Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңеү еңел яуланмай
Еңеү еңел яуланмай
“Дуҫлыҡ” ауыл хужалығы етештереү кооперативының үҙәге Сәмәндә урынлашҡан. Хужалыҡҡа 12 ауыл инә, коллектив 450 кешенән тора. “Дуҫлыҡ”тың өлгөлө үткәне һәм алдынғы бөгөнгөһө тураһында уның рәйесе Диләүер Хәйҙәр улы МӘҠСҮТОВ менән һөйләштек.


– Диләүер Хәйҙәр улы, ниндәй йүнәлештә эш алып бараһығыҙ?
– Элиталы хужалыҡ рәтенә инәбеҙ, сөнки 20 йылға яҡын бойҙай һәм арпаның иң юғары сорттарын үҫтереү менән шөғөлләнәбеҙ. Ерҙең дөйөм майҙаны – 10 мең гектар. Тәүҙә тоҡомсолоҡ репродукторы булып, хәҙер ошо уҡ тармаҡта эшләүен дауам иткән заводыбыҙҙа симменталь тоҡомло башмаҡтар үрсетеп һатабыҙ. Мал төрлө хужалыҡ­тарға таратылған, тоҡомло таналар өсөн махсус ферма ла бар. Сәмән ауылында шулай уҡ 1-се һөтсөлөк фермаһы урынлашҡан.
– Хужалыҡтың тәжрибәле белгестәр менән тәьмин ителеше ниндәй кимәлдә?
– Тоҡомсолоҡ заводының төп талабына ярашлы, унда мотлаҡ рәүештә баш зоотехник, мал врачы, селекционер булырға һәм 100 процентлы яһалма аталандырыу ойошторолорға тейеш. Барлыҡ белгестәр ҙә беҙҙә бар, һөнәри белемдәрен даими яңыртып, камиллаштырып торалар. Йәштәр ҙә, байтаҡ йылдар хеҙмәт иткәндәр ҙә ең һыҙғанып эшләй.
– Етештерелгән тауарҙы ҡайһы яҡтарға оҙатаһығыҙ?
– Үҙебеҙҙең Башҡортостандан, Пермь, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән, Татарстан, Ҡаҙағстан республикаларынан да һатып алыусылар килә. Тоҡомсолоҡ заводы алдында ҡуйылған тағы бер шарт – һәр һыйырҙан йылына 5500 литр һөт алынырға тейеш. Беҙ был күрһәткесте 5580 литрға еткерҙек һәм ошо кимәлдә һаҡлайбыҙ. Йәйге осорҙа көнөнә 15 мең литр һөт тапшырһаҡ, бөгөн – 9 мең литр. “Аллат” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, һуңғы арала һөткә хаҡ артты, эш тә көйлө бара.
– Тимәк, табыш алыу мәсьәләһе ҡытыршылыҡһыҙ хәл ителә?
– Тоҡомло малдарҙы һатып та байтаҡ килем алабыҙ, бер юлы 100-әр баш ебәрәбеҙ. Игенселектән тыш сөгөлдөр үҫтереү менән шөғөлләнәбеҙ. Шөкөр, әйләнештә аҡса бар, сөнки беҙ игенде хаҡы артҡан мәлдә – март, апрель, майҙа, шәкәрҙе халыҡ ҡайнатма әҙерләгән июнь, июль айҙарында һатабыҙ. 600 гектар баҫыуҙа үҫтерелгән көнбағышты ла март, апрель айҙарында аҡсаға әйләндерәбеҙ. Беҙҙең өсөн был – уңайлы алым. Игендең элиталы сортлы орлоҡтарын һатырға тырышабыҙ. Әлеге көндә һөттө үҙебеҙҙең фермала уҡ таҙартып, пакеттарға тултырып, тура баҙарға сығарыу өҫтөндә эш алып барыла. Килеп сыҡһа, беҙгә лә, һатып алыу­сылар өсөн дә бик отошло буласаҡ.
– Үҙгәртеп ҡороу осоронда, барлыҡ совхоз, колхоздар бөткән мәлдә, хужалыҡты һаҡлап алып ҡалыуға нисек өлгәштегеҙ?
– Ул заманда хужалыҡтар ни өсөн юҡҡа сыҡты һуң? Ауырлыҡтар тыуыу менән улар сәсеү ерҙәрен кәметте, был – төп хата. Аҡса етешмәй башлағас, табышҡа еңел юл күреп, мал һуйыуға күстеләр. Ә беҙ бер генә гектарҙы ла кәметмәнек, бер эш урынын да ҡыҫҡартманыҡ, малды ла тотонманыҡ, киреһенсә, йылдан-йыл уның һанын арттыра ғына барҙыҡ, фермалар төҙөнөк. Ул ваҡытта 1200-2000 баш мал булһа, бөгөн был һан 3500-гә етте. Бер уңыш та еңел бирелмәй, күп көс, тырышлыҡ йәлеп итергә кәрәк. Хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың эш шарттарына иғтибарлы булыу ҙа мөһим роль уйнай. Кредит ҡулланмайбыҙ, тик үҙебеҙҙең аҡсаға йәшәйбеҙ. Эш хаҡын да ваҡытында түләп барабыҙ, коллектив ағзаларын йыл һайын шифаханаға ялға ебәрәбеҙ. Етештергән тауарҙы аҡсаға әйләндереү мәсьәләһенә килгәндә, Башҡортостанда ит комбинаттарының аҙ булыуы ғына ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
– Күптән түгел Мәскәү ҡалаһында үткән “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаштығыҙ, унан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ?
– Йәрминкә оҡшаны, кәрәкле сара тип һанайым. Яңы техника күрһәтелә, семинарҙар үтә. Унда күргән яңылыҡтарҙы яйлап үҙебеҙҙә лә индерергә тырышабыҙ, сөнки бөгөн фән менән бәйләнештә булыу бик мөһим.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840