваль, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ йыл һайын һабан­туйҙар, башҡорт мәҙә­ниәте көндәре, фәнни-ғәмәли конференциялар һәм башҡа саралар уҙғарыла, тип билдәләне Румил Тәлғәт улы.
Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы хакимиәте башлығы Рәшит Хәйернасов “Юлдаш” радиоһы тулҡындарының Ҡурған тарафтарына барып еткәненә халыҡтың ҡыуаныуын белдерҙе. Өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ильяс Бәҙретдинов төбәктә йәшәгән башҡорттарҙы борсоған мәсьәләләргә туҡталды.
– Ҡурған өлкәһендә йәмғеһе 109 милләт халҡы көн итә. Һан буйынса башҡорттар өсөнсө урында. Сафакүл һәм Әлмән райондарында дүртәр мең милләттәшебеҙ йәшәй. Күпселеге – ауыл халҡы. Башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһен хәл итеү көнүҙәк булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белгестәр етешмәй, – тине үҙ сығышында Ильяс Йомабай улы.
Ҡунаҡтар араһында Сафакүл районының Надеждин урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Йәмил Садиҡов та бар ине.
– Ҡулдан килгәнсә тырышып йәшәйбеҙ. Әммә халыҡ яҡшыраҡ тормош эҙләп ситкә күсенә. Күптәр Силәбе тарафтарына юллана. Унда эш, балалар баҡсаһы, юғарыраҡ хеҙмәт хаҡына ымһына. Шуға ла ауылда йәштәр кәмей. Уйлап ҡарағыҙ: һуңғы туй өс йыл элек үтте! Баш­ҡор­тостандан артистар, делегациялар килеүен-килә, әммә ауылдарға барып етмәйҙәр. Әйткәндәй, беҙҙең яҡҡа һуғылған һуңғы шағир Сафуан Әлибаев булған. Ул 1996 йылда килеп киткән.
1998 йылда мәктәпте ҡалдырып, икенсе эшкә күскәйнем. Ул ваҡытта Надеждин ауылы мәктәбендә 198 бала ине. Бөгөн ни бары 23 уҡыусы! Ауылда ла 700-ҙән 150 кеше тороп ҡалды. Уларҙың күпселеге – оло йәштәгеләр. Әлбиттә, бындай шарттарҙа балаларға туған телде өйрәтеү ауыр. Әлеге мәлдә V – IX кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам. Мөмкин тиклем ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышам. Кон­церттарға йөрөйбөҙ. Быйыл башҡорт телендә шиғыр һөйләү конкурсы үткәрҙек. Балаларға бик оҡшаны. Артабан был конкурс үҙенә күрә матур йолаға әүерелер тип ышанабыҙ, – тип һөйләне уҡытыусы.
Ҡурған өлкәһендә башҡорттарҙың йәшәйеше менән танышҡандан һуң, сараға йыйылғандар артабан ундағы райондарҙы шефлыҡҡа алырға кәрәк тигән һығымтаға килде. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтына иһә Ҡурған өлкәһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының оҫталығын үҫтереү өсөн дистанциялы уҡытыу ойоштороуҙы йөкмәттеләр.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Ҡурған өлкәһе губернаторы Алексей Кокоринға сара барышында күтәрелгән мәсьәләләрҙе еткерергә тигән ҡарар ҡабул итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Альфия Юсупова
    Альфия Юсупова от 24.11.2014, 02:01
    Ҡурған башҡорттары менән булған сара һис шикһеҙ кәрәк һәм файҙалы. Әммә күҙгә салынып тормаған, йәшерен ғәҙелһеҙлектәр Башҡортостан халҡын борсой. Мәәҫәлән: туған тел дәрестәре бөтөп бара. БӨТТӨ тиһәк тә була. Башҡорт теле дәрестәрендә 25 - әр бала ултыра. Дәрестәрҙе алып барырлыҡ түгел. Шартлап үлерлек.
    БСТ ла ШАМИЛ Кучуков менән ул етәкләгән тапшырыуҙар бөтөрөлдө. Ә "Ҡайтайым ауылыма" тапшырыуы халыҡтың иң яратҡан тапшырыуы. Ни эшләп был турала бер гәзит тә һүҙ ҡуҙғатмай? Шамил Кучуков - бик яғымлы,һөйкөмлө журналист,тапшырыуҙы ысын күңелдән алып барҙы,шуның өсөн,беҙгә бигерәк тә йәл,был программаның дауам итмәүе.Был дөрөҫ түгел һәм минең менән күп кешеләр риза булыр,программаны яңынан кире ҡайтарһалар!!!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840