Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алмашсым ышанысты аҡлаһын”
“Алмашсым ышанысты аҡлаһын”
Үҙемдән һуң нимә ҡалыр? Йәш быуынды ниндәй ҙә булһа һөнәргә йәки бүтән төрлө эшкә өйрәтә алдыммы? Киләсәк тураһында ҡайғыртҡан йүнсел хужа ошо һәм бүтән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында йыш уйланалыр, моғайын. Был тәңгәлдә “Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директоры Александр Мурзинға борсолаһы түгел.


“Алмашсым ышанысты аҡлаһын”Телефондан бәйләнешкә ин­гәндә, баш ҡалаға командировкаға сығыуы сәбәпле, урынында бул­маясағын әйтте, үҙенең уң ҡулы – агроном Салауат Фазылов хужалыҡтың бөгөнгөһө, киләсәккә уй-ниәттәре менән таныштырыр, тине һәм былай тип өҫтәне:
– Әҙәм балаһының береһе лә мәңгелек түгел, иртәме-һуңмы, барыбер ҙә дилбегәне кемгәлер тотторасаҡмын. Өмөт бағлаған алмашсым ышанысты аҡлаһын, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ тигәндәй, ҡулынан килмәгән эше булмаһын. Ә ундайҙар беҙҙә бар, шуға ла күңелем тыныс.
Йәштәр тигәндән, Салауат Ил­дар улының хеҙмәт биографияһы нәҡ ошо хужалыҡта башланған, Башҡорт дәүләт аграр универ­ситетының агрономия факультетын тамамлағандан һуң, ул тыуған яғына юлланған. Дипломлы бел­гескә предприятие йорт төҙөүҙе хәстәрләгән. Һөйөнмәҫлекме ни! Шулай уҡ механизатор Александр Андреевҡа ла был йәһәттән хужалыҡ етәкселеге ифрат ҙур ярҙам күрһәткән.
Тоҡомсолоҡ заводының эшмә­кәр­легенә әйләнеп ҡайтҡанда, ошо көндәрҙә һыйыр малы йәйге лагерҙан фермаға алып ҡай­тыл­ған. Бының өсөн алдан уҡ һарайҙар рәтләнгән, һауын аппараттары урындарына эленгән, ти­реҫ түгеү ҡорамалдары көй­ләнгән. Мал аҙығы мул әҙер­ләнгән: 6 мең тонна силос, 500 тоннанан ашыу бесән, 600 тонна тирәһе һалам – быға асыҡ миҫал. Ҡыштың оҙон, ҡаты һыуыҡтары һәм ыжғыр бурандары менән иҫтә ҡалыуын иҫәпкә алып, “Максим Горький”ҙар аҙыҡты тейе­шенән артыҡ туп­лауҙы ғәҙәткә индергән, быйыл да ныҡ тырышҡандар.
Салауат Фазылов билдәлә­үен­сә, ауылда ғүмер итеү сылбырҙы хәтерләтә. Бер эште бөтөрөүгә икенсеһе башлана, унан сират­тағыһы... Күптән түгел ерҙе туңға һөрөү тамамланған, Виктор Черемнев менән Зиннур Әхмәтов ал-ял белмәй тир түккән. Артабан механизаторҙар автопаркты тәр­тип­кә килтереү мәшәҡәттәренә күмеләсәк, машина-трактор оҫтаханаһы гөрләп торасаҡ, ҡыҫ­ҡаһы, ҡыш осоронда ла һәр кемгә шөғөл табыласаҡ.
Хужалыҡ йыл да тиерлек берәй өр-яңы техника ала. Мәҫәлән, былтыр “МТЗ-82” маркалы “Беларусь” менән автопаркты яңырт­ҡандар, уның ҡеүәтле булыуы хайран ҡалдырған, шуны иҫтә тотоп, быйыл да шундай уҡ трактор һатып алғандар.
Водитель Азат Закиров, һауын­сылар Валентина Иванова, Наташа Япанова, ферма мөдире Салауат Сабиров, Сергей һәм Юрий Потаповтар менән тау аҡ­тарырға мөмкин булыуы, кемгәлер гел генә күрһәтмә биреп торғанда, уларҙың һәр эшкә үҙҙәре белеп тотоноуы тураһында ғорурланып һөйләне агроном. Максим Горький исемендәге тоҡом­солоҡ заво­дының идараһы Үҙәк усадьбала урынлашҡан. Бынан тыш, Урыҫ Швейцарияһы, Глуховской шифа­ханаһы, Үтәй ауылдары кешеләре лә бында үҙҙәренә эш тапҡан.
– Һыйыр малын ишәйтеү, сә­сеү­­лек майҙанын киңәйтеү – көн­үҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Пред­приятиены беләләр, уңыш-ҡаҙаныш­тарыбыҙ етерлек, ошо кимәлдән төшмәһәк, барыһы ла уң барасаҡ, – тип тамамланы һүҙен әңгәмәсем.





Автор: И. МӨХӘМӘТОВ.
Фото: Э. ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Бәләбәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507