Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Харап шәп булды әле
Харап шәп булды әле – Ошо ҡулайлаштырыу менән башты ҡатырҙылар инде!..
Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ ҡына ул. Һәр ва­ҡыт яңылыҡҡа башы-тояғы менән ҡаршы тора. Бына әле лә ҡулай­лаштырыу сәйә­сәтен фәлән дә төгән тип зыҡ ҡубыша. Минеңсә, етәкселәрҙе бушҡа әрләйҙәр. Бына уйлап торам-торам да, яман шәп булды әле, тим. Эйе, эйе! Белеп эшләй­ҙәр, улар шуның өсөн уҡыған бит. Ҡулай­лаштырыу әҙәм балаһына ҙур мөм­кин­лектәр тыуҙыра. Әллә күпме аҡса янда ҡала. Мәҫәлән, хәҙер беҙҙең силсәүет, пушты, укол һала торған медпункт, кантур, магазин, мәктәп, йәсле, әптек бер урында. Нисә көн элек кенә машина йүнәтә торған оҫтахана ла астылар. Уныһы бигерәк тә ҡулайлы булды. Бөтә йомоштарыңды бөтө­рәһең дә ҡайтаһың. Бер көн, дәрес ваҡытында, балаларға:
– Шуны уҡығыҙ, мин хәҙер киләм, – ти­нем дә, йәһәт кенә сыға һалып, машинамды төҙәттерҙем.
Йә, шул насармы? Магазины булыу ҙа уңайлы. Кисә ҡунаҡта йөрөгәйнем, үҙегеҙ беләһегеҙ, унда ауыҙҙы күккә сөйөп ултырып булмай ҙа инде, аҙ-маҙ йотҡоларға тура килде. Тағы ла балаларға:
– Ошо күнегеүҙе эшләгеҙ, – тинем дә, тиҙ генә магазинға инеп, башты йүнәтеп алдым.
Аңлағанһығыҙҙыр инде, балаларға бе­лем бирәм мин. Шул ҡулайлаштырыу арҡаһында хәҙер киң профилле уҡытыу­сыға әүерелдем. Элек мәктәбебеҙ ун бер йыллыҡ булһа, былтыр туғыҙ йыллыҡ итеп ҡалдырҙылар. Ҡалмаҫ ине лә, уҡыу­сылар бигерәк аҙ. Уҡытыусылар, врачтар бөтәһе лә балаларын район үҙәгендәге гимназияға биреп бөттө. Үҙемдең ике балам да шунда уҡый. Быйыл анау ыскутник Сәмәй ҙә улын гимназияға алып киткән булды, бала һанын кәметеп.
– Кит, иҫәр, ниңә улайтаһың, исмаһам, үҙеңә ярҙамлашыр, – тигәйнем, әллә кем булып ҡулын ғына һелтәне:
– Һеҙҙән ҡайһы ерем кәм? Мин дә ба­ламдың ҙур кеше булыуын теләйем, – ти.
Бығаса физкультуранан ғына уҡыт­һам, хәҙер, физиканан, урыҫ, инглиз те­ленән, тарихтан белем бирәм. Йыр дәресен дә алып барырға ҡуштылар. Өйҙә уҡып өлгөрмәһәм, китаптан фәлән-фәлән бит­тәр­ҙе уҡығыҙ, тим. Ә бына физика ауы­рыраҡ, әлбиттә. Үҙем ун бер йыл шунан бер нәмә лә белмәнем. Ана, яуаптары яҙылған китаптар донъя хәҙер, шунан күсерәбеҙ ҙә ҡуябыҙ.
Элек мәктәпте газ менән йылытһаҡ, хәҙер – утын менән. Ниңә, бик дөрөҫ эшлә­неләр. Өҫтөңә ағас ауып килһен дә былай ҙа барлы-юҡлы газды шул теләһә кемдең балалары өсөн әрәм итеп тор әле.
– Ауылды ҡороталар, – тип етәкселәр­ҙе, депутаттарҙы әрләүҙәре менән төптө килешмәйем.
Бөтәһенә лә үҙебеҙ ғәйепле. Әлегә бе­рәүҙең дә килеп:
– Бар, ауылдан сығып китегеҙ, – тип ҡыуалап йөрөгәне юҡ. Киреһенсә, тыуған ерегеҙҙә ҡалығыҙ, тип өлтөрәп торалар.
Депутат тигәндән, теге ваҡыт Ярлыяҡ ра­йонына барғайным, депутат итеп һай­ланғ­ан ханымды серетепме-сереттеләр.
Имеш, теге лә был, дүрт йыл элек, һай­ланырҙан алда, бер тапҡыр күрһәләр, хәҙер йөҙөн дә онотҡандар. Ғәжәп: әллә уны үҙҙәре һайлап ҡуйғас та, ул шунда йәшәргә, уларҙың өйөнә һыу, газ үткәрер­гә, урам буйындағы ҡарҙы таҙартып, һу­ғышҡан кешене аралап йөрөргә тейеш тип кенә уйлайҙар инде. Депутат тигәс тә, уның ире, балалары юҡмы ни? Һәр кем иң тәүҙә үҙенең ғаиләһен хәстәрләргә тейеш. Балаларына өй һалып ҡалырға, йылына бер килгән отпускыла йылы яҡта ял итеп өлгөрөргә лә кәрәк. Шулай итеп, дүрт йыл “һә” тигәнсе үтә лә китә. Унан тағы әллә һайлайҙар, әллә юҡ...
Эйе, эйе, шул тиклем ат кеүек егелеп эшлә лә саҡ ҡына ял итеп тә алма, имеш. Улар һаулығын юғалтһа, беҙҙе кем хәс­тәрләр? Төртһәң, тәгәрәргә торған сихут, шыр һөйәк депутаттар кәрәкмәй. Ундай­ҙар халыҡты яҡлап яғалаша аламы ла пенсияны, эш хаҡын арттырыу хаҡын­да закон ҡабул итергә һәләтлеме? Ана бит, телевизорҙан күргәнегеҙ барҙыр, тор­мо­шо­боҙҙо яҡшыртабыҙ, тип ҡайһылары сеймә-сей килеп дөмбәҫләшә. Кемдер ишшеү уларҙың кеҫәһендәге аҡсаны һанай. Йәнәһе, йөҙәр меңләп алалар. Шул тиклем эшлә лә алма, имеш. Уныһы ла аҙ әле ул! Мин үҙем, хәлемдән килһә, тағы ла күберәк түләр инем. Улар беҙгә һәр тинде иканумлау өсөн тырыша, шунһыҙ алға китеү була тиме.
Бына шулай, йәмәғәт! Ҡулай­лаштырыуҙы берүк әрләмәгеҙ. Харап уңайлы нәмә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509