Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер оялағы ҡоштарҙай
Бер оялағы ҡоштарҙай
Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналда, радио-телевидениела, Интернетта етем балалар учреждениеларында тәрбиәләнгәндәрҙең байтаҡ өлөшө алкоголизмға, наркоманияға бирелә, енәйәтселәр һанын арттыра тигән хәбәр киң таралды. Дөрөҫөн әйткәндә, был беҙҙең, уҙған быуаттың 40 — 50-се йылдарында балалар йортонда тәрбиәләнеүсе­ләрҙең, башына һыймай.

Эйе, дәһшәтле һуғыш йылдарында беҙ ҙә атайһыҙ, күптәребеҙ әсәйһеҙ ҡалдыҡ һәм туғандарыбыҙ йәки таныштарыбыҙ юллауы буйынса, дәүләт органдары (милиция, халыҡ мәғарифы бүлектәре) хәстәре менән балалар йортона эләктек. Башҡортостанда был ойошмаларҙың бер нисәһе Өфөлә, күптәре райондарҙа, шул иҫәптән Архангелдә лә асылғайны.
Шау-гөр килеп донъяла яңы тыуған социализм сәскә атҡан саҡта фашистик Германия илебеҙгә яуыздарса баҫып инде. Барлыҡ совет халҡы аяуһыҙ көрәшкә күтәрелде. Миллионлаған кеше кеүек, атайым да, Ҡыҙыл Армия офицеры, 1943 йылда 29 йәшендә яу ҡырында батырҙарса башын һалған. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ил, халҡы алдындағы бурысын һуңғы һулышына тиклем намыҫ менән үтәгән. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Архангел районында ул әсәйем менән мәктәптә балалар уҡытҡан, дүрт бала үҫтер­гән, яҡты тормош өсөн ялҡынлы көрәшкән коммунист булған. Атайым һуғышҡа киткәс, тормоштоң бөтә ауырлығы әсәйемдең иңенә төшкән. Утлы яу йылдары һәм унан һуңғы осор нисек кенә ауыр булмаһын, атайымдың “балаларҙы уҡытырға кәрәк” тигән васыятынан тайпылмай, Фәсәхәт әбейем кәңәше менән 1947 йылда ул беҙҙе — мине, Марат ағайымды, Рафаэль ҡустымды – Өфөгә алып килгән.
Икәүебеҙ — 5-се, ҡустым 1-се балалар йортона эләктек. Беҙҙең учреждение ул ваҡытта Революцион һәм хәҙерге Әй урамдары киҫешкән ергә яҡын дүрт ҡатлы мөһабәт йортта (хәҙерге 44-се мәктәп бинаһында) урынлашҡайны. Өҫкө ҡатта ятаҡтар һәм башланғыс класс уҡыусылары бүлмәләре бар ине, юғары класс уҡыусылары икенсе-өсөнсө ҡаттарҙа йәшәп, Зенцов урамындағы 9-сы башҡорт мәктәбенә йөрөп уҡыны.
Класташтарымдың күбеһен 1947 йылғы “беренсе саҡырылыш” етем балалар тәьмин итте. Ҙур бер ғаиләләге кеүек, ун йыл бергә йәшәнек. Башта бер карауатта икешәрләп йоҡланыҡ. Салауат районынан Рифҡәт Йы­һанбаев менән икебеҙгә бер пальто бирҙе­ләр: шулай итеп, алмашлап урамға сыға алдыҡ. Аяҡҡа кейер өсөн яп-ялтыр кәлүш, быйма, кирза итек, туфли ике йыл үткәс кенә булды.
Бер оялағы ҡоштарҙай1949 йылда башҡортса уҡыған балаларҙы Социалистик (хәҙерге Мостай Кәрим) ура­мындағы ике ҡатлы 7-се йортҡа күсерҙеләр. Ә 9-сы мәктәп, Красин урамындағы 33-сө йортҡа күсерелеп, мәктәп-интернатҡа әүерел­де. Белем усағы 1956 йылдан — 1-се башҡорт мәктәп-интернаты, 1992 йылдан 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты булды. Ә 1994 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ғарипов исемен йөрөтә башланы.
