Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт
Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов хеҙмәт кешеһен яҡлау мәсьәләһен көнүҙәк бурыс тип билдәләне.
– Кешеләр, республика эшсәндәре – беҙҙең төп стратегик ресурсыбыҙ һәм бер үк ваҡытта властың төп иғтибар объекты ла, – тине Рөстәм Зәки улы. – Шуға күрә эшләгән халыҡтың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен яҡлауҙы, хеҙмәт мәсьәләһен Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәнең төп темаһы итеп һайланым.
Артабан киләһе йыл өсөн төп сәйәси документтан өҙөмтәләр тәҡдим итәбеҙ.


Ҡаҙаныштар, ыңғай һөҙөмтәләр бар

“2010 йылда, эшкә тотонғас, республи­каның яңы Хөкүмәте байтаҡ социаль проб­лема менән осрашты. “Эш. Хеҙмәт хаҡы. Торлаҡ” кеүек барыбыҙ өсөн дә ябай һәм аңлайышлы өҫтөнлөк алғы планға сыҡты. Бөгөн ошо йүнәлештәр буйынса ыңғай һөҙөмтәләр бар тип әйтергә мөмкин.
Һуңғы дүрт йылда эшһеҙҙәр һаны 40 процентҡа ҡыҫҡарҙы. Быға инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу күп йәһәттән ярҙам итте. Улар 50 меңгә яҡын эш урыны булдырҙы, өҫтәүенә шуның 70 процентынан ашыуы — ауыл райондарында һәм бәләкәй ҡалаларҙа. Дөйөм эш хаҡы — 1,4 тапҡырға, шул иҫәптән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренеке 1,7 тап­ҡыр­ға артты. Йорттар төҙөү күләме һи­ҙе­лерлек үҫте, дүрт йыл эсендә 9 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа инде.
Социаль өлкәлә финанс сығымдары йылдан-йыл арта. Республика йыйылма бюджеттың 70 проценттан ашыуын ошо маҡсатҡа йүнәлтә. Мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға, мәҙәниәткә, мохтаждарға ярҙам күрһәтеүгә, спортҡа, тирә-яҡ мөхитте һаҡ­лауға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫ­те­реүгә бүленгән аҡса күләме 2010 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырҙан ашыуға артҡан һәм быйыл 130 миллиард һумдан күберәк тәшкил итәсәк.
Демографик күрһәткестәр йыш ҡына макроиҡтисади үҙенсәлектәрҙән бигерәк ижтимағи үҫеш кимәле хаҡында һөйләй. Халыҡтың артыуына төрлө факторҙар йоғонто яһай. Медицина хеҙмәтлән­де­реүе, сифатлы торлаҡ һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителеү, социаль яҡлауҙың ойошторолоуы, сәләмәт тормошто танытыу, социаль оптимизм һәм башҡалар — был факторҙар араһында иң мөһимдәре. Республика Хөкүмәте ошо йүнәлеш­тәр­ҙең барыһы буйынса ла маҡсатҡа ярашлы эш алып бара”.

Хаҡлы ялдағылар ҙа
эшкә хоҡуҡлы

“Беҙгә пенсия йәшендәге белгестәрҙең ҡеүәтен тулыраҡ файҙаланырға кәрәк. Әле уларҙың өстән бер өлөшө генә мәшғүл, әммә эшләргә теләгәндәр бик күп. Пенсия кенәгәһе кешене кисекмәҫтән вазифаһынан бушатыу йәки эшкә алмау өсөн сәбәп булырға тейеш түгел. Былтыр ғына вакансияға ҡуйылған талаптарҙа дәғүәсенең йәшен күрһәтеүҙе тыйыу тураһындағы норма законға индерел­гәйне.
Республика Хөкүмәте өлкәндәр өсөн лайыҡлы йәшәү шарттары булдырыу, улар­ҙы социаль яҡлау буйынса эшмә­кәрлеген дауам итә. “Өлкәндәр өсөн ха­лыҡ университеты”, “Социаль туризм”, “Ҡартлыҡ – шатлыҡ килтергән ҡала” кеүек федераль кимәлдә танылған программа­ларыбыҙ артабан да үҫтереләсәк.
Физик мөмкинлектәре сикләнгән кеше­ләрҙе эшкә урынлаштырыуға ҡараш үҙ­гәрергә тейеш. Бөгөн 36 мең самаһы инвалид эшләй ала. Әммә мәшғүллек хеҙмәтенә йыл һайын ни бары 3 мең кеше генә мөрәжәғәт итә, шуларҙың күп тигәндә 40 проценты ғына эш менән тәьмин ителә. Әйткәндәй, предприя­тие­ларҙа һәм ойошмаларҙа тейешле квота ҙур түгел, уныһы ла ни бары 70 про­центҡа ғына үтәлә. Инвалидтарҙың хеҙ­мәткә ысын ихтыяжын асыҡларға, уларға эш урындары эҙләүҙә, һөнәри үҫештә ярҙам күрһәтергә кәрәк”.

