Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Автомобилеңде дөрөҫ ҡуймаһаң...
Автомобилеңде  дөрөҫ ҡуймаһаң... Йәки баш ҡала урамдары буйлап рейд нимә күрһәтте?

Редакцияға бер ағай шылтыратты:
– Ошо көндәрҙә райондан Өфө­гә килгәйнем. Йомошомдо йомош­лар­ға тип ингән арала ма­ши­намды эвакуатор алып кит­кән. 15 минутҡа ғына ҡалдырып торғайным.
– Ҡайһы тирәлә ҡалдыр­ҙы­ғыҙ?
–“Свердлов” баҙары ҡаршы­һында.
– Бәлки, рөхсәт ителмәгән ерҙә ҡалдырғанһығыҙҙыр “ти­мер ат”ы­ғыҙ­­ҙы?
– Бөтәһе лә ҡуйғайны бит шунда, мин дә уларға эйәрҙем. Әйтер һүҙем шул ине: оло кешемен, ҡурҡып ҡау­шап киттем. Эвакуацияланған машинаны ҡай­ҙан, нисек алырға икә­нен бел­мә­йем. Шул турала гә­зит­тә ен­­тек­ләберәк яҙһағыҙ ине. Беҙ ни районда ғына йөрөп, бындағы ҡануниәтте бик белеп тә ет­мәйбеҙ шикелле...


Ысынлап та, туҡталҡа мәсьәлә­һе буйынса шылтыратыусылар байтаҡ. Айырыуса Өфөгә, машина хәрәкәте көслө ҡалаға килгәндәргә ҡыйыны­раҡтыр. Тик “баш ҡала ҡануниәте” тигән фекер менән һис тә килешеп булмай, сөнки юл ҡағиҙәләре һәр кемгә бер үк. Уларҙы ҡайҙа ла үтәү мөһим. Шуға ла ошо һәм редакция исеменә килгән башҡа мөрәжәғәт­тәр­ҙе иҫәп­кә алып, ЮХХДИ инспек­торҙары менән баш ҡала буйлап рейдҡа юлланырға булдыҡ.
Лейтенант Нәфис Ха­лиҡов­тың етәк­селегендә йөрөнөк. Ул ЮХХДИ-ла 21 йыл хеҙмәт итә. Бер инспектор ике эвакуатор менән Өфө юл­дарына сыға һәм, дөрөҫ ҡуйыл­ма­ған машиналарҙы шунда уҡ эвакуаторға тейәп, штраф ҡунал­ҡа­һына ебәрә.
– Күптәр “туҡталҡа рөхсәт ител­мәй”, “йәйәүлеләр юлы”, “то­рорға ярамай” тигән билдәләргә иғтибар итмәй. Машинаны ҡайҙа­лыр ҡуйыр алдынан башҡа бил­дәләргә ҡарарға кәрәк, – ти Нәфис.
Лейтенант менән һөйләшкән ара­ла “Үҙәк баҙар” туҡталышына килеп тә еттек. Якутов исемендәге парк яғынан бер “Лада”ны “йәйәү­леләр юлы” билдәһенән өс метр алыҫ­лыҡта ҡалдырып киткәндәр. Инспектор менән машинаны тейәү­се, во­­дителдең юл ҡағиҙәһен боҙ­ғанын дәлилләү өсөн был осраҡты фотоға төшөрөп алып, “тимер ат”ты эва­куаторға тейәй башланы. Шул ара­ла эргәләге магазиндан ике ба­ла­һын етәкләгән ҡатын йүгереп сыҡты:
– Был минең машинам! Бәлки, ҡалдырырһығыҙ?
– Һеҙ юл ҡағиҙәһен боҙғанығыҙҙы беләһегеҙме? – Нәфистең тауышы ҡәтғи яңғыраны.
– Юҡ. Бөтәһе лә машинаһын ошон­да ҡуйған бит!
– Улайһа, үлсәп ҡарайыҡ. Һеҙҙең машинағыҙҙан арыраҡ торғаны биш метр алыҫлыҡта ҡуйылған. Уң яҡ­тағыһына тиклем дә шул сама. Ә һеҙҙеке нисә метр алыҫлыҡта?
– Өс метр.
– Ҡағиҙә буйынса нисә булырға тейеш һуң?
– Өс булырға тейеш.
– Яңылышаһығыҙ, ханым, биш булырға тейеш.
– Буталып киткәнмен. Өйҙә һигеҙ айлыҡ балам бар. Машинаны алып китмәгеҙ инде, – тип ялбарҙы үҙен Ирина тип таныштырған ҡатын.
– Һеҙҙең түләнмәгән штрафығыҙ бармы? Булмаһа, беренсе тапҡырға иҫкәрмә яһап, 1000 һумлыҡ штраф һалам. Киләсәктә иғтибарлы булы­ғыҙ!
– Рәхмәт, лейтенант, – тип ҡуҙ­ғалып китте Ирина.
Үҙәк баҙар эргәһенән биш машинаны эвакуацияланылар. Был тирә­гә килеп туҡтағанда айырыуса иғ­ти­барлы булырға кәрәк икән. Иң уңайлыһы, әлбиттә, махсус урында туҡтау. Әйткәндәй, ул көн дауамында бушлай эшләй.
Артабан юлды дауам иттек. Ле­нин урамынан Аксаков урамына, унан “Красин” баҙарына юлландыҡ. Баҙар алдында машина күп. Ҡайҙа етте шунда ҡалдырылғандары ла, икенсе, хатта өсөнсө рәт итеп теҙеп ҡуйыл­ғандары ла бар. Юл ҡағи­ҙә­ләрен боҙған водителдәрҙең транспорты шунда уҡ эвакуацияланды.
Артабан гәзит уҡыусыбыҙ әйтеп үткән Свердлов урамына йүнәлдек. Унда “туҡтау рөхсәт ителмәй” тигән билдә тора. Шуға ҡарамаҫтан, бер квартал һуҙымында, йәғни үҙәк универмагка тиклем, автомобилдәр теҙелеп киткән. Уларҙың барыһы ла эвакуацияланды. Әлбиттә, водител­дәрҙең бөтәһе лә “тимер ат”ын алып киткәнде ыңғай ҡабул итмәй. “Биш минутҡа ғына ҡалдырҙым”, “барыһы ла ҡуя бит”, “туҡтарға урын бул­мағас, ҡайҙа ҡуяйым?” һәм башҡа сәбәптәр менән аҡланырға маташтылар. Ләкин ҡағиҙәне үтәү зарур икә­нен иҫтән сығармайыҡ. Ғауға­лашып маташҡандар менән лейтенант Нәфис Халиҡов ипле, шул уҡ ваҡытта үҙенең хаҡлығын белеп һөй­ләшә. Уның дәлилдәрен юл ҡа­ғиҙәһен боҙған водитель инҡар ҙа итә алмай.
Рейдыбыҙҙың һуңғы туҡталышы – Пархоменко урамындағы штраф ҡуналҡаһы. Бындағы будкала егер­меләгән кеше сиратта тора. Юл ҡа­ғиҙәһен боҙғандарҙың күбеһе ғәйе­бен таный, шулай ҙа сабыр­һыҙланып, ғауғалашып йөрөгәндәр ҙә бар. Нисек кенә булмаһын, машинаны кире ҡайтарыу – мәшәҡәтле сара. Бының өсөн яҡынса бер сәғәт тирәһе ваҡыт кәрәк буласаҡ. Шуға “тимер ат”ығыҙҙы юл ҡағиҙәләре рөхсәт иткән урында ғына ҡалдырыу хәйерлерәк.