Беҙ уҡыған осорҙа Союздың һәм Башҡортостандың хөкүмәт даирәләре милли кадрҙар әҙерләргә тырышты. “Был ниңә шулай?” —тип һораһағыҙ, иң элек шуны әйтер инем: республика кимәлендәге балалар йортона һәләтле балаларҙы ғына һайлап алдылар. Тәртип боҙғандарҙы, уҡыуҙа өлгәшә алмағандарҙы район балалар йортона ҡайтарҙылар. Шулай ҙа, мәҫәлән, 1951 йылда беҙҙең кластан алты баланы икенсе йылға ҡалдырҙылар. Рус теленән, математиканан өлгәшә алмайҙар ине. Дәүләттең иҫ киткес гуманлылығына, уларҙың уҡыуҙарына һәм тәьмин ителешенә бер ниндәй ҙә сикләү булмауына хайран ҡалырлыҡ! 1951 йылда беҙҙең V класс балаларын 9-сы мәктәп- интернатҡа күсереп, икенсе йылға ҡалғандар урынына райондарҙан килгәндәрҙе алдылар.
Беҙ, һуғыш балалары, атай-әсәйһеҙ ҡа­лып, бәләкәйҙән тор­- моштоң әсеһен-сө­сө­һөн татып үҫтек. Ғәмәлдә бағыу­сыһыҙ ҡалған ҡыҙ­ҙарҙан, ма­лай­ҙарҙан илебеҙ халыҡ бәхете, Тыуған ил өсөн, Сталин өсөн йәнен фиҙа ҡылған атайҙарыбыҙға тоғро булырлыҡ илһө­йәрҙәр тәрбиәләү өсөн бөтәһен дә эшләне. Кумир­ҙарыбыҙ Василий Чапаев, Николай Ос­тров­ский, Павел Корчагин, Александр Мат­ро- ­сов (беҙҙең кеүек үк ҡараусыһыҙ бала), Зоя Космодемьянская, Лиза Чайкина, генерал Миң­леғәле Шайморатов, Муса Гәрәев (беҙҙең пионер дружинаһы уның исемен йөрөттө), панфиловсылар һәм “Йәш гвардия” комсомолдары ине.
“Бәхетле бала саҡ өсөн иптәш Сталинға рәхмәт”, — тип ысын күңелдән ҡабатланыҡ. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр беҙҙе бер ҡатлылыҡта ғәйепләр, әммә ул саҡта тормош менән, ил менән бергә атланыҡ: тулҡынланып пионер сафына баҫтыҡ, комсомол значогын ғорур тағып йөрөнөк, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаштыҡ, спорт секцияларында, кластан тыш әҙәби, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә, Пионерҙар йортонда, Республика балалар техник станцияһында төрлө һөнәргә эйә булырға тырыштыҡ. Балалар йортонда ла аяҡ кейеме йүнәтеү, ағас, тегенселәр эштәрен үҙләштерҙек. Республика, ҡала, район фестивалдәрендә, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаштыҡ, еңеүсе булдыҡ. Шул уҡ ваҡытта намыҫлы еңелә белергә лә өйрәнгәнбеҙҙер, тип уйлайым.
Мәктәп йылдары үтте, өлгөргәнлек аттес­таты алынды. Тормошобоҙҙағы иң мөһим дәүер тамамланды. Балалар йортонда һәм интернатыбыҙҙа үҙебеҙҙе бер ҡасан да етем һиҙмәнек. Өшөһәк, бөтәбеҙ ҙә өшөгәнбеҙ, асыҡһаҡ, бөтәбеҙ ҙә асыҡҡанбыҙ, тик бер ваҡытта ла беҙҙе ҡыйырһытманылар. Иң мөһиме – бындағы балалар ысын мәғәнәһендә алтын тәрбиә алды. Күпме талантлы шағир, яҙыусы, рәссам, инженер, төҙөүсе, ғалим сыҡты был уҡыу йортонан! Былар бөтәһе лә һеҙ ҡәҙерләп үҫтергән емештәр, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ һәм тәрбиәселәребеҙ Сажиҙә Зайлалова, Нәсимә Мағазова, Мәхмүҙә Мөхәмәҙиева, Разия Ниғмәтуллина, Зыя Усманов, Мәрйәм Халиҡова, Роза Әхмәрова, Фәриғә Дауытова, Ғәлимә Хәсәнова, Рәйсә Ғафарова, Суфия Әхтәмова, Мәрйәм Ғималова, Ләйлә Ваһа­пова, Лениза Абушаһмина, Сәғмән Шәйәх­мәтов, Мәхтүмә Яхина, Фәрзәнә Ибраһимова, Әминә Йыһаншина. Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ ғүмер буйы йөрәктәребеҙҙә, биргән ғилемегеҙ юлда һүнмәҫ йондоҙ булып ҡала.

Эрнст ЮЛБАРИСОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй тау фәндәре академияһы академигы, техник фәндәр докторы, геология-минералогия фәндәре кандидаты.


(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509