Мәшғүлдәр фәҡир булмаҫҡа тейеш

“Фәҡирлек кимәле юғары булып ҡала. Ул килеме йәшәү минимумынан түбә­нерәк булған халыҡты сағылдыра. Былтыр аҙ килемле 400 меңдән ашыу кеше иҫәпләнгән. Республикала 80 меңдән ашыу граждандың хеҙмәт хаҡы йәшәү минимумынан түбәнерәк.
Эшләгән кеше фәҡир булмаҫҡа тейеш. Ә беҙҙә аҙ тәьмин ителгән халыҡ структураһында предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре 60 проценттан ашыу тәшкил итә. Был йәһәттән ауыл, урман хужалыҡтарын, еңел сәнәғәтте айырып билдәләргә кәрәк. Кешеләргә фәҡирлек упҡынынан сығыуҙа ярҙам күр­һәтергә, мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр менән социаль контракттар төҙөү алымын үҫтерергә кәрәк. Ул үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте.
Тармаҡта эш хаҡын көйләү — мәсьә­ләне хәл итеү ысулдарының береһе. Министрлыҡтар, предприятиелар етәксе­ләренә мөрәжәғәт итәм: хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын ғәҙел түләү мәсьәләһе һеҙҙең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш”.

Ауыл ерендә килем
үҫһен өсөн...


“Республика халҡының 40 проценты йәшәгән ауыл ерендәге тормош сифаты хаҡында айырым әйтмәксемен. Бөгөн унда килемгә бәйле хәл бик ҡатмарлы. Был йәһәттән статистика мәғлүмәттәре тулы түгел. Агропредприятиеларҙа, фермер хужалыҡтарында эшләгән өсөн хаҡты бик аҙ йәки тауарлата алған ке­шеләр шәхси хужалыҡтарында ла көс түгергә мәжбүр. Ләкин ит, һөт, йәшел­сәнең артып ҡалған өлөшөн һатыуҙан өҫтәмә табышты иҫәпкә алғанда ла ауыл халҡының килеме ҙур түгел.
Райондарҙа шәхси хужалыҡтарҙа етеш­терелгән продукцияны ғәҙел хаҡҡа һатып алыу системаһын ойоштороу мәсьәләһе күп тапҡыр тикшерелде. Әммә бөгөн был йәһәттән эш һүлпән бара. Ауыл хужалығы продукцияһын аралаш­сыһыҙ һатып алыу, эшкәртеү, республика күмәртә-логистика үҙәге аша сауҙа селтәренә сығарыу менән шөғөлләнгән махсус предприятиелар ойоштороу шарт”.

“Күләгәләге” иҡтисадҡа ҡаршы көрәшәйек!

“Дәүләткә һәм халыҡҡа йылдан-йыл ҙурыраҡ зыян килтергән “күләгәләге” иҡтисадҡа, “йәшерен” эш хаҡтарына ҡар­шы көрәш — мөһим тема. Анализ күр­һәтеүенсә, бөгөн халыҡ килеменең өстән бер өлөшө тиерлек иҫәп-хисаптан йә­шерелгән. Тимәк, мотлаҡ медицина, социаль һәм пенсия страховкаһы фондтары иғәнәләрҙе алып еткермәй, иң мөһиме — республика ҡаҙнаһына һалым кереме байтаҡҡа түбәнәйә.
“Күләгәләге” иҡтисадҡа ҡаршы бөтә йәмғиәт менән бергәләп көрәшергә кәрәк. Һалым ҡануниәтендә яуаплылыҡ саралары нығытылған. Ошо өлкәләге тәртип боҙоуҙарға ҡаршы эште махсус контролгә алыу мөһим. Республика Хөкүмәте уға етәкселек итергә, ә Дәүләт хеҙмәт инс­пекцияһы, Федераль һалым хеҙмәте идаралығы, хоҡуҡ һаҡлау органдары, район һәм ҡала хакимиәттәре тейешле сара күрергә бурыслы”.

