Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәт лайыҡлы баһаланһын
Кадрҙар сәйәсәтенең төптән уйланылмауы сәбәпле, һуңғы йылдарҙа хеҙмәт баҙарында проблема барлыҡҡа килде. Һөҙөмтәлә республикала буш вакансиялар, эш эҙләүселәргә ҡарағанда өс тапҡырға артып, 300 меңгә еткән. Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Башҡортостанда өсөнсө йыл рәттән кадрҙар йыйыны үткәрелә. Уның сираттағыһының эшендә “АНКОР” коммерция холдингының директорҙар советы рәйесе Павел Игнатьев, Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Халыҡ мәшғүллеге департаменты директоры Михаил Кирсанов, Рәсәй Фәндәр академияһының Донъя иҡтисады һәм халыҡ-ара бәйләнештәр институты директоры урынбаҫары Евгений Гонтмахер ҡатнашты. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, йыйында сығыш яһап, кадрҙар системаһында асыҡлыҡ, ғәҙеллек булдырырға, әшнәлеккә юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы.

Рөстәм Зәки улының фекеренсә, Совет зама­нындағы планлаштырыу нигеҙҙәре артыҡ булған һәм йәмғиәтте боҙған. Әммә уларҙан баш тартыу һөҙөмтәһендә «беҙ ниндәйҙер идара итеп һәм контролдә тотоп булмаған хәлгә төштөк». Берҙәм маҡсаттың юҡлығы предприятиеларҙың тарҡалы­уына килтерә, шуға күрә тауар һатыу баҙарын юғалтабыҙ.
— Совет дәүерендә Башҡортостандың нефть эшкәртеү, нефть химияһы, химия комплексы берҙәм кластерға тупланғайны. Предприятиелар үҙ-ара бәйләнештә булып, ресурс ағымын дөрөҫ формалаштырған ине, — тине республика Президенты. – Бөгөн был кластер бик күп өлөшкә бүленгән. Уның биш хужаһы бар. Совет заманына ҡарағанда нефть эшкәртеү, нефть химияһы, химия комплексы өс тапҡырға аҙыраҡ тауар етештерә. Бынан кем ота? Беҙме? Юҡ. Был предприя­тиеларҙың хужаларына, бәлки, насар түгелдер. Әммә ошо эштә, һис шикһеҙ, маҡсатлы план кәрәк.
Ярты йыл эсендә йорт йәки ҡунаҡхана күтәреп ҡуйырға, ҙур предприятиеға нигеҙ һалырға мөмкин. Ә бына кадрҙар әҙерләү еңел түгел, был эш тиҫ­тәләрсә йыл талап итә. Белгестәр мәсьәләһе киләһе йыл Өфөлә үтәсәк саммит алдынан айырыуса көнүҙәк. Хеҙмәтләндереү кимәле юғары булырға тейеш. Әҙерлекле кадрҙар хеҙмәтләндереү өлкәһендә генә түгел, башҡа тармаҡтарҙа ла талап ителә. Айырыуса эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж ҙур. Тик эшһеҙлек күләме кәмемәй. Тимәк, ойошма-предприятиеларҙың шарттары йәки хеҙмәт хаҡы белгестәрҙе ҡәнәғәтләндермәй, икенсенән, хеҙмәт баҙары менән кадрҙар әҙерләү системаһы араһында бәйләнеш юҡ.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әле был өлкәлә эш һүлпән бара. Ул кадрҙар системаһындағы өс проб­леманы билдәләп үтте. Тәүгеһе – хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең кәмеүе. Тимәк, белгестәрҙе маҡсатҡа ярашлы әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн инде хеҙмәт баҙары менән белем биреү тармағы араһын­да бәйләнеш булырға тейеш. Был тәңгәлдә ыңғай һөҙөмтәгә бер нисә уҡыу йорто ғына өлгәшкән.
Тағы бер проблема – миграция. Башҡортостан халҡының ете проценты, йәғни 100 меңдән ашыу кеше ситтә эшләй. Киләсәк­тә бел­гестәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырыу өсөн уларға яҡшы эш һәм йәшәү шарттары тыуҙырыу талап ителә, тип билдәләнде йыйында.
Әле республикала тыуым күрһәткесе юғары, былтыр 60 мең сабый донъяға килгән. Был балалар хеҙмәт йәшенә еткәнсе кадрҙар системаһында бушлыҡ тыуҙырмау мөһим. Ошо маҡсатта 2018 йылға тиклем махсус программа ҡабул ителгән.
Тағы бер мәсьәлә – сифат кимәле. Үҙ эшенең оҫтаһы лайыҡлы баһаланырға тейеш.
Хеҙ­­мәт кешеһе, уның аҡыл һәм ҡул көсө иҡтисадты үҫтергән төп фактор булып тора. Әммә әле был ҡеүәт һөҙөмтәле һәм заман талабына ярашлы файҙаланыла тип әйтеп булмай.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, кадрҙар системаһына яңыса ҡараш талап ителә. Әле күп урында иҫкесә эшләү дауам ителә, яҡшы урындарға таныш-белеш алына, хеҙмәткәрҙәр мөмкинлеге, һәләте буйынса баһаланмай.
Төбәк-ара кадрҙар йыйынында ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Сарала ҡатнашҡан 600-ҙән ашыу белгес төрлө “түңәрәк өҫтәл”дә фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.


Автор: Л. ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840