Ни эшләргә?

Эвакуаторҙың ҡайһы ҡуналҡаға юлланыуын шунда уҡ белешергә кәрәк. Инспекторҙан уны кире ҡайтарыу тураһында рөхсәт ҡағыҙын алырға онотмағыҙ, юғиһә юл-патруль хеҙмәте полкына барырға тура киләсәк. Штраф ҡуналҡаһына үҙегеҙ менән түбәндәге доку­мент­тарҙы алыу шарт:
– транспортты ҡулға алыу тураһындағы протокол;
– уны ҡайтарыуға рөхсәт ҡағыҙы;
– транспорт сараһына документтар;
– водитель танытмаһы;
– паспорт.
Унан һуң, штраф ҡуналҡаһында һаҡланған өсөн хаҡ түләп, машинағыҙҙы алып китергә була.
Өфөлә машинағыҙ үҙегеҙ ҡалдырған урындан юҡҡа сыҡһа, 237-02-02 йәки 237-84-80 һандарын йыйып, ЮХХДИ-ның юл-патруль хеҙмәтендәге дежур бүлеккә хәлде аңлатығыҙ, автомобилдең маркаһын, моделен, дәүләт номерын, шулай уҡ ҡалдырған урынды әйтеп бирегеҙ.
Туҡтау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн машинағыҙҙы алып китһәләр, һеҙгә ҡуналҡаның адресын әйтерҙәр. Унда барып, транспорт сараһын һаҡлауға ҡабул итеү актының күсермәһен алырға кәрәк. Машинағыҙҙы ентекләп тикшерегеҙ: йәмшәйгән, сыйылған урындары юҡмы? Был эште башҡарған компаниянан тран­спорттың эвакуацияға тиклемге фотоһын һорап алыр­ға ла мөмкин.
Штраф ҡуналҡаларында (Пархоменко урамы, 313/1 йәки Трамвай урамы, 2а) иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары дежурҙа тора. Улар мәғлүмәттәр базаһы аша машинаны тикшергәндән һуң, уны алырға рөхсәт бирә.
Машинағыҙ киске 8-ҙән һуң эвакуацияланһа, штраф ҡуналҡаһынан алынған ҡабул итеү актын тотоп ЮХХДИ-ның юл-патруль хеҙмәтенә (Урман техникумы урамы, 20/1) барығыҙ. Бында протокол төҙөү йәки административ тәртип боҙоу тураһында ҡарар сығарыу өсөн 1-02-се йәки 1-05-се кабинеттарға мөрәжәғәт итегеҙ.
Ошо документтар менән штраф ҡуналҡаһына ба­рып, эвакуация һәм автомобилде һаҡлау хаҡын түләргә кәрәк. Шунан һуң “тимер ат”ығыҙҙы һеҙгә ҡай­тарып бирәсәктәр. Хаҡты ҡуналҡалағы кассала түләргә мөмкин.


Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.
Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509