Һаулыҡты ҡайғыртыу ҙа мөһим

“Ауыл эшсәндәрен диспансерлаш­тырыуға бәйле хәл бик насар. Ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәт­кәр­ҙәре йылдар буйы табипҡа күренмәй. Асыҡ һауалағы ҡатмарлы эш шарттары, ауыр физик хеҙмәт, нормаға һалынмаған эш көнө, тулы ҡиммәтле ялдың булмауы арҡаһында кешеләрҙең һаулығы наса­рая.
Ауылдарҙа медицина хеҙмәте күрһә­теүҙең күсмә алымдарын, медицина модуль үҙәктәрен киңерәк файҙаланырға, көндөҙгө стационар селтәрен ойош­то­рор­ға, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының матди базаһын нығытырға, дөйөм практика табиптары офистары селтәрен киңәйтергә кәрәк. Әлегә республикала улар йөҙҙән ашыу, ә ихтыяж байтаҡҡа күберәк”.

Белгестәргә ҡайҙа барырға?

“Саралар күреүгә ҡарамаҫтан, республикала һөнәри белем менән хеҙмәт баҙары араһындағы айырманың әүәлгесә һаҡланып ҡалыуын танырға кәрәк. Сәбәптәре — белем биреү систе­маһы­ның инерциялылығы, ойошмаларҙың кадрҙарға ихтыяжына йылдам яраҡлаша алмауы, квалификациялы эшселәр, бел­гестәр әҙерләү менән юғары белем ара­һындағы тигеҙһеҙлек. Әле дәүләт юғары уҡыу йорттарында ғына ла белем алыусылар һаны һөнәри лицей һәм кол­ледждарҙағыға ҡарағанда 1,5 тап­ҡырға күберәк. Шул уҡ ваҡытта университет тамамлағандарҙың байтағы эшкә инә алмай, урынлашҡандарының да ярты­һынан ашыуы үҙ һөнәре буйынса эшләмәй.
Һөнәри белем биреү учреждениелары өсөн дәүләт заказына төҙәтмә индереү, белгестәрҙе маҡсатҡа ярашлы әҙерләүҙе камиллаштырыу йәһәтенән эш ойоштороу зарур.
Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт баҙарында көтөлгән үҙгәрештәрҙе күҙаллау шарт. Мәҫәлән, Стратегик башланғыстар агент­лығы тарафынан эшләнгән “Яңы һөнәр­ҙәр атлас”ында иҡтисад һәм социаль өлкә тармаҡтарында киләһе тиҫтә йылда кәрәк буласаҡ 140 яңы специализация иҫәпләнә”.

Фәндән яңылыҡтар көтәбеҙ

“Инновациялар өлкәһен үҫтереүҙә ыңғай үҫеш юҡ. Ғилми тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр менән шөғөлләнеүселәр кәмей. Республикала ғилми тикшеренеү эшенә сығым күләме тулайым төбәк продуктының 0,5-0,6 процентын тәшкил итә, был бик аҙ.
Ғалимдарға һәм етештереүселәргә мөрәжәғәт итәм. Коллегалар, инновация­ларҙы ғәмәлгә индереү һәм импортты алмаштырыу дәүләт кимәлендәге бурысҡа әүерелгән осорҙа сәнәғәтте үҙебеҙҙең ғилми эшләнмәләргә ҡәтғи йүнәлтмәй, үҙебеҙҙәге фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән продукция сығарыуға күсмәй тороп, иҡтисадыбыҙҙың конкуренция ҡеүәһен арттыра алмаясаҡбыҙ”.

Эш кешеһе баһаға лайыҡ

“Кеше йәмғиәт файҙаһына оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм уңышлы эшләй икән, уның хеҙмәте тейешенсә баһаланырға, матди йәһәттән дәртләндерелергә, йәм­ғиәттә танылыу яуларға тейеш. Бөгөн һөнәр эйәләренә ихтирам тәрбиәләү, хеҙмәт кешеһенең абруйын күтәреү буйынса аҡыллы эш алып барыу фарыз. Табыш алыу йәки йылдам байығыу теләге түгел, ә хеҙмәт, яуаплылыҡ һәм итәғәтлелек йәмғиәттәге әхлаҡи мөнәсә­бәттәрҙең төп күрһәткесенә әүерелергә тейеш.
Етештереү алдынғыларын, шул иҫәп­тән йәш белгестәрҙе дәртләндереү сис­темаһын үҫтерергә кәрәк. Үҫмерҙәр ара­һында эшсе һөнәренең, хеҙмәт ке­шеһенең абруйын арттырыу өсөн хеҙмәт йәштәре форумдарын һәм һөнәри ярыштар ойоштороу, үҙебеҙҙең ҡаҙаныш­тар хаҡында һөйләү зарур”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840