Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ ҙә эшләмәһәк, тағы кем?..
Беҙ ҙә эшләмәһәк, тағы кем?..
Башҡортостан юлдаш телеканалында барлыҡҡа килгән «Башҡорт телен өйрәнәм» тапшырыуҙар циклын тамашасы иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Проект йәш полиглот, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты Вячеслав Чернев яҙған методикаға нигеҙләнә. Башҡорт телен пропагандалауҙың үҙенсәлекле өлгөһө уйлап табылһа ла, килеп сығырмы, юҡмы, ғалимдар нисек ҡабул итер, тигән икеләнеүҙәргә лә урын ҡалды. Башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында эшләп килгән «Мираҫ» хәйриә фонды күңелдә ышаныс уятты, «Беҙ ҙә эшләмәһәк, тағы кем?» тигән ынтылыш ең һыҙғанырға этәргес бирҙе. Фондтың Попечителдәр советы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева ярҙамына таяндыҡ.

Бер кемгә лә сер түгел, дәүләт теле булараҡ, башҡорт теле яҡлауға мохтаж. Бөгөн бөтә яуаплылыҡ мәғариф учреждениеларына ғына ҡайтып ҡала. Бәлки, әлегә 12 сығарылышты күҙаллаған эксперименталь телевизион мәғариф проекты киләсәктә юғарыраҡ кимәлдә лә яҡлау табыр һәм туҡталып ҡалмаҫ. Әммә бөгөн тулы ышаныс менән, төп маҡсатҡа ирештек, тип әйтеп була. Беҙҙең ҡатна­шыусылар яйлап ҡына башҡортса һөйләшә, аңлаша башланы ла инде. Шулай ҙа иң мөһиме — башҡорт теле нимәгә кәрәк тигән стереотип ҡарашты юҡҡа сығарыу. Проектта ҡатнашыу­сылар — төрлө милләт, һөнәр вәкил­дәре. Улар ярҙамында беҙ төп бурысты атҡара алдыҡ. Хеҙмәте Рәсәй кимәлендә баһаланған теш табибы Теймур Абдурахманов, башҡорттоң “Урал батыр” эпосына мөкиббән Аладдин Самедов, баш ҡала йәштәре араһында популяр шоумен, шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университеты аспиранты Селестин Жульен, йәш хәбәрсе Софья Покровская менән Башҡорт дәүләт университетының студенттар клубы етәксеһе, магистр Ирина Сухареваға рәхмәт һүҙҙә­ребеҙҙе еткерәбеҙ.
Телебеҙҙе белмәһәләр ҙә, өйрәнергә теләүселәр бихисап. Алып барыусы егетебеҙҙең — башҡорт телендә иркен аралашҡан, телдең байлығын бар тәрәнлегеңдә тойған һәм ошо йәһәттән үҙ фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашҡан Вячеслав Черневтың һүҙҙәре беҙгә маяҡ кеүек: тел — ул өн, хәреф, һүҙ һәм һүҙҙәр теҙмәһе генә түгел, ә менталитет, донъяға ҡараш.
Яңы телде өйрәнеү — донъяны яңыса таныу өсөн тағы бер тәҙрәне асыу. Төрки мәҙәниәттең айырыл­ғыһыҙ өлөшө булған башҡорт теле лә — ҡарашты, аралашыу даирәһен киңәйтеү майҙаны. «Башҡорт телен өйрәнәм» Башҡортостан юлдаш телеканалында шәмбе көндө 12 сәғәт 45 минутта эфирға сыға. Ҡабатлау сығарылыштарының ваҡыты — һәр йома 13 сәғәт 45 минутта.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 082

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 440

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 974

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 882

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 636

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 232

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 456

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 426

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 325